Бөтә яңылыҡтар
Ебәк тирмә
26 Октябрь 2022, 14:47

Тәүге һөйөү, тәүге осрашыу…

«Ебәк тирмә» – ҡыҙ-ҡырҡын тирмәһе, ул еңгәләр, апайҙар, ағинәйҙәр фәһем бирә торған тирмәгә әйләнер тип өмөт итәм. Сәңгелдәгенән үк сабыйға тәрбиә эше алып барылыуы фольклорыбыҙҙан ап-асыҡ күренә. Сабыйҙы һикертеп, һәпсүкләп уйнатҡанда уҡ таҡмаҡланған һүҙҙәргә иғтибар итәйек: «Ҡыҙым-ҡы­ҙым, ҡыҙ кеше, ҡыҙыма килер йөҙ кеше, йөҙ кешегә бирмәмен, алып китер бер кеше».

Тәүге һөйөү, тәүге осрашыу…
Тәүге һөйөү, тәүге осрашыу…

Әсә ҡыҙ ғынаһының күрмәлекле, күптәр күҙе төшөрлөк булып үҫеп етеүен юрап ҡына ҡалмай, уның бер генә кешегә тоғролоҡ һаҡлап ғаилә ҡорорға тейешлеген дә хәләл һөтө менән һең­дерә.

«Ҡарабаш турғай, тәҙ(е)рәне ҡуй­май, һин дә егет, мин дә егет, кәләш алып булмай», – тигән үсекләмеш иһә кесе йә­шенән үк ир балаларҙы ғаилә ҡора алмау хурлыҡ икәнлегенә инандырып үҫтерә.  Өйләнеүҙең мотлаҡлығы, тәртип-низамы мәҡәлдәрҙә ифрат тос әйтелгән: Өйлән­мәгәндең тамыры ҡо­рор. Яҡшы ат бығау­һыҙ йөрөмәҫ, алама атҡа тышау ҙа теймәҫ. Арғымаҡтың билгеһе – ҡаҙы йыймаҫ, ял йыйыр, яман егет билгеһе –ҡатын алмаҫ, мал йыйыр. Өйләнмәгәндең өйө булмаҫ, өйө булһа ла, иле булмаҫ. Өйләнеү – көйлә­неү. Дәртһеҙ кеше – күҫәк, йәрһеҙ кеше – ишәк. Донъя күрке – йәр менән. Өйлән­мәгәндән аҡыл һорамайҙар. Күре­үебеҙсә, бер мәҡәл икенсеһен тулыландыра, көсәй­тә, һәр кемгә «асҡыс» табырға мөмкинлек бирә, ә өйләнеү-өй­ләнмәү аҡыл бизмәне лә булып тора икән бит. Ҡыҙ баланы яң­ғыҙ ҡалдырыу уғата тыйылған, уны ғаиләле итеү тағы ла яуаплыраҡ һаналып, өҫтәмә ҡәтғи талаптар ҡуйылған. Ғәҙәттә, уны бик йәшләй кейәүгә бирергә тырышҡандар, шуғалыр ҙа өгөтләү һүҙҙәре лә ниндәй нәзәкәтле: Ҡыҙ егет­кә ҡушыла – ебәк булып ишелә. Еткән ҡыҙ кейәү­ҙән ҡурҡмаҫ. Сәскәне ваҡытында өҙөү фарыз.  Хатта буласаҡ хәләле бик иш-йоп булмағанда ла инандырырлыҡ һүҙҙәрен тапҡандар: Алама булһа ла, ир яҡшы. Ҡарт булһа ла, ирең булһын, алама булһа ла, өйөң булһын. Ҡарт ҡуйынында ҡалас бар, йәш ҡуйынында ҡамсы бар.
Никах исламда иҫ киткес юғарылыҡҡа ҡуйыла: ул милләттең нигеҙен барлыҡҡа килтереүсе шарт, ә өй­ләнеүсе – милләтен һәм динен яратҡан шәхес. Ижәпләнеү – ғәм алдында ғаилә өсөн яуаплылыҡ алыу, милләтте һәм үҙ барлы­ғын дауам итеү өсөн эшләнгән фиҙакәр аҙым.

Бөгөн йәштәр күберәк үҙҙә­ре табыша, үҙҙәре барыша. Быға тәбиғи итеп ҡарайбыҙ. Әммә бөгөн дә улар­ѓа ололар күҙе, кә­ңәше бик тә кәрәк. Ваҡ ҡына нәмәләр ҙә кеше яҙмышына ҙур йоғонто яһауы, уйламаған яҡҡа бороп ебәреүе мөмкин. Нисек кейенергә, үҙеңде нисек тоторға тип баш вата ҡыҙ­ҙар, ошо хаҡта һорауҙар ҙа биргәндәре бар. Нисек кейенергә? Әлбиттә, ҡойоноп, сәстәрҙе килешле итеп матурлап, таҙа, ҡупшы эске кейемдәр кейеп алыу зарур! Эске кейемеңде бер кем күрмәһә лә, был үҙеңде ышаныслы тоторға мөм­кинлек бирә. Һис шикһеҙ, яңы колготка кей. Яңылыш күҙе китеп ҡуйыуы ла бар, һаҡлыҡҡа икенсеһен һалып ал. Мотлаҡ күлдәк кейергә тырыш – һөйгәнең һине енестәш итеп түгел, наҙлы ҡыҙ бала итеп күрһен. Эшләпә кейеп, күҙгә ташланып барған брошкалар, яһалма сәс­кәләр таҡма – был һине ҡылансыҡ йәки сәйер итеп күрһәтеүе ихтимал. Етди егеттәр тәбиғилекте хуш күрә. Хушбуйҙы бик һаҡлыҡ менән файҙалан, ул танау ярып барырға тейеш түгел. Бел, донъялағы иң яҡшы хушбуй – ул таҙа тән еҫе.

Үҙеңде нисек тоторға? Бында ла иң мөһиме – тәбиғилек. Ҡыланма. Ярамһаҡ­ланма ла. Үҙ баһаңды бел. Егетең ишетерлек кенә итеп һөйләш. Ир-ат һинең дөрөҫ ашау-ашамауыңа бик иҫе китмәүе мөмкин, әммә лар-лор ҡысҡы­рып һөй­ләшкән, аҡырып көлгән ҡатын-ҡыҙ янында ул оҙаҡ тормаҫҡа тырышасаҡ. Егетең­де ныҡ оҡшатһаң да, иҫәр кеше кеүек янында күп көлмә, ауыҙыңды йыйып ала алмай йылмайма. Осрашыуға саҡырған икән, тимәк, оҡшата. Артыҡ ҡыланып, фекерен үҙгәртеп ҡуйма. Эстән генә “мин матур, мин ипле, мин аҡыллы” тип үҙеңде дәрт­ләндереп тор. Әлбиттә, күҙле бүкән шикелле ҡатып та ултырма. Нимә хаҡында һөйләшергә? Тәүге осрашыуҙа