+7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Етәксе ҡатын-ҡыҙ
5 Апрель 2019, 17:17

Даланлы дала ҡыҙы

Бөгөнгө етәксе ҡатын-ҡыҙ ниндәй булырға тейеш? Коллективты һөҙөмтәле итеп эшләтеү сере нимәлә? Ғәҙәти эш көнө дауамында ошо һәм башҡа бик күп һорауҙарға яуап бирергә тура килә Әлимә Дамир ҡыҙы Салауатоваға.

...Ауылда йәшәгән ата-әсә ҡыҙҙы Өфөләге Рәми Ғарипов исемендәге гимназия-интернатына уҡырға ебәрергә ниәт итә. Шулай итеп, Әлимә 8-се кластан ошо данлыҡлы уҡыу йортонда белем ала. Ул йылдар матур хәтирәләр менән иҫтә ҡала, әһәмиәтле ваҡиғаларға бай була.
...Өфөнөң Совет районында үткән бихисап сараларҙа ла ҡатнашырға ваҡыт таба Әлимә Дамир ҡыҙы. Спорт ярышы, йәмәғәт сараһы, һайлау кампанияһы булһынмы – һәр эште намыҫлы башҡарырға тырыша ул. «Етәксегә артыҡ тауыш сығарыу килешмәй, тип уйлайым. Кемдеңдер эше йәки ҡылығы оҡшамай икән, күҙгә-күҙ ҡарап һөйләшәм, аңлатам, уның һәйбәт яҡтарын һыҙыҡ өҫтөнә алам, уңышын билдәләп үтәм, ғөмүмән, тормошомда осраған һәр кешегә хөрмәт менән ҡарайым. Етәксе булараҡ, минең өсөн хеҙмәттәштәремдең эске донъяһының тыныс, һил булыуы мөһим. Сөнки уларға матур кәйеф менән балаларға белем бирергә, ата-әсәләр менән мөғәмәлә итергә лә кәрәк», – ти Әлимә Дамир ҡыҙы.
Ҡыҙҙары Алһыу менән Гөлназды ла бер-беренә таяныс булырға, маҡсатлы, һәр эште еренә еткереп эшләргә, спорт менән дуҫ булырға өйрәтә ата-әсә.
Буласаҡ тормош иптәше менән Әлимә бер-береһенә класташтарҙың осрашыу кисәһендә иғтибар итә. Параллель класта уҡыған етди, кешелекле, кеселекле егет уның күңеленә ята, һәм күп тә үтмәй, йәштәр өйләнешә.
Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 3-сө (2019) һанында уҡығыҙ.
Читайте нас: