+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Эшлекле ҡатын-ҡыҙ
28 Апрель 2020, 16:03

«Башҡортостанһыҙ йәшәй алмам...»

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров артынан микрофон тотоп йүгереүсе ҡатын кем? Башҡортостан юлдаш телевидениеһы аша тәү күргәндә үк уға меңәрләгән күҙ шундай һорау менән төбәлде. Ҡуңыр йөҙлө, алсаҡлығы, ихласлығы менән башҡорт ҡатынына тартымыраҡ Елена Анатольевна Прочаковскаяның биләгән вазифаһы ла юғары һәм яуаплы. Ул – Башҡортостан Республикаһы Башлығының социаль бәйләнештәр идаралығы начальнигы, социаль селтәрҙәр аша мөрәжәғәттәр менән эшләүсе махсус төркөм етәксеһе.

Уның менән бергә республикаға «Инцидент-менеджмент» тигән һүҙ ҙә килеп инде, тиһәм, яңылышмам. Был – интернет ҡулланыусыларҙың мөрәжәғәттәрен теркәп барыусы автоматлаштырылған система, робот.
«Инцидент-менеджмент» Башҡортостанда 2018 йылдың 15 октябренән эшләп килә. 2019 йыл һөҙөмтәләренә ҡарағанда, инциденттарҙың күбеһе юлдар, төҙөкләндереү һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ темаларына ҡағыла. Шулай уҡ йәмәғәт транспорты, экология, һаулыҡ һаҡлау, мәғариф өлкәһе лә борсой икән республика халҡын.
2020 йылдың ғинуар айында мөрәжәғәттәр 100 меңдән дә ашып киткән. Әйтеүе генә анһат! Улар араһында ниндәйе генә юҡ. Ысынлап та, кисекмәҫтән хәл итергә тейешлеһе, ялыуы, кемгәлер үс итеп яҙылғаны... Барыһын-барыһын да иләк аша үткәреп, уларға төплө яуап бирергә, иң мөһиме, мәсьәләне хәл итеү яйын күрергә кәрәк. Теге йәки был мәсьәлә килеп тыуып, бергәләшеп уйлашыу кәрәккәндә, «инцидент»сылар өсөн рында (караптағы ҡыңғырау) яңғырай. Ә асылда эш нисек ҡуйылған? Ошо һәм башҡа һорауҙар менән Елена Прочаковскаяның үҙенә мөрәжәғәт иттек.
– Башҡортостанға һеҙ ниндәй уйҙар менән аяҡ баҫтығыҙ? Бығаса республикала булғанығыҙ бар инеме?
– Иң ябай һәм иң ауыр һорау был. Илебеҙ Президенты Владимир Путиндың Радий Хәбировҡа Башҡортостанға ҡайтып төбәк менән етәкселек итергә тәҡдим яһауы 2018 йылдың 11 октябре көнө кис кенә мәғлүм булды. Иртәгәһенә Красногорск ҡалаһының киңәйтелгән коллегияһы саҡырылғайны. Ул шунда ошо хаҡта иғлан итте һәм барыһы менән дә хушлашты. Залда ҡайһы берәүҙәр ысынлап илап ултырҙы. Сөнки ул, яуаплы етәксе булараҡ, намыҫлы хеҙмәте менән кешеләрҙең ихтирамын яулап өлгөргәйне.
Төштән һуң Радий Фәрит улы мине үҙенә саҡыртып алды. Ул ваҡытта «Берҙәм Рәсәй»ҙең урындағы башҡарма комитеты етәксеһе, яңы ғына һайлап ҡуйылған өсөнсө саҡырылыш ҡала Советы депутаты, Красногорскиҙағы «Инцидент-менеджмент» системаһы төркөмө начальнигы инем. Етмәһә, Беренсе каналда аҙнаһына бер тапҡыр «Хәйерле иртә!» тапшырыуының мөхәррире вазифаһын башҡарам. Егелеп эшләйем, ҡул ҡаушырып ултырырға ваҡыт юҡ.
Саҡырғас, бөтә кәрәкле документтарҙы алып, йүгереп барып еттем. «Туҡтағыҙ, улары аҙаҡтан. Һеҙгә тәҡдимем бар: әйҙәгеҙ, Башҡортостанға барып, бергә эшләйек! Ҡабул итһәгеҙ, рәхмәтле булырмын, баш тартһағыҙ ҙа аңлармын», – тине ул. Бергә эшләгәс, уның кеүек кешеләр артынан барырға кәрәклеген аңлай инем. Әммә «эйе» тип ҡапыл ғына әйтмәнем, сөнки әсәйем, тормош иптәшем, ҡыҙым, ейәндәрем бар. Уйлап алғас, ярай, командировкаға барған һымаҡ, эште яйға һалышырмын да ҡайтырмын, тигән ҡарарға килдем. Ләкин бер айҙан шуны аныҡ төшөндөм: икегә бүленергә түгел, һайлаған юлдан атларға кәрәк. Шулай итеп, бөтә ҡамыттарҙы һалып, Башҡортостанға юлландым.
– ...Һәм бөтөнләй икенсе донъяға килеп юлыҡтығыҙ?
– Ишембай районының Һайран ауылы хаҡында белә инем, сөнки ул Радий Фәрит улының тыуған төйәге. Өфөнөң ҡайҙа икәнен, Пугачев яуында башҡорттарҙың ҡатнашыуын уҡып хәбәрҙар инем. Урал аръяғындағы сәнәғәт ҡыҙыҡһындыра торғайны – Учалы заводы, Тирлән предприятиеһы, Белорет металлургия комбинаты. Урал тауҙары тураһында ишеткәнем булды, әммә әлеге белгән кеүек түгел, әлбиттә.
Мин инде күп ерҙәрҙә булырға өлгөрҙөм. Башҡортостан миңә яңыса асылды. Менталитет икенсе, төптән башҡа. Үҙенә күрә бер солғанышы, аураһы бар. Республика башҡа төбәктәрҙән ҡырҡа айырыла.
– Ә Башҡортостан нимәһе менән күңелегеҙгә ятты?
– …Мин Украинала тыуып үҫтем, 18 йыл Одесса өлкәһендә йәшәнем, шунан туғыҙ йылым Приднестровьела үтте. 1996 йылда Мәскәү янына күсеп килдек. Миңә Башҡортостан халҡы йылылығы менән йөрәгемә яҡын төбәк кешеләрен хәтерләтә.
Мәскәү яны балалар үҫтереүгә уңайлы, үҫеү өсөн мөмкинлектәре ҙур. Әммә унда, төрлө яҡтан йыйылған ата балалары йәшәгәнгәме, берҙәмлек рухы юҡ. Улар хасил иткән йәшәү аһәңе лә шуға башҡа. Башҡортостанда иһә бихисап милләт вәкилдәре һыйышып, дуҫ йәшәй. Шул ҡайҙа ла үҙең булып ҡалыуҙың бәхет икәнлеген тойҙора.
– Республика халҡы һеҙҙе зәңгәр экрандар аша күреп: «Кем икән был ҡатын?» – тип ҡыҙыҡһынды.
– Телевизор ҡараусылар минең ҡатнашлығымдағы #өйҙә билдәһе менән «Республика лайф» программаһы аша БЮТ коллективының хеҙмәтен күрә. Был – «Республика лайф» программаһы редакцияһының ижад емеше. Техник хеҙмәткәрҙәр, мөхәррирҙәр һәм минең авторҙашым, БЮТ каналының баш режиссеры Ярослава Феоктистова менән ошо тапшырыуҙы төшөрәбеҙ, монтаж яһайбыҙ, тауыш яҙҙырабыҙ һәм эфирға сығарабыҙ. Ярослава менән ошо эште тәүләп беҙ башлап ебәрҙек. Унан өлкән монтажсы Динар Ғәниев, аҙаҡ башҡалар ҡушылды. Хеҙмәттәштәрем Радий Хәбиров эшмәкәрлеге хаҡында ғына түгел, ә Башҡортостандың үҙ юлы, уның тормошо, республика ра­йондары һәм ҡалаларында барған үҙгәрештәр хаҡында программа эшләүебеҙҙе яҡшы аңлай. Эйе, республика тарихына инәсәк үҙенсәлекле видеойылъяҙма ул. Коллектив шундай йылы, берҙәм, барыһына ла рәхмәтлемен. Йылы тигәнем уның талантлы, егәрле, намыҫлы булыуын да аңлата. Ҡайһы ваҡыт улар янына төндә, 11-ҙәргә генә, барып етә алам. Телевидениела мине көтәләр. Төн урталаларына тиклем монтажда ултырабыҙ. Коллективтың татыу булыуы – минең өсөн ҙур һөнәри бәхет.
– Киң мәғлүмәт саралары, һеҙҙеңсә, власҡа ярҙам итергә тейешме?
– Әлбиттә, әммә шул уҡ ваҡытта унда иреп юғалырға тейеш түгел. Кешеләрҙең йәшәү кимәле сифатын арттырыуҙа улар бергә атлаһын, сөнки был маҡсат берҙәм булғанда ғына тормошҡа ашырылыуы мөмкин. Ошолай эшләүҙең сағыу миҫалы – ул «Инцидент-менеджмент» системаһы. Беҙ Башҡортостанда йәшәүселәрҙең власҡа мөрәжәғәттәрен хәл итергә ярҙам итәбеҙ. Система кеше үҙенең социаль селтәрҙәрҙәге диуарында яҙған постарҙы ла эләктерә. Беҙ робот тотҡан һәр нәмәне эшкә алабыҙ. Әгәр негатив яҙмалар бар икән, уны йәшерергә түгел, ә, киреһенсә, ҡаҙалған шырауҙы тартып сығарып, сәбәбен аныҡлап, килеп тыуған хәлде, башҡалар хаталанмаһын өсөн, һөйләргә тейешбеҙ. Әйтәйек, былтыр ғинуар айында сүп-сар реформаһы башланды.
Һәм шунда уҡ күп яҡтан ризаһыҙлыҡтар яуҙы: бактар юҡ, бында сүпте сығармайҙар, алып барып еткермәгәндәр, теге донъяға күскәндәргә лә түләү һалынған...
Радий Хәбиров сүп реформаһы кураторы итеп экология министры урынбаҫары Нияз Мансур улы Фазыловты тәғәйенләне. Уның эште белеүе, аңлауы арҡаһында реформаны кәрәкле юҫыҡҡа бороп ебәрә алдыҡ. Иң мөһиме, кешеләр йәшәгән ерҙәрҙән сүп сығарыуҙы 80 процентҡа еткерҙек. Беҙҙең маҡсат – бөтә ауылдарҙан да, хатта иң төпкөлдән дә, сүп-сар сығарыу. Урмандар һәм йылға буйҙарында сүплектәр булмаһын, улар сүп яланына әйләнмәһен өсөн, был үтә мөһим. Коронавирусты еңгәс, ошо юҫыҡта алға барырбыҙ тип өмөтләнәбеҙ. Әле ҡалдыҡтарҙы айырып йыйыуҙы яйға һалаһы, сүплектәрҙе бөтөрәһе бар бит.
– Нисек уйлайһығыҙ, башҡортостандарҙың мөрәжәғәттәрендә кире тойғолар өҫтөнлөк итәме, әллә ыңғайымы?
– Башҡортостан мөрәжәғәттәр һаны буйынса Рәсәйҙә беренсе өс төбәк араһына инә. Был, бер яҡтан, беҙҙә әлегә хәл ителмәгән мәсьәләләр етерлек булыуы тураһында һөйләй. Әммә, икенсе яҡтан, бик күп ыңғай күренештәр күҙәтелә. Мәҫәлән, Радий Хәбиров власҡа килгәс, «Башҡорт ихаталары» программаһы булдырылды, подъездарҙы комплекслы ремонтлауға тотондоҡ. Артабан «Минең тыуған урамым», «Яҡты ҡала» һәм «Таҙа һыу» программалары тормошҡа ашырыла башланы. Һуңғыһы ҡатмарлы федераль программа, ул һыу менән тәьмин итеүҙең хәҙерге ысулдарын индереүҙе күҙ уңында тота. Мөрәжәғәттәр араһында киреләре өҫтөнлөк итә икән, был беҙҙә ҡатмарлы, киҫкен, хәл ителергә тейешле һорауҙар бихисап булыуын аңлата. Халыҡ насар юлдар, подъездарҙың ремонтланмауы хаҡында яҙа, ваҡытында йылы бирелмәүгә зар­лана, мәктәптә балаларҙың туҡланыуы сифатһыҙ булыуын тәнҡитләй. Былар барыһы ла хәл ителә торған мәсьәләләр.
Әлбиттә, хәҙер ҡиммәттәр үҙгәрҙе. Кешеләрҙе коронавирус инфекцияһы, унан һаҡланыу саралары борсой. Ғүмерҙәрҙе ҡурсалау өсөн барыһы ла эшләнәме? Шунда уҡ яуап бирәм: нимә мөмкин, барыһы ла эшләнә. «Аҙымлап был юлдан да үтербеҙ», – ти йыш ҡына Радий Фәрит улы. Һәм артабан яҡшыраҡ буласағына уның ышанысы беҙгә көс бирә.
– Журнал уҡыусыларға һеҙҙең тормош юлығыҙҙы белеү ҙә ҡыҙыҡлы булыр ине.
– 1969 йылдың 28 апрелендә Украинала тыуғанмын. Былтыр миңә 50 йәш тулды. Әсәйем минең менән йәшәй. Ҡайһы ваҡыт тәмле икмәктәр бешереп эштән көтөп ала. Яңыраҡ уға ҡатмарлы операция үткәрергә тура килде.
– Өфөлә яһаттығыҙмы операцияны? Республикалағы медицина кимәле менән ҡәнәғәтһегеҙме?
– Эйе, әсәйем Өфө ҡалаһы дауаханаларының береһендә дауаланды. Табиптарға шул хәтлем рәхмәтлемен. Уларҙың ауырыуҙарға мөнәсәбәтен үҙ күҙҙәрем менән күрҙем. Быны бер нисек тә уйнап булмай.
Яңыраҡ ҡына аҙнаһына бер тапҡыр Башлыҡ һаулыҡ сәғәттәре үткәрә ине. Беҙ уға халыҡтың мөрәжәғәттәрен еткерә торғайныҡ. Тәүге мәлдә һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә ҡағылған мөрәжәғәттәр беренсе урында торҙо. Улар, хәл ителеү сәбәпле, яйлап кәмей барҙы. Ялыуҙар күп, әммә беҙҙә медицина кимәле юғары, тип белдергем килә. Кардиоүҙәктә табиптарҙың мөғжизәләр ҡылған һәм ғүмерҙәрҙе һаҡлап ҡалған осраҡтарын беләм. Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһында ла бик намыҫлы табиптар эшләй. Әлеге көндә унда килеп тыуған хәлгә ҡарамаҫтан, был шулай. Ундағы табиптар иҫ киткес, һәм был хаҡта һәр ваҡыт ҡабатларға әҙермен. Тыныс ваҡытта уңышлы эшләгән дауахананы инфекция йоҡторған ауырыу­ҙарҙы ҡабул итергә әҙер госпиталь итеп үҙгәртеү бер ҙә анһат түгел. Быға бит матди, кәрәкле әйберҙәр менән тәьмин ителеү яғынан ғына түгел, психологик йәһәттән дә әҙер булырға кәрәк. Табиптар был бурысты уңышлы үтәй. Улар алдында башымды эйәм!
Әйҙәгеҙ, ғәҙәти тормошобоҙҙағы хәстәрлектәргә кире әйләнеп ҡайтайыҡ. Бөтә мөрәжәғәттәрҙе лә йыйнап, дөйөм һығымта яһау шуны күрһәтә: беҙгә санавиация хеҙмәтен көсәйтергә кәрәк. Ҡайһы ваҡыт Урал аръяғындағы райондарҙан ауырыуҙар ғүмерен тик санавиация ярҙамында һаҡлап ҡалып була. Елмерҙәк бөгәлен үтеү үҙе ни тора, Сибай, Хәйбулла кешеләрен алып килә башлаһаң, күпме ваҡыт китә. Беҙҙә әлегә вертолеттар етешмәй. Уларҙы һатып алыр өсөн майҙансыҡтар булдырыр кәрәк. Был – федераль программа талабы. Коронавирусты еңгәс, мәсьәләгә әйләнеп ҡайтып, уны хәл итербеҙ.
– Ғаиләгеҙ хаҡында һөйләшеүҙе дауам итәйек...
– Ҡыҙым Иринаға 32 йәш, кейәүем Дмитрий менән беҙгә ике ейән бүләк иттеләр: Александра ейәнсәремә – 5, ә Иванға – 2 йәш. Әсәйем Галина Ивановнаға 82 йәш тулды. Ул ғүмере буйына зоотехник булып эшләне. Ә мин, Мәскәү педагогия университетын тамамлағас, 7 йыл Мәскәү янындағы гимназияла уҡыттым. Яҙмышыма йәш быуынды танып белергә мөмкинлек биргәненә, тәжрибә өсөн рәхмәтлемен. Спорт менән шөғөлләнәм, фитнесҡа йөрөйөм. Хәҙерге заманда, йөрөнөм, шөғөлләндем, тип яҙырға тура килә. Сөнки бөгөнгө үҙҡурсаланыу бөтәһенә лә ҡағыла.
– Әсәйегеҙ: «Ҡыҙым, һин ҡайҙа – минең өйөм шунда», – тине инде?
– Әсәйем тәүҙә Мәскәү янында, ирем, йәғни кейәүе эргәһендә, ҡалды, аҙаҡ миңә күсеп килде, сөнки минең менән уға рәхәт, мин дә уның эргәмдә булыуына һөйөнәм. Ҡыҙым ейәндәрем менән Өфөгә бер нисә тапҡыр ҡунаҡҡа килеп китте. Ҡар күплегенә, был ваҡытта юлдарҙы таҙартмайынса балалар арбаһы менән үтеп булмауына аптыраны. Шулай уҡ ике балалы әсәгә, салонда кресло юҡлыҡтан, таксиның килергә баш тартыуына ла ғәжәпләнде. Өфөләрҙең шундай ярҙамсыл, алсаҡ булыуына һөйөндө. Һәм тағы ла коронавирус… Ҡасан йәнкиҫәккәйҙәрем янына осорға юл асылыуын, уларҙың әсәйем менән миңә килеп йөрөй аласағын көтөп көтөк булам.
– Һеҙҙең ниндәй хыялдарығыҙ бар?
– Әсәйемдең – иҫән-һау, ғаиләмдең бәхетле булыуын теләйем. Бәхетте һәр кем үҙенсә күрә. Ейән-ейәнсәремдең туйында бейергә, ҡәйнәм миңә ниндәй изгелектәр ҡылған, балаларыма ла шуны ҡайтарырға теләр инем. Ҡәйнәмә «әсәй» тип өндәштем, ул да миңә «ҡыҙым» тип өҙөлөп торҙо.
Ун йылдан һуң Өфө урамдары буйлап үтергә, Тирләнгә, Йәрмәкәйгә барырға, Бөрйәнде күрергә, Шүлгәнташ мәмерйәһенең бөтә ҡаттарын да урап сығырға теләр инем. Өфөлә төҙөлә башлап ташланған йорттар булмауы, бына-бына асылырға тейешле «Торналар» фонтанының ысынлап та эшләй башлауы, Радий Фәрит улы күп тапҡырҙар һөйләгән бассейндарҙың республика райондарында ла төҙөлөүе һәм унда балаларҙың йөҙөргә өйрәнеүе хаҡында хыялланам.
– Моғайын да республикала йәшәгән һәр кем ошо хыялдар аҫтына ҡул ҡуйыр ине.
– Мин дә Башҡортостанда йәшәүсе бит!..
Елена Прочаковская менән был әңгәмә үткән йылдың ноябрь айында ҡоролғайны. Төрлө сәбәптәр арҡаһында ул журналға бирелмәй һуҙыла килде. Әммә ул күп мәсьәләләргә асыҡлыҡ индереүе менән бер ҙә иҫкермәгән. Әлеге ваҡытта республикала «Инцидент-менеджмент»ҡа оҡшаған тағы бер система индереүгә әҙерләнә. Ул юлдар торошон күҙәтеү, яҡшыртыу буйынса, сүп реформаһында бик уңайлы «ярҙамсы» булмаҡсы. Иҡтисад секторына булышлыҡ итеүсе «Хәл-шарт үҙәге» эшләй башланы. Ул ҙур системаның – Республика менән идара итеү үҙәгенең – бер өлөшө булып тора. Уның нисек аталыры билдәһеҙ, әммә асылы шул: кешеләрҙе әлеге мәлдә борсоған һорауҙарҙы тәртипкә һалып, уларҙы тиҙ арала хәл итешеү. Уның нигеҙен «Инцидент-менеджмент» системаһы һәм Елена Прочаковская етәкләгән коллектив тәшкил итә.
Әле, күп кешеләр өйҙә ултырғанда, барыһының да иғтибары социаль селтәрҙәргә йүнәлде. Ялыуҙар ҙа, ысынбарлыҡҡа тап килмәгән мәғлүмәттәр ҙә күп. Елена Проча­ковская үҙенең командаһы менән ерҙә изгелекте арттырыу, донъяны балҡыуыраҡ, кешеләр күңелен яҡтыраҡ итеү өсөн бар көсөн һала. Һәм, көн һайын булмаһа ла, йыш ҡына «инцидент»сыларҙы бергә йыйған ҡыңғырау – рында яңғырап торһон!
Автор:Гөлназ Ҡотоева
Читайте нас: