

Зал туп-тулы булды тамашасылар менән. Бер тында, йөрәкһенеп, Фидан Сафичтың ролен экранда, фильмдан проекцияланһа ла, йотлоғоп ҡаранылар һәр бер хәрәкәтен, күҙ ҡарашын бөйөк актёрҙың... Моңло тауышын, йырҙарын һәр кем йөрәге аша үткәрҙе.
Ҙур экранда яҡындан төшөрөлгән план/крупный план дарҙағы йөҙөндәге һағыш, күҙ йәштәрен күреү тамашасыларға бик тәрән тәьҫир итте.
Бөгөн, яҡты донъяларҙан китеүенең етенсе көнөндә, бар халыҡ уны яратып, экранда күреүенә лә шат булып, алҡышлап , сәхнәнән һуңғы юлға оҙатыуына әрүәхы шат булғандыр, Фидан ағайҙың, ИншәАллаһ...
Башҡорт Академия драма театрының баш режиссеры Айрат Әбүшахманов ҡуйған был матур, һағышландырғыс спектакль тамашасыларҙың күңелендә бик оҙаҡҡа уйылып ҡалыр.