Роза(гибискус) - ыңғай энергетика булдыра, һаулыҡты нығыта.
Фикус гөлө – бәхеткә. Уның тылсымлы көсө барлығына ышаналар. Ул кире эмоцияларҙан ҡотолдороп, оҙаҡҡа һуҙылған бәхәсте сисергә ярҙам итә, кешеләрҙе борсолоуҙан, тынғыһыҙлыҡтан һаҡлай. Шундай ышаныу ҙа йәшәй: “Балалары булмаған ғаиләлә фикус гөлө үҫтерһәләр, сабыйҙары тыуыр". Фикусты аш-һыу бүлмәһендә урынлаштырһаң, аҙыҡтың муллығына, йоҡо бүлмәһендә тотоу – тыныслыҡҡа, тиҙәр.
“Аҡса гөлө” (толстянка) – муллыҡ килтерә. Әгәр япраҡтары ваҡ икән – тинлек аҡсаға, эре булһа – ҙур суммаға. Уның сәскә атыуы һирәк күренеш. Әгәр һеҙгә был бәхет тәтей икән – тиҙ арала байырһығыҙ.
Фиалка – төрлө ауырыуҙарҙан ҡурсалай. Уны “тәрбиәсе гөл” тип тә йөрөтәләр, сөнки балаларҙы ярата.
Сырмауыҡ, үрмәле гөл (плющ) – өйҙә ирҙәр булғанын яратмай, парҙар айырылыша, еткән егеттәр йорттан күсеп китә.
Яран гөлө – тынғыһыҙ ваҡытта, йоҡоһоҙлоҡтан интеккәндә тынысландыра, “себендәрҙе” һыйҙырмай, яман көстәрҙе ҡыуа, агрессияны кәметә.
Кактустарҙы телевизор, комьютер янына ултыртып ҡуйыу кәңәш ителә. Сөнки ул электромагнит нурҙарынан һаҡлай. Энәләре ни тиклем оҙон булһа, шул хәтлем күберәк нурҙарҙы эләктерә, тигән ышаныс йәшәй. (Башҡортостан календарынан)