

Ғәфү ителмәгән, кисерелмәгән ғәмәлдәрҙән,
насар ниәттән, буш һүҙҙәрҙән,
хәйерһеҙ эштәрҙән, файҙаһы булмаған ғилемдән,
ҡабул ителмәгән доғанан,
ҡаты күңелдән,
туймай торған нәфестән,
ваҡытты һәм малды исраф итеүҙән,
туғанлыҡ-ҡәрҙәшлек ептәрен өҙөүҙән,
кәрәкһеҙ әҙәм булыуҙан,
ғәҙелһеҙлек ҡылыуҙан Үҙең һаҡла.
Йә Раббым, ғәриплектән, һуҡырлыҡтан, һаңғыраулыҡтан, аңһыҙлыҡтан, телһеҙлектән, йоғошло ауырыуҙарҙан, яман сирҙәрҙән, өшөүҙәрҙән, бешеүҙәрҙән, ғазап-әрнеүҙәрҙән, зәғифлектән, сабырһыҙлыҡтан, эс бошоуҙарҙан, шик-шөбһәләрҙән, йән тынысһыҙлығынан, башҡаларға йөк булыуҙан Үҙең һаҡла. Амин!