-20 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ер шары буйлап
4 Октябрь 2019, 12:03

Ҡояшлы Әзербайжан, ҡунаҡсыл Әзербайжан!

Ысынында Әзербайжан, Баҡыға барыу – бала саҡ, йәшлек хыялым ине. Бер баҫыуҙа ҡарбуздар бешеп шартлаған, икенсеһендә ҡауындар, виноградтар, инжир өлгөргән ҡояшлы ил серле йылмайып үҙенә әйҙәһә лә, бер ҙә юл төшмәгәйне. Ә был юлы – Нафталан ҡалаһына барырға, шул ыңғайҙан Баҡыны ла күрергә маҡсат иттем.

Нафталан
Ерҙең ҡуйынынан сыҡҡан файҙалы май ул – нафталан. Бер юлаусы ялтырап ятҡан ҡойоға йонсоп, баҡтаһы ҡойолоп бөткән дөйәһен ҡалдырып китә. Икенсе килгәнендә хайуан шәбәйеп, яңы йөндәре ҡалҡып йөрөп ята, ти. Шунда дөйә йығылып ҡалған соҡорҙоң файҙалы булыуы асыҡлана, имеш.
Нафталан – эреле-ваҡлы шифаханалар урынлашҡан, йәшеллеге менән үҙенә тартып ултырған бик тыныс бер ҡала. Бөтә шифаханаларҙан иң ҡулайы «Гүзәл Нафталан» тип әйтеп ебәрелгәнгәме, әллә таныштар менән алдан һөйләшеү булғанғамы, тура шул санаторийға юл тоттом. «Гашалты», «Чинар», «Кепез» кеүек биш йондоҙлоһо ла, «Карабах», «Мөғжизәле нафталан», «Матур нафталан» кеүек өс-дүрт йондоҙлолары ла бар бында. Юрғаныңа ҡарап аяғыңды һуҙаһың инде.
Ауыр сумаҙанымды ергә төшөрөүем булды, бер нисә кеше, йүгереп килеп, ярҙам итергә теләк белдерҙе. Бер аҙ ҡаушап ҡалып, тегеләрҙән баш тартып, тәгәрмәсле сумаҙанымды ары һөйрәнем. Ай-вайыма ҡуймай, барыбер эләктереп алдылар, мөдирҙең кабинеты ишеге алдына илтеп тә ҡуйҙылар. Мөхәмәт бей бик иғтибарлы булып сыҡты. Ял итеүселәр ашаған ваҡытта һәр береһенең янына килеп, ҡәнәғәтһегеҙме, нисек ярҙам итә алам, тип хәлдәрҙе һорашып йөрөүе лә күпте һөйләй торғандыр.
Һауа тынсыу, кондиционерҙарҙың булмауы сәйер һымаҡ тойолдо миңә. Ҡояш аяуһыҙ ҡыҙҙыра. «Мунсалары ла, сауналары ла юҡ. Ә диңгеҙҙәре алыҫмы икән?» – тигән һорауҙар менән бүлмәгә инәм. Таҙа итеп йыйыштырылған. Йыһаздары ла йәтеш кенә. Бергә йәшәйәсәк Аҡтүбәнән килгән Галина исемле ханым менән танышам. Төп дауаланыу сараһы – нафталан. Уның мөғжизәүи ҡеүәте хаҡында тотош тарихтар һөйләйҙәр. Имеш, бында ҡултыҡ таяҡтары музейы бар, һуғыштан һуң дауаланған кешеләр уларҙы ҡалдырып ҡайтып киткән дә шуларҙан музей хасил булған. Нафталан билдәле дәрәжәгә тиклем йылытыла. Эҫе, әммә түҙерлек ваннаға муйындан төшөп ятаһың. Мунсаң ары торһон, йөҙҙән бөрсөк-бөрсөк тир бәреп сыға, ун минуттан артыҡ ятҡырмайҙар. Тәнгә йәбешкән майҙы ҡырып алалар, аҙағынан ҡағыҙ киптергескә һөртөнәһең дә яҡшылап йыуынаһың. Төрөнөп сығаһың, елдән һаҡланырға, ҡояшлы көндә лә аяҡҡа ойоҡ кейеп йөрөргә кәрәк, тип киҫәтәләр. Аҙаҡ ошо кәңәштәрҙе тотаһың, сөнки сирләге килмәй. Көн оҙоно шыбыр тиргә батаһың, еүеш кейемдәрҙе алмаштырып тораһың. Бына нимәгә бында мунса менән кондиционер артыҡ икән. Бер ваҡыт туңдырма алып сыҡҡайныҡ, бер оло ғына ағай туҡтатты: «Ҡыҙҙар, һеҙ наф­талан менән дауаланаһығыҙмы?» Эйе, тигән яуап ишеткәс, ул осраҡта эскә һыуыҡ үткәрергә ярамағанлығын, сөнки тән ҡыҙғас, шундуҡ һыуыҡ алдырып, хасталанып китеү ихтималлығын иҫкәртте. Рәхмәт әйтеп, алған туңдырманы иретеп кенә тәмләнек шулай ҙа. Әммә башҡа уның яғына әйләнеп тә ҡараманыҡ. Иҫерткес эсемлектәр, шарап ҡулланыу ҙа ярамай. Шифаһы кәмей. Шулай уҡ диңгеҙҙә һыу инеү, эҫе мунсаға төшөү ҙә тыйыла. Нафталан ванналарының тәьҫире аҙаҡ та дауам итә, тиҙәр.
Туҡланыу һәйбәт ҡуйылған. Диетик өҫтәлдәр бар. Бында грек сәтләүегенән әҙерләнгән ҡайнатманы тәүгә тәмләнем. Ҡабығы ҡатмаған йәшел ваҡытта әҙерләнә һәм уның тышы көрәнгә әйләнгәнсе ҡайнатыла. Тәмле, эсендәге еме лә, тышы ла кетерҙәп кенә тора. Шулай уҡ каштан сәтләүеген дә тәүгә Баҡыла ауыҙ иткәйнем. Урамда ҡыҙҙырып һатып торалар. Көлдә бешкән картуф кеүек, эҫеләй ашағанда телде йоторлоҡ! Әзербайжан аш-һыуы, тәмлекәстәре, сәйе хаҡында һөйләп тә бөтөрлөк түгел.
Мәскәүҙән килгән Гейчак ханым, ашханала ашнаҡсы булып эшләйем, тине. Ҙур-ҙур мискәләрҙе күтәреп йөрөтөүен, ҡул суҡтарының кәкрәйеп сығыуын һөйләне. Былтыр нафталанға килеп дауаланғас, бармаҡтары ла төҙәйә, үҙе лә йүгереп йөрөй башлай. Шуға быйыл да килгән.
Кемгә төртөлөп һөйләшеп китһәң дә, нафталандың сихри көсө хаҡында һөйләйҙәр. Полиартрит, артроздар, тире ауырыуҙары – дерматиттарҙы дауалау һөҙөмтәле икән. Әммә йөрәк, миома, мастопатия һәм башҡа сирҙәр булғанда, нафталан зарар килтереүе лә ихтимал. Шуға шифаханаға юлланыр алдынан мотлаҡ табип менән кәңәшләшергә кәрәк.
Ғәнджә ҡалаһы
Низами Ғәнджәүи хаҡында ишеткәнегеҙ барҙыр. Яҡынса 1141–1209 йылдарҙа йәшәгән фарсы әҙәбиәтенең классигы ул. Фарсы эпик шиғриәтенә аралашыу теле һәм реалистик стилде индереүсе булараҡ тарихта тороп ҡалған. Уның биш мәснәүиһе («Хәмсә» күләмле поэмаһы) төрлө белем өлкәләренән алынған темаларҙы сағылдыра һәм дан ҡаҙана. Поэмаларҙың геройҙары – Хөсрәү үә Ширин, Ләйлә үә Мәжнүн, Искәндәр – бөгөнгө көндә лә барлыҡ ислам донъяһында ла, башҡа илдәрҙә лә билдәле. 1947 йылда Ғәнджә ҡалаһында Низами мавзолейы булдырыла. Уның әҫәрҙәре геройҙары менән биҙәлгән ғәжәп матур паркта йөрөйбөҙ. Кәшәнә эсенә инеп сығабыҙ. Күктәр шул хәтлем бейек, офоҡтар киң, һил тойола бында. Бына шарлауыҡ эшләп ҡуйғандар. Ысынлап та, илаһи урын. Донъяның матурлығы хаҡында уйланыу менән кеше ғүмере хаҡындағы фәлсәфәүи уйҙар килә башҡа. Әҙип һүҙенең ҡеүәте, быуаттар аша үтеп инеп, кешеләрҙе һаман да яҡтылыҡҡа әйҙәй. Ғәнджә ҡалаһында ислам ҡабул иткәнгә тиклем кешеләр йәшәгәнлеге билдәле. Нигеҙләгән саҡта хазина табыла һәм исеме лә «хазиналар ҡалаһы» тигәнде аңлата. Унда сауҙа үҫешкән, XII–XIII быуаттарҙа атабектар дәүләтенең икенсе баш ҡалаһы һанала башлаған. Грузин, татар-монгол яуҙары ваҡытында ҡыйралған. Ҡала урынында ер тетрәүенән һуң күл барлыҡҡа килгәс, уны шылдырғандар. XVIII быуатта Ғәнджә ханлығының баш ҡалаһы һаналған. XX быуат башында әрмән һәм әзербайжан халыҡтары араһында ҡупҡан ғауға йышая. 1918 йылда власть советтарға күскәс, уның исемен Кировобад тип үҙгәртәләр. 1988 йылда әрмәндәр һәм әзербайжандар араһында сыҡҡан низағтар арҡаһында тәүгеләре ҡаланы ташлап китергә мәжбүр була. Ҡалаға Ғәнджә исеме кире ҡайтарыла.
Ҡала Баһауетдин шәйех ансамбленә ингән тарихи-архитектура комплекстары менән дә танылған. Йома мәсете XII быуатта Аббас шаһ хакимлыҡ иткән осорҙа барлыҡҡа килгән. Уның биҙәлеше хайран итте. Чекәк-хамам, Карауанһарай XX быуатҡа ҡәҙәр кешеләргә хеҙмәт иткән. Һуңғыһында әле лә техникум, шағирә Месхети Ғәнджәүиҙең музейы урынлашҡан.
Ҡаланың көньяғында, 25 cаҡырым алыҫлыҡта, Гүйгүль («Зәңгәр күл») милли паркы ята. «Әзербайжан ынйыһы», «Күлдәр батшабикәһе» тип тә исемләнгән был һыу ятҡылығы XII быуаттағы ер тетрәүе һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килеүен әйткәйнем. Унда һыу йылылығы бер дәрәжәлә: ныҡ эҫелә лә 17 градустан артмай. Һауа ла бында икенсе. Кемдәрҙер һыбай менеп китте, кемдәрҙер үҙҙәре үрмәләүҙе хуп күрҙе. Ә Марал күленә барып етеү күпкә еңел. Уны күрер өсөн аҫҡа төшөргә кәрәк. Бында ла һыу ингән кеше юҡ. Аҡҡоштар йөҙә. Матурлығын телһеҙ ҡалып күҙәттек. Башҡортостандағы тәбиғәт ошо заповедниктан кәм түгел. Афарин, ҡәрҙәштәребеҙ үҙҙәренең ер-һыуын ана нисек ҡәҙерләй. Бер сүп күренмәй, тип ғорурландым улар өсөн.
Баҡы
Элек открыткаларҙа, һүрәттәрҙә күргән ҡала хайран итте. Балсыҡ төҫөндәге боронғо йорттарҙы гөл-сәскәләр менән биҙәгәндәр. Тарихҡа бик һаҡсыл ҡарашта әзербайжандар. Яңыларын да боронғо стилдә төҙөүҙе хуп күргәндәр.
Ичери Шехер тау битләүе кеүек түбәләстәрҙә урынлашһа ла, юлға ваҡ ҡына шыма таштар түшәлгән. Аҙым һайын тарихҡа ҡағылышлы скульптуралар, биналар. Иҫке ҡаланың биҙәге – Ҡыҙҙар манараһы. XII быуатта төҙөлгән тип фараз ителһә лә, барлыҡҡа килеү ваҡыты байтаҡҡа алдараҡ. «Ҡыҙҙар ҡәлғәһе» тип аталыуына бәйле бихисап легендалар бар. XVII – XVIII быуаттарҙа ул диңгеҙҙән килгән караптарға маяҡ итеп ҡулланыла. Әммә ҡала ҙурайып, уттары уның яҡтыһын күмгәс, был эшкә ярамай башлай. 1964 йылдан ул музейға әйләнә. 2000 йылдан Бөтә донъя ЮНЕСКО ҡомартҡылары рәтенә индерелә. Ҡыҙҙар ҡәлғәһе – Баҡының йөрәге, ти шағир Әҡбәр Ғошалы.
Иҫке ҡалала тағы бер иҫтәлекле урын – 1968 йылда Кичик Гала урамында режиссер Леонид Гайдай «Гәүһәр ҡул» комедияһын төшөрә. Шағир Ваһид Алиға ҡуйылған бронза бюст алдында фотоға төштөм. Ул Сергей Есенин менән дуҫ була, совет власын хуплап ҡаршылай. Шағирҙар йыйылышып, ғәзәлдәр әйтеп ултырыр була ул йәшәгән заманда. Уны Мейхана тип атайҙар. «Экинчи» тип аталған тәүге әзербайжан гәзитен ойошто­роусы Гасан-бек Зардаби, донъя кимәлендә танылған йырсылар Рәшид Бейбутов, Мөслим Магомаев, төрки донъяһында тәүге опера ижад иткән Узеир Ғәджибәков, донъя сәйәсәтендә, Әзербайжан тарихында баһалап бөткөһөҙ эҙ ҡалдырған президент Гейдар Әлиев почет аллеяһында ерләнгән. Дәү ағастар, йәшеллеккә күмелгән парк үҙе ожмах баҡсаһын хәтерләтә. Гранит таҡтаташтар, мөһабәт һәйкәлдәр ҡуйылған ҡәберлек асыҡ һауалағы музей кеүек.
Был аллеяға мине Әзербайжан милли мәжлесе депутаты Ганира Пашаева алып килде. Уның әсәһе Теһран ханым да беҙҙең менән зыярат ҡылды. Бөтә донъя төрки донъяһы йәш яҙыусылар берлеген төҙөгән шағир Әҡбәр Ғошалы ла ҡушылды.
Бик матур мөхәббәт тарихын бәйән итте Ганира: Гейдар буласаҡ ҡатыны Зарифа Азиз ҡыҙы менән Кисловодск ҡалаһында ял иткәндә таныша. Ҡырҡ йылға яҡын бәхетле ғүмер кисерәләр. Табип-офтальмолог булып эшләгән Зарифа ханым иптәшенән байтаҡҡа алдараҡ яман шештән ысын донъяға күсә. Гейдар уға тоғролоҡ һаҡлай, башҡа өйләнмәй. Улар ҡыҙ һәм ул үҫтерә. Улдары бөгөнгө көндә Әзербайжандың Президенты – Илһам Әлиев.
Шәһиттәр аллеяһына киләбеҙ. Һәр гранит таҡта артында 1990 йылдың 21 «ҡара ғинуар» көнө ҡорбандары. Үҙ иленән сығып китергә тигән фарманды үтәмәгәнгә ҡурҡытыр өсөн тыныс халыҡтың өҫтөнән танктар үтә. Ҡайһы берәүҙәренең шәхестәре лә билдәле түгел. Ерҙә ошондай фажиғәләр ҡабатланмаһын өсөн кәрәк ана шундай урындар. Шәһиттар тау битләүендә, ҡаланың иң бейек урынында ята. Улар иҫтәлегенә мәңгелек ут яна. «Ҡорбандар ожмахта, ерҙә лә улар өсөн йәннәткә торошло урын бүленгән һәм ул бик тәрбиәләп тотола», – ти Ганира ханым.
Дәүләт эшмәкәренең сит илдән килгән кешегә ваҡыт табып, ҡаланы күрһәтеп йөрөгәнендә халҡының башынан кисергәндәрен һөйләгәндә тулҡынланыуын, иле өсөн яныуын айырыуса тойҙом. Уның дуҫы Арзу Багирова менән танышып әңгәмә ҡорҙом. Арзу әйтеүенсә, тәрбиәне мәктәп балаларынан башларға кәрәк. Шуға ла улар китап уҡыуҙы пропагандалауға әүҙем тотонған. Арзу үҙе – ир ҡатыны, дүрт бала әсәһе. Мәрхәмәтлек, әҙәби бәйләнештәр, мәҙәни, социаль өлкәләрҙә ҡәрҙәш халыҡтар менән дуҫлыҡ хаҡына байтаҡ танышлыҡтар булдырған һәм осрашыуҙар ойошторған улар Ганира ханым менән берлектә. Минән алда ҡырғыҙ, татар ҡәләмдәштәр менән осрашҡандар. Рәзил Вәлиевтың Баҡыла баҫылған йыйынтығының исем туйы ла үткәрелгән.
2016 йылда Баҡыла Бөтә донъя төрки йәш яҙыусылар берлеге тара­фынан «Шиғыр киләсәге» (Төрки донъяһының (яңы быуын) шиғыр антологияһы) баҫылған. Унда Башҡортостан йәштәренән ике йәш шағирәнең – Зарина Бағышаева менән Урания Вахитованың башҡорт телендәге шиғырҙары урынлаштырылған. Ә Татарстандан 15 йәш кешенең әҫәрҙәре бар, барыһы ла әзербайжан теленә тәржемәлә. Беҙгә сослоҡ, үҙебеҙҙе донъя әҙәбиәте майҙанында күрһәтергә ынтылыу етешмәй әле, тип уйлап ҡуяһың ирекһеҙҙән.
Иң ныҡ ғәжәпләндергәне Әзербайжандың Низами Ғәнджәүи исемендәге Милли әҙәбиәт музейы булғандыр. 1860 йылда төҙөлгән был бина башта ҡунаҡһарай рәүешендә ҡулланыла. Низами Ғәнджәүиҙең тыуыуына 800 йыл тулыуы байрам иткән көндәрҙә, 1939 йылдың 1 ноябрендә, ул шағир исемендәге мемориаль музейға әйләнә. Капиталь ремонт үткәрелә, өҫтәп тағы ике ҡат төҙөлә һәм фасадына Әзербайжандың бөйөк яҙыусылары Мөхәмәд Физули, Молла Панах Вағиф, Мирза Фатали Ахундов, Хуршидбану Натаван, Джәлил Мамедкулизада, Джафар, Джаббарлы скульптуралары ҡуйыла. Дүрт ҡатта урынлашҡан музей 2500 кв.м майҙан биләй. 30 төп һәм 10 ярҙамсы залда өс меңгә яҡын ҡулъяҙма, һирәк осрай торған китаптар, иллюстрациялар, портреттар, скульптуралар, миниатюралар урын алған.
Боронғо быуаттарҙан бөгөнгө көнгә тиклем әҙәбиәт тарихын сағыл­дырған экспонаттарҙы бер сәғәт эсендә ҡарап бөтөү мөмкин дә түгел. Михаил Лермонтовтың әйтеп ҡалдырғаны: «Әзербайжан телен өйрәнә башланым. Француз теле Европала ни ҡәҙәр кәрәкһә, был тел дә Кавказда, ғөмүмән, Азияла шул тиклем зарурҙыр».
Бына беҙҙе уртаҡ ҡомартҡыбыҙ – Йософ Баласағуниҙың «Ҡотоҙғу белек» («Бәхет биреүсе белем») даста­нының фотокопияһы эленгән диуар. Ҡулъяҙмаларҙың төп нөсхәләре Венала, Ҡаһирәлә һәм Ташкентта һаҡлана. Башҡорт әҙәбиәтенең инеше – дөйөм төрки әҙәбиәте ҡомартҡыларын яңынан күҙҙән үткәреү әйтеп аңлатып еткерә алмаҫлыҡ тойғолар уятты.
XIV быуатта йәшәп ижад иткән Имаметдин Насими кешенең матурлығын, уның аҡылын, талантын, донъяны танып белеүгә ынтылышын данлаған. «Мин – ул Аллаһ» тигәнгә тереләй уның тиреһен тунағандар. Ошоно ишетеп, уға арналған картинаны күргәс, тәнем эҫеле-һыуыҡлы булып китте, ирекһеҙҙән күҙҙәрҙән йәш бәреп сыҡты.
Музей хаҡында һөйләп кенә лә бөтөрөрлөк түгел. Яҙыусы хеҙмәтенә, ижадҡа, билдәле шәхестәр ҡомартҡыларына, ҡулъяҙмаларына һәм китаптарына һаҡсыл ҡараш бына ошолай ҡуйылырға тейеш, тип ғорурланып сығаһың унан.
Ганира Пашаеваның «Карабах хикәйәләре» китабын башҡорт теленә тәржемә итеп, Башҡортостанда нәшер итергә, «Хәҙерге башҡорт яҙыусылары антологияһы»н төҙөп, әзербайжан телендә Баҡыла баҫтырырға һүҙ ҡуйышабыҙ. «Йышыраҡ аралашып йәшәргә, бер-беребеҙҙе онотмаҫҡа, ошо йүнәлештә арымай-талмай эшләргә кәрәк», – ти Ганира ханым.
Йомғаҡлау урынына
Баҡылағы милли парк статусына эйә булған Диңгеҙ буйы бульвары 20 саҡрымдарға һуҙылған. Кисен кешеләр яйлап ҡына диңгеҙ ярына тартыла. Ҡояшты оҙата. Хәзәр диңгеҙенән иҫкән еләҫ елгә иркәләнеп, мең уттар менән балҡыған Баҡының серле моңонда тирбәлә. Хәҙерге төҙөлөшө йылдам барғанға, ҡаланы икенсе Дубай тип тә йөрөтәләр.
Алты йәшәр сәфәрҙән ҡайтһа, алтмыш йәшәр хәл белергә килә, ти. Мосафирҙы тыңлап, уҡып хушланыу бер, ә барып күреү – икенсе. Ҡәрҙәштәребеҙ йәшәгән төйәккә һеҙҙең дә юлдарығыҙ асылыуын теләйем.
Читайте нас в