Ҡыпсаҡ ҡыҙы Зөләйха
Зөләйха Риф ҡыҙы Кинйәбаева 1992 йылдың 13 ноябрендә Күгәрсен районы Мораҡ ауылында тыуған. Уны бала сағында урам буйлап атлап китеүенән эскәмйәлә ултырыусы инәйҙәр, «бәләкәй генерал», тип оҙатып ҡала торған була. Йәшәгән өйҙәре балалар баҡсаһынан алыҫ ҡына булғанлыҡтан, уға йәйәүләп күп йөрөргә тура килә. Бер йәшкә кесе Гүзәл һеңлеһе һәр ваҡыт арбала ултыра, ә уның янында әсәһенән тотам да ҡалышмай Зөләйха атлай. Исемен әсәһе яҡлап өләсәһе Нәфисә Хөснөлғата ҡыҙы ҡуша.
Музыка мәктәбендә баянда, фортепианола уйнарға өйрәнә, фехтованиеға йөрөй, әммә бейеү ҡыҙыҡайҙың бар булмышын биләп ала. Әсәһе Наилә Рәшит ҡыҙы Зөләйханы һәр башланғысында ҡеүәтләп, тәүәккәллек, саялыҡ сифаттарын үҫтерергә тырыша. Ҡыҙына «һин минең арыҫланым», «бөркөтөм» тип өндәшә. Зөләйханы серле күк йөҙө, Йыһан ҡыҙыҡтыра. Бала саҡ хыялы – космонавт булыу. «Йәл, берәү ҙә уның өсөн биш йәштән әҙерләнә башларға кәрәклекте әйтмәне», – ти һылыу. Һуңынан, уҡырға инеп, шулай уҡ Йыһанға осорға хыялланғандар менән осрашҡас белә ул был хаҡта. Әсәһе – банк хеҙмәткәре, атаһы Риф Тимерғәле улы Кинйәбаев милиционер булып эшләп хаҡлы ялға сыҡҡас, ғаилә үҙ сауҙа нөктәһен булдыра. Бер аҙҙан, 2013 йылда, пекарня асып, Мораҡ халҡын икмәк һәм башҡа төрлө ҡамыр ризыҡтары менән һөйөндөрә башлайҙар.
Ҡасандыр әсәһе яҡлап олатаһы Рәшит Фәйзрахман улы Абдуллин директор булған Мораҡ гимназияһында 7-се класты тамамлап, белем алыуҙы Зөләйха Өфөләге Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика интернат-гимназияһында дауам итә. 11-се класта уҡығанда осрата ул Әбйәлил районы Ишҡол ауылы егете Динар Әхтәр улы Шаһиевты. Динар 9-сыға уҡырға килгән була. Ә ҡыҙыҡай ул ваҡытта Н. Э. Бауман исемендәге Мәскәү дәүләт техник университетына уҡырға инергә әҙерләнә, егет ҡайғыһы юҡ, тип «мөхәббәт эштәрен» ситкә этәреп ҡуя. Берҙәм дәүләт имтихандарын уңышлы тапшырып, юғары уҡыу йортона ҡабул ителә Зөләйха. Динар уны онотмай, ҡыҙ егеттең сентябрь айында яҙған смс-хәбәренә яуап бирә. Шунан йәштәрҙең телефон аша аралашыуы дауам итә. Ике йылдан, 2012 йылда, гимназияны тамамлап, Динар ҙа Мәскәүгә килә. Инженер эшҡыуарлығы һәм менеджмент һөнәренә уҡыған Зөләйха юғары математика, инженер графикаһы, геометрия, термех кеүек ҡатмарлы фәндәр тауын яулау менән була, яҡшы өлгәшә.
Яҙ, Париж, мөхәббәт...
Динар Зөләйхаға кейәүгә сығырға Парижда Эйфель башняһында тәҡдим яһай. Егет ҡарарҙарында етеҙ, юлға ла еңел генә ҡуҙғалыусан. Ә ҡыҙға эшләр алдынан ентекле план төҙөргә, алдан барыһын да күҙалларға тырышырға кәрәк. Тиҙ генә осошҡа әҙерләнергә, әммә ҡайҙа икәнлеген һорамаҫҡа әйткәс, күңеле менән һөйгәненең сюрприз яһарға йыйыныуын һиҙенә Зөләйха. Аэропортта рейстарҙы иғлан иткәндә лә ҡолағын ҡаплап тороуын һорай, ҡайҙа барғандарын да күрһәтмәҫкә тырыша. Парижға килгәндәренә Франция еренә аяҡ баҫҡас ҡына төшөнә. Зөләйханың бала кеүек шатланғанынан, йөҙө ҡояштай балҡыуынан Динар ҙа үҙен сикһеҙ бәхетле тоя. Мөхәббәт күңелгә ҡанат ҡуя. Һөйөү хисе йәшәүгә илһам өҫтәй, дәрт бирә. Ике бөтөн йәндең берләшеүенән хасил илаһи ут өшөгәндәрҙе йылыта, йән яралыуға сәбәпсе була.
Ике ҡыҙы – ике ҡанаты!
Оло Ҡыҙыл йылғаһын һыулаған, боронғо йолаларын тотҡан хуш күңелле халҡы менән данлы Әбйәлил районы Ишҡол ауылындағы татыу, мөхәббәтле ғаиләгә килен булып төшә Зөләйха. Ҡайныһы Әхтәр Нәғим улы колхозда оҙаҡ йылдар – водитель, ә ҡәйнәһе Флүзә Мәһәҙей ҡыҙы һатыусы булып эшләй. Шаһиевтар 2000 йылдар башында ауылда ҙур булмаған аҙыҡ-түлек магазины асҡан. Динар бәләкәйҙән эш күреп үҫкән, гимназияла уҡығанда каникул ваҡыттарында һабантуйҙарҙа, байрамдарҙа ата-әсәһенә сауҙа итеүҙә булышҡан.
Зөләйха ҡәйнәһе менән танышыу алдынан тулҡынлана, әммә уртаҡ тел табырына ышана. Шуныһы ҡыҙыҡ: улар өсәүһе лә – Зөләйха ла, ҡәйнәһе Флүзә һәм ҡыҙҙары Эмма ла – саян йондоҙлоғо аҫтында тыуған. Шуға улар бер-береһен яҡшы аңлай.
Кейәүгә сыҡҡас та Зөләйха бала хаҡында уйламай, был мөһим эште һуңғараҡҡа ла ҡалдырырға була, тип фекер йөрөтә. Әммә бер туған һеңлеһе Гүзәлдең улы Янды ҡулына алғас, күңелендә сабыйға ҡарата наҙлы хистәр тоя, үҙ балаһын һөйөү теләге уяна. Тиҙҙән үҙенең дә йөклө икәнлеге асыҡлана.
Икенсе ҡыҙҙары Изабелла исеме тәүге ҡыҙҙарына әҙерләнгән була. Зөләйха ауырлы ваҡытында төш күрә һәм тыуыр сабый үҙенә исемде Эмма тип ҡушыуҙарын үтенә. Шуға ла икенсе ҡыҙҙарына алдан уйланылған исем килешә. Эмманы Зөләйха данлыҡлы «Әсә һәм бала» клиникаһында тапҡан, ә Изабелланы йәштәр йыраҡ Аргентинаға барып тыуҙырырға ҡарар итә. Йыл әйләнәһенә йәй булған илдә донъяға килгән сабый тыныс холоҡло. Ни эшләп тап ул илде һайланығыҙ, үҙебеҙҙә лә медицина кимәле яҡшы бит, тигән һорауыма Зөләйха сабыйға тәүге айҙары йылы яҡта уңайлы һәм яйлы булыуы хаҡында уйлап, шулай ҡарар итеүҙәрен һөйләне. Сит илдә лә медицина хеҙмәтләндереү буйынса беҙҙәгенән ҡайтыш булмауын әйтте. Августин исемле доктор ҡабул итә Изабелланы. Аргентинала баланы тапҡанда ярып алыу юлын өҫтөнөрәк күрәләр, әгәр әсә бынан баш тартһа, мотлаҡ эпидураль анестезия тәҡдим итәләр. Зөләйха быныһын да кәрәкле тип тапмай. Тәүге сабыйына оҙаҡ яфаланһа, икенсеһендә дөрөҫ тын алыуы һәм әҙерлеклеге арҡаһында тулғаҡты тоймай ҙа, анһат ҡына ҡотола йөгөнән.
Ғаилә ныҡ булһын өсөн
Шаһиевтар ғәҙәти ризыҡтар менән туҡлана. Динар балыҡ ярата, дөгө кеүек ярмаларҙы үҙ итә. Шуға ла Зөләйха ҡамыр аштарын бешереүҙе сикләгән.
Эмманың теле русса асылған, әммә ул башҡортса ла аңлай, атаһы менән башҡортса аралаша.
