+30 °С
Болотло

"Башҡортостан ҡыҙы" журналы хеҙмәткәрҙәре диктант яҙҙы

 "Башҡортостан ҡыҙы" хеҙмәткәрҙәре М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында башҡорт теленән халыҡ-ара диктант яҙыу акцияһында ҡатнашты. Сара быйыл да рухлы булды, башҡорт телен, илен, ерен ысын күңелдән һөйгән илһөйәрҙәр был акцияны тотош бер ҙур байрамға әйләндерҙе. Акция юғары уҡыу йортоноң өс аудиторияһында үтте, унда 300-гә яҡын кеше: йәмәғәт эшмәкәрҙәре, журналистар, юғары уҡыу йорто студенттары һәм уҡытыусылары ҡатнашты.

"Башҡортостан ҡыҙы" журналы хеҙмәткәрҙәре  диктант яҙҙы"Башҡортостан ҡыҙы" журналы хеҙмәткәрҙәре  диктант яҙҙы
"Башҡортостан ҡыҙы" журналы хеҙмәткәрҙәре диктант яҙҙы

Диктантта ҡатнашыусыларҙы БР Мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Әлфиә Ғәлиева һәм БДПУ-ның йәштәр сәйәсәте һәм халыҡ-ара бәйләнештәр буйынса проректоры   Радик Юлбаев сәләмләне. «Ауаз» башҡорт фольклор ансамбленең сығышы сағыу булды.

Аудиторияларҙың береһендә диктант тексын филология фәндәре докторы, Аҡмулла университетының башҡорт фольклоры ғилми-тикшеренеү үҙәге етәксеһе Розалиә Солтангәрәева уҡыны.

Сарала быйылғы диктант тексының авторҙары: журналист, прозаик Миләүшә Ҡаһарманова, «Башҡортостан ҡыҙы» журналының баш мөхәррире һәм билдәле шағирә, журналист Зөһрә Ҡотлогилдина ла ҡатнашты. Уларға башҡорт телен һаҡлау Һәм үҫтереү фонды етәксеһе Гөлназ Йосопова рәхмәт белдерҙе.

Быйыл диктант текстары Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына, Ватанды һаҡлаусыларға, тыныслыҡ һәм берҙәмлек темаларына арналды. Миләүшә Ҡаһарманова махсус хәрби операция зонаһына сәфәре тураһында хәтирәләре буйынса текст яҙғанлығы хаҡында һөйләне. Республика халҡы текстың шул тиклем тәрән йөкмәткеле, тулҡынландырғыс булыуын билдәләне. "Күҙгә йәш тулды,һаман тәьҫирендә йөрөйөм", - тип белдерҙеләр. 

 

"Башҡортостан ҡыҙы" журналы хеҙмәткәрҙәре  диктант яҙҙы
"Башҡортостан ҡыҙы" журналы хеҙмәткәрҙәре  диктант яҙҙы
"Башҡортостан ҡыҙы" журналы хеҙмәткәрҙәре  диктант яҙҙы
"Башҡортостан ҡыҙы" журналы хеҙмәткәрҙәре  диктант яҙҙы
"Башҡортостан ҡыҙы" журналы хеҙмәткәрҙәре  диктант яҙҙы
"Башҡортостан ҡыҙы" журналы хеҙмәткәрҙәре  диктант яҙҙы
"Башҡортостан ҡыҙы" журналы хеҙмәткәрҙәре диктант яҙҙы
Автор:Роза Хуснуллина
Читайте нас