+30 °С
Болотло

УЛЫМДЫ «БҮЛЕШЕРГӘ» ӨЙРӘНДЕМ

Рәсимемә туғыҙ йәш тирәһе ине ул ваҡытта. Ирем эшендәге бер ҡыҙға әүрәп, сығып китте.

УЛЫМДЫ «БҮЛЕШЕРГӘ» ӨЙРӘНДЕМУЛЫМДЫ «БҮЛЕШЕРГӘ» ӨЙРӘНДЕМ
УЛЫМДЫ «БҮЛЕШЕРГӘ» ӨЙРӘНДЕМ

Журналдағы  хикәйәләрҙе, «Серем бар»ҙы уҡырға яратам, бигерәк тә үҙемде борсоған һорауҙарға ҡағылғандары ҡыҙыҡ.  Уйлап йөрөнөм дә, бәлки, кемгәлер ярҙамы тейер тип, улым менән булған ваҡиғаны яҙмаҡсымын.

Рәсимемә туғыҙ йәш тирәһе ине ул ваҡытта. Ирем эшендәге бер ҡыҙға әүрәп, сығып китте. Мин, ғорур ҡатын, тәмһеҙләшеп йөрөмәнем. Шул уҡ ваҡытта уны тулыһынса үҙебеҙҙән айырҙым. Йәғни Рәсим менән дә аралаштырманым. Һөнәрем бар, эшләйем, улым менән бергә булғанда бирешмәбеҙ әле, тип уйланым. Әммә атаһы менән айырылышыу баланы ныҡ үҙгәртте.  Шаян, илгәҙәк малай өндәшмәҫкә әйләнде. Мәктәптән ҡайта ла бүлмәһенә бикләнә. Унан, тора-бара, уҡырға ла барғыһы килмәй башланы. Быға ул сәбәбен дә тапты, тәнен сәбертеп ҡыҙыл таптар баҫып алды. Ҡысыта ла улары, төнө буйы йоҡлатмай. Әлбиттә, табипҡа алып барҙым. Аллергия тип таптылар. Яйлап аллергия уятырҙай ризыҡ ҡулланмаҫҡа ла өйрәндек, келәмдәрҙе алып ташланыҡ, башҡа шарттарын үтәнек, әммә ауырыу үтмәне. Бер аҙ баҫыла төштө лә кире ҡалҡты, юғала бирҙе лә яңынан баҫып алды, хатта ҡутырлауға ла күсеп киткеләне.

Көндөҙ табиптар буйлап йүгерһәк, төндәрен, үҙемде ғәйепле тойоп, илап сығам. Мин уның аллергияһы ниндәйҙер аҙыҡҡа йәки матдәгә «реакция» ғына түгел икәнен аңлайым бит. Атаһы менән айырылы-шыуыбыҙ, тормошобоҙҙағы үҙгәрештәр, бәлки, ҡурҡыуҙары, борсолоуҙары шулай тәьҫир итте уға. Быға ҡаршы көрәшеү юлдарын эҙләй башланым хәҙер. Психолог менән дә кәңәшләштем, ниһайәт, айышына төшөндөм. Баҡтиһәң, көслө стресс кисергән балаларҙа йыш ҡына төрлө психосоматик тайпылыштар, шул иҫәптән аллергия ла барлыҡҡа килә икән. Был тәңгәлдә миңә дарыуҙар ғына ярҙам итә алмаясаҡ. Артабан инде улымдан алда үҙемде «һауыҡ-тырырға» кәрәк икәнде аңланым. Нисек тә иремде ғәфү итергә һәм уның һайлауына хөрмәт менән ҡарай белергә кәрәк ине. Ирешмәйенсә, ғәйепләмәйенсә,      баланы тартҡыламайынса. Тик быны нисек башҡарырға?

Пландарҙың төрлөһөн ҡорҙом, тик иң уңышлыһы баламдың атаһы менән ултырып һөйләшеү булды. Хәлдең нисек икәнен аңлаттым һәм беҙ улыбыҙ хаҡына килешеү төҙөнөк. Артабан атаһы Рәсимде ял көндәренә ала, фатирға ла буш ваҡытында иркен килеп йөрөйәсәк, спорт менән шөғөлләнеүен тулыһынса ул контролдә тота, уҡыуын – мин. Килешеүе – бер, быны башҡарыуы, тыныслыҡ һаҡлап, мәҙәни мөғәмәлә тотоп аралашыуы иң ҡыйыны булды. Тик бала хаҡына мин шулай «тәрбиәләндем». Һәм, ышанаһығыҙмы, тора-бара миңә ошолай була алыуым оҡшап китте. Үҙемде ниндәйҙер юғарылыҡҡа күтәрелгәндәй, ваҡлыҡ-бысраҡлыҡтан арынғандай тойҙом. Улымдың атаһы ла бер килгәнендә: «Мин һине белеп етмәгәнмен икән, һин хөрмәткә лайыҡ ҡатын, ваҡытында баһалай белмәүемә  ғәфү үтенәм»,  – тине.

Автор:
Читайте нас