Зөләйха өсөн бәхет бер нисә өлөштән тора: ул – балаларының һаулығы, тормош иптәшенең хөрмәте, яратыуы, йылы хәстәре. Шулай ҙа ҡатын-ҡыҙҙың, ғөмүмән, бөтә кешенең дә тормошта үҙ урынын табыуы мөһим, ти ул. Зөләйха шуға ла, «Күреү оҫтаһы» оптика селтәренең үҫеше өсөн үҙ йәшлек дәртен һалып, ире менән йәнәш барырға ашҡына. Тормош иптәшенә ышаныслы таяныс булып, уның менән бергә уңышҡа табан атлауҙы хаҡлы һанай. Тағы бер йүнәлеш – медицина буйынса белем алырға хыялы бар Зөләйханың. Яҙмышты һәр кем үҙенең һайлауы менән үҙе төҙөүенә инанған ул. «Ваҡиғаларҙы үҙ ағышына ебәрһәң, кемдер һинең өсөн һайлай, ҡарар ҡабул итә килеп сыға. Иреңә яҡшы теләктәш булыу мөһим. Маҡсаттарҙы бергә ҡороу, кәңәшләшеп эшләү ҙә кәрәк», – ти йәш әсә.
Зөләйханың тағы бер яратҡан шөғөлө бар – ул шиғыр уҡырға әүәҫ. Шиғриәткә һөйөү уны ҡанатландыра, йәшәүгә илһам өҫтәй.
Ғаилә өс оптика асҡандан һуң, Зөләйха декрет ялына китә. Яратыу менән баҡҡан ире һәм балалары – ҡатын-ҡыҙҙың бәхете, уңышы. Әммә Зөләйханың, ошоларға өҫтәп, тағы бер яҡты маҡсаты – белемен камиллаштырыу теләге бар. Биология фәнен үҙ иткән, физика, математика кеүек ҡатмарлы йүнәлештәрҙе еңел үҙләштергән һылыуға уҡыу ҙа анһат бирелә. Гимназияла үҙенә төплө белем өләшкән бөтә уҡытыусыларын, айырыуса Гөлдәр Рәис ҡыҙы Әхмәтованы, ҙур хөрмәт менән иҫкә ала ул. Киләсәктә Эмманы бейеү түңәрәгенә бирергә ҡарар иткәндәр, ата-әсә баланы ҡыҙыҡтырыр шөғөл табырға тейеш, тип һанай Шаһиевтар.
Ҡыҙҙарҙың күбеһе юғары уҡыу йортон тамамлауға ғаилә ҡороп, бала табып ҡалырға тырыша, шуны аңлап, күптәр карьераһы туҡтап тороуға ла күнә. «Ир кеше нәҫеленең киләсәге алдында яуаплы. Әгәр ул изгелекле, намыҫлы тормош алып бара икән, тимәк, балалары ла уңышлы була. Ҡайным Әхтәр Нәғим улында шул тоҡомдоң көсө, ҡеүәте тупланған. Ул беҙгә, балаларына, эскерһеҙ ярҙам ҡулы һуҙа», – ти Зөләйха Риф ҡыҙы. Ҡәйнә йортонда Зөләйха үҙен рәхәт тоя. Флүзә апай ҙа һөйкөмлөкәй киленен яратып ҡына тора. Эштәрҙе Динарҙың бер туғандары – Роза бикәсе, Венер ҡайнағаһының хәләл ефете Дилә еңгәһе менән бергәләп башҡаралар. Ҡайһы ваҡыт сабыйы илай башлаһа, уны тымыҙып әйләнеп килеүгә, ул йыуа башлаған һауыт-һабаны башҡа берәү йыйыштырып та ҡуйған була.
Һөйөклөләре Флүзә Мәһәҙей ҡыҙына автомобиль бүләк итеү хаҡында теләктәре Аргентинала саҡта тыуа. Ҡайтҡас та уны тормошҡа ашыра Динар менән Зөләйха. Улы менән килененең, кейәү менән ҡыҙының хәстәрен тойоп йәшәй ике яҡ та.
«Бала баҡҡанда бөтә көс-ҡеүәт эскә йүнәлтелә, улар ҙурайыңҡырағас, йәмғиәт өсөн дә файҙалы ғәмәлдәр башҡарыу хаҡында уйлайым», – ти Зөләйха. Тормош арғымағы етеҙ елгәндә осрашып һөйләшеү – үҙе бер ғүмер. «Мисс тынлыҡ» – Изабелла исемле биш кенә айлыҡ сабый беҙгә видеобәйләнеш аша аралашырға мөмкинлек бирҙе.
Эшҡыуарлыҡ – ғаилә эше
Динар Шаһиев тәүге оптиканы 2016 йылдың сентябрендә тыуған яғында – Әбйәлилдә аса. Аҙаҡ – Мәсәғүттә һәм Сибайҙа. Хәҙер инде Динарҙан, республиканың ҡайһы мөйөшөндә оптика асырға өлгөрмәнең, тип һорау дөрөҫөрәктер. Әлеге көндә 20 сауҙа нөктәһен ул үҙе асҡан, ә унауһы уның франшизаһы буйынса эшләй. Контакт линзалар, әҙер күҙлектәр, ҡояштан һаҡлаусы күҙлектәр, тирәстәр һатыусы сауҙа нөктәләре халыҡта ҙур һорау менән файҙалана. Бында килеүселәр бушлай күреү һәләтен тикшертә ала, ҡатмарлы оптикалы күҙлектәрҙе иһә улар бер тәүлек эсендә яһап бирә.
2013 йылда Динар Әхтәр улы Мәскәүҙә «Менеджмент» факультетының беренсе курсын тамамлағас, дөрөҫ йүнәлештә бармауын аңлай һәм документтарын ала. Бер айҙан үҙ ирке менән тыуған ил алдында бурысын үтәргә юллана. Бер йыл хеҙмәт итеү егеткә уйланырға, үҙ-үҙенә ышанысын арттырырға һәм тормошта артабанғы йүнәлешен һайларға ярҙам итә. Өс йыл йәш миллиардер Аяз Шабутдиновта белем ала, лидерлыҡ буйынса Радислав Гандапас тренингтарына йөрөй, Алексей Рерютиндан һөйләшеү-аралашыу ысулдарына өйрәнә.
2016 йылдың яҙында Башҡортостанға ҡайтып, икмәкхананың үҫеш буйынса директоры булып эшләй. Сәнәғәт өлкәһендәге тәжрибә персонал менән эшләргә өйрәнеү йәһәтенән файҙалы була.
2018 йылда «Оптика «Күреү оҫтаһы» магазиндар селтәре директоры Динар Әхтәр улы Шаһиев, «Рәсәйҙең йәш эшҡыуары» Бөтә Рәсәй конкурсында ҡатнашып, уның финалына үтә һәм БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының дипломы менән бүләкләнә.
«Йылына эшмәкәрлегемә ҡағылышлы 20 китап уҡырға тейешмен. Деннис Шервудтың «Ағастар артындағы урманды күреү», Генри Нивтың «Ойошма, система булараҡ: Эдвардс Демингтың тотороҡло бизнес төҙөү принциптары», Эшли Вэнстың «Илон Маск. Тесла, SpaceX һәм киләсәккә юл» китаптарын айырып билдәләй ул.
Динар Шаһиев үҙ тәжрибәһен башҡалар менән йомарт бүлешә. Әлеге көндә франшиза буйынса ун оптика эшләүен әйткәйнек. «Биш мең халҡы булған районда асыу өсөн ике миллион һум талап ителә. Һигеҙ айҙа ул үҙ хаҡын аҡлай», – ти эшҡыуар.
«Иң мөһиме – башҡарған эшеңә күңел һалыу, юлдағы ҡатмарлыҡтар кешене сыныҡтыра ғына», – ти Динар Әхтәр улы. Эшҡыуарлыҡ – еңел түгел. Ул – көнө-төнө ал-ял белмәй эшләү. Йәш кенә булыуына ҡарамаҫтан, эш урыны булдырған, халыҡты хеҙмәтләндереүгә, һаулығын һаҡлауға ҙур өлөшөн индергән яҡташым кешеләргә алсаҡ, иғтибарлы булыуы, үҙ тәжрибәһе менән уртаҡлашыуы, күп кенә сараларҙың бағыусыһы сифатында сығыш яһауы менән һоҡланыу, ғорурлыҡ хистәре уята.
«Ҡатын-ҡыҙ күберәк үҙенең күңел һиҙемләүенә таяна, ә ул һәләт гүзәл затҡа быуындан быуынға тапшырыла килә», – тигәйне Зөләйха Риф ҡыҙы. Ғаиләлә ир менән ҡатындың, бер бөтөндө тәшкил итеп, гармонияла йәшәүе үҫешкә этәрә, мөхәббәт хистәрен һаҡлап, уның яҡтыһын балаларға, киләһе быуындарға тапшырырға мөмкинлек бирә. Ғаиләһе ныҡтың ғына – иле ныҡ. Илебеҙҙә күркәм ғаиләләр күберәк булһын!
«Зөләйха, күҙҙәрең, гүйә, төндәге күк йөҙө...» – тип һоҡланып шиғыр яҙған Салауат Юлаев ошо исемле ҡыҙға. Беҙҙең замандағы Зөләйхаларҙың да күҙҙәрендә – Йыһан сағылышы, күңелендә – тормошҡа, һөйгәненә, балаларына, яҡындарына ҡарата һөйөү. Уларҙың ҡосағында киләсәгебеҙ бәүелә.
Фотолар – Алёна Маас һәм ғаилә архивынан.