+21 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Етәксе ҡатын-ҡыҙ
6 Апрель 2021, 10:07

Дарманлы ул ауыл ҡатыны

Донъяла шундай ҡатын-ҡыҙҙар бар, уларҙың ҡулынан килмәгән нәмә юҡ. Эшләһә – эше бара, һөйләһә – һүҙе үтә. Булдыҡлылығы, уңғанлығы әллә нисә кеше ғүмеренә етерлек. Үҙе әүәләгән бәхетенә риза булып, ауыл ерендә йәшәгән сираттағы героинябыҙ – Рәмилә Фәхретдин ҡыҙы Салауатова.

Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Рәмилә Фәхретдин ҡыҙы хозур тәбиғәтле Бөрйән ерендә тыуып үҫкән. Тамырҙарын 17-се быуынына тиклем өйрәнеп, уның Бабсаҡ бейгә барып тоташыуын асыҡлаған, бар ғүмерен ауыл тормошона арнаған кеше ул.
– Ауылдан сығып китеү, икенсе ергә барып йәшәү хаҡында бер ваҡытта ла хыялланманым. Булмышым менән ауыл, тәбиғәт балаһы мин. Ошо яҡтың Салауатовтар нәҫеле егетенә тормошҡа сыҡтым, ярты быуаттан ашыу татыу ғүмер итәбеҙ. Бөрйәнемә хеҙмәт итеп йәшәнем, – ти әңгәмәсем.
Ауылда ҡатын-ҡыҙҙың эше тауыҡ сүпләһә лә бөтөрлөк түгел. Был иһә әлегәсә унда йәшәүселәрҙең мал көсөнә таяныуына, ғаиләләрҙең сағыштырмаса ишле булыуына ла бәйле. Шул бихисап эш араһында ауыл ҡатындары хәҙер үҙ иңенә етәксе вазифаһын да һалды. Бөгөн биләмә башлыҡтары итеп күпселектә гүзәл заттарҙы тәғәйен­ләйҙәр. Тыумыштан олоно ололау, кесене кеселәү сифаттары булған, кеше менән матур мөғәмәлә итә белгән Рәмилә Салауатованы ла ошо вазифа урап үтмәй. Ул ваҡытта Рәмилә апай Иҫке Собханғол ауылының иң ҙур мәктәбендә директор булып эшләп йөрөгән була. Уҡытыусылар коллек­тивын бергә туплаған, мәктәп эшен алға ебәргән, уны гөл-сәскәгә күмгән етәксенең ауыл эшендә лә һынатмаҫын аңлағандарҙыр инде. Хәйер, мәғариф өлкәһенең ауыл хужалығы, сәнәғәттең күп тармаҡтарына белгестәр әҙерләүе әллә ҡасандан мәғлүм. Шулай итеп, Рәмилә Фәхретдин ҡыҙы үҙ өҫтөнә тағы бер яуаплылыҡ ала.
– Ауыл биләмәһе башлығы булып эшләгән дәүерем үҙе бер китап яҙмалы. Ололар әйтмешләй, урыны менән, тау башындағы тәкәгә тау аҫтындағы арыҫлан да сәләм бирер, тигән әйтем дә ярап ҡала ине, – ти ул.
Тарихи башҡорт ауылдары тәртипле, ауылдаштар бер-береһенә ярҙам итеп йәшәүе менән айырылып тора. Рәмилә Фәхретдин ҡыҙына ла тыуған ауылында, туғандарына, таныштарына, үҙе уҡытҡан уҡыусыларының ата-әсәләренә таянып эшләргә тура килә: «Ауылдаш­тарымдың ауыртҡан урынын белгәс, ҡайһы берҙә баҫып-баҫып ала инем», – тип тә шаяртып ебәрә йор һүҙле Рәмилә апай.
Рәмилә Фәхретдин ҡыҙының талапсанлығын, яуаплы булыуын башта уҫаллыҡ тип ҡабул итәләр. Һуңынан «аҡыллы уҫал ул» тип нарыҡлайҙар. Башҡарған эшенең тик изге ниәттән булыуын аңлаған кешеләр үпкәләмәй уға.
– Хеҙмәтемдә ауылдың әүҙем кешеләренә таяндым. Инициативаны күтәреп алыусылар, үҙ теләге менән өмәләргә сығып башҡаларҙы әйҙәү­селәр, шишмә буйҙарын, зыяраттарҙы кәртәләүҙә лә ярҙам ҡулы һуҙыусы алдынғы кешеләр – беҙҙең терәгебеҙ. Матурлыҡты, нәфислекте лә кеше тыуҙыра, яманлыҡты, яуызлыҡты ла әҙәм балаһы булдыра, киләсәген дә үҙе емерә, – әңгәмәсемдең фекерҙәре шулай төплө, тәрән.
Сәмләнеп эшләй Рәмилә Салауатова. Уның араһында Башҡортостан Президенты эргәһендәге Дәүләт Идара Академияһында белем алырға, Өфө ҡалаһында үткән муниципаль берәмектәрҙең икенсе съезында секретарь булырға, «Мисс һәм мистер етәксе» район конкурсында ҡатнашып, мисс-етәксе титулын алырға, Башҡортостан Юлдаш каналында барған «Көндәлек» тапшырыуында беренсе урын яуларға, Башҡортостандың иң яҡшы муниципаль хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булырға ла өлгөрә ул. Тик шул осорҙа үҙе өсөн йәшәргә өлгөрҙөмө икән?

Зиннур Боҫҡонов фотоһы.

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 3-сө (2021) һанында уҡығыҙ.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: