– Тәнзилә Абдулла ҡыҙы, һеҙҙең тормошоғоҙҙо радионан тыш күҙ алдына килтереүе ауыр. 35 йылдан ашыу ошо өлкәлә эшләү дәүерендә ниндәй ҡаҙаныштарығыҙ айырыуса ҡәҙерле? Бөгөн ниндәй уй-тойғолар солғанышында йәшәйһегеҙ?
– Ниндәйҙер ҙур дәрәжәләргә ирешкәнмендер, тип тә уйламайым. Ҡәҙимге ер кешеһе булып ҡалғанмын. Шулай ҙа радиоға, Башҡортостан радиоһына сикһеҙ рәхмәтлемен: мине йәшәргә, эшләргә өйрәткән, рухымды нығытҡан, хатта, бәлки, физик яҡтан көслөрәк иткән, йәмғиәттә үҙемде кәрәкле итеп булдырған, кешеләргә хеҙмәт итеүҙең ни тиклем яуаплы һәм шул уҡ ваҡытта файҙалы икәнлеген раҫлаттырған эш урыным миңә бик ҡәҙерле. Беҙ, журналистар, табиптар һымаҡ, «зыян килтермә!» тигән тормош саҡырыуына таянабыҙ. Һүҙебеҙ, фекеребеҙ менән йәмғиәткә, кешеләргә файҙа килтереү мөһим. Башҡортостан радиоһы һәм «Юлдаш» каналы һымаҡ дәүләт кимәлендәге ҙур станцияла оҙаҡ йылдар тәжрибә туплау – оло мәктәп. Ошо абруйлы һәм яуаплы мәктәпте үтеү, үҙеңде бындағы ҙур команданың ағзаһы итеп тойоу, бер яҡтан, күп көс талап итһә, икенсенән, ғорурлыҡ уята. Яратҡан эш ялҡытмай, иртән ихлас киләм, хеҙмәттәштәремде күреп шатланам, күтәренке кәйеф менән йөрөйөм. Һис бер көнөмә үкенмәйем. Үҙемде тапҡанмын, асҡанмын, фиҙакәр хеҙмәт итәм – был оло бәхет. Хоҙай Тәғәлә яҙған яҙмышым, тәҡдирем менән ризамын.
– Бер түгел, өс радиоканал менән идара итеүҙә иң ауыры нимә? Алып барыусыларҙы нисек һайлайһығыҙ? Кешеләрҙә ниндәй сифаттарҙы үҙ итәһегеҙ?
– Өс төрлө, өс холоҡло коллективтарҙы етәкләү, тәү сиратта, күп яҡлы булыуҙы талап итә, ижади ҡомарҙы байыта, тәжрибә арта. Беҙҙә етәкселәр бик көслө, абруйлы журналистар күп. Бергә егелеп, кинәнеп эшләргә генә ҡала. Яңы хеҙмәткәрҙең яуаплылыҡ, ҙур командала эшләй белеү һәләтенә ҡарайбыҙ. Әҙәм балаһы асыҡ китап түгел, шулай ҙа тупланған тәжрибә, эске һиҙемләү аша кешенең тәүге һүҙенән, ҡарашынан фекер төплөлөгөн тойоп өйрәнелгән. Бөгөнгө йәштәр үҙҙәрен ныҡ ышаныслы тоя. Беҙ заманында икенсерәк булдыҡ. Ҡаушау, икеләнеү кеүек тойғолар өҫтөнлөк итеп ҡамасаулай ине. Йәштәрҙең булмышы эшкә йүнәлтелгән, улар үҙҙәрен тотошо, кейеме, телмәр камиллығы, эске мәҙәниәте менән һоҡландыра. Талантлы, тырыш, әҙәпле белгестәр менән эшләү – йәнгә дауа ғына.
– «Юлдаш», «Ашҡаҙар», «Спутник ФM» каналдарын бар донъя тыңлай. Ниндәй уңышлы проекттарҙы билдәләр инегеҙ?
– Проекттарыбыҙ, тапшырыуҙар, айырым алып барыусылар Бөтә Рәсәй һәм республика конкурстарында йыл һайын еңеү яулай. «Спутник ФМ» Рәсәй кимәлендә уҙғарылған дүрт-биш номинацияла, «Радиомания», «Алтын микрофон» бәйгеләрендә тәүге урындар алып килә. Уның федераль кимәлдә танылған радиостанция булыуы менән ғорурланабыҙ. Өфөлә һөйләп торған 25 радиостанция араһында 2-се урынды биләүе лә – коллективтың ҙур тырышлығы, һөнәри оҫталығы һөҙөмтәһе. «Юлдаш» ошо күрһәткестәр буйынса һуңғы биш йылда 15-се урындан 10-сыға күтәрелде. Шулай уҡ ул өс йыл рәттән Волга буйы федераль округында «Иң яҡшы радиостанция» тип тә танылды. «Ашҡаҙар» – республикабыҙҙа тәүлек әйләнәһенә башҡорт телендә һөйләп торған берҙән-бер радио, уның да уңыштары бихисап. Тыңлаусылар һаны буйынса тәүгеләр исемлегендә киләбеҙ. Тимәк, беҙ заман зауығына ярашлы халыҡ яратҡан тапшырыуҙар әҙерләйбеҙ. Шулай уҡ реклама менән эшләүҙә лә заман ҡуйған йөкләмәләрҙе үтәйбеҙ. Маҡсатыбыҙ – артабан да юғары сифатлы продукция сығарыу. Баҙарҙа үҙеңде ышаныслы тойор өсөн тауарҙың тышлығын ғына түгел, эсендәге кәнфитен дә сифатлы, тәмле итеп әҙерләү зарур. Башҡаларҙан талап иткән саҡта, тәүҙә үҙемә бурыс ҡуям. Етәксе һөнәри оҫталығы, шәхси сифаттары менән дә бер аҙым алда барырға тейеш. Ә заман етди талаптар ҡуя. Шуға үҙебеҙҙең ҡаҙанда ғына ҡайнамай, Рәсәй Радио академияһы менән берлектә даими курстар ойошторабыҙ, төрлө йүнәлештә, айырыуса иртәнге, төшкө проекттарҙы ҡыҙыҡлы итеп әҙерләү буйынса тәжрибә туплайбыҙ. «Юлдаш»та – «Теге өсәү», «Спутник ФМ»да «Чак Чак Норис» кеүек рейтингты күтәреүсе проекттарыбыҙ бар. «Чак Чак Норис» Рәсәй кимәлендә «Иң яҡшы иртәнге проект» тигән исемгә лайыҡ булды. Үҙ эшенә тоғро команданың, бер маҡсатҡа тупланып, берегеп, ал-ял белмәй ижад итеү емеше был.
– Туплаған тәжрибәгеҙҙән, тормош аҡылынан сығып, 20 йылға йәшерәк үҙегеҙгә бөгөн ниндәй кәңәш бирер инегеҙ?
– 20 йыл элек – «Юлдаш» асылған һәм унда эш башлаған осор. Мине баш мөхәррир итеп тәғәйенләнеләр. Ауыр ғына тәүге ҡаршылыҡтарҙы үтергә тура килде. Ҡасандыр бәләкәй саҡта балалар донъяһының ҡатылығын үҙ күҙҙәрем менән күргәйнем, унда йыш ҡына өнһөҙ кисерәһең, өлкәндәр донъяһында барыбер һөйләшеп аңлашырға мөмкин. Ниндәй хәлдә лә кеше күңелен аңларға кәрәк. Ҡаты, үҙ һүҙле инем. Етәксе булараҡ, башҡаларҙы аңлау, ишетеү етмәгәндер ул саҡта. Сабырлыҡ теләр инем үҙемә!
Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 2-се (2023) һанында уҡығыҙ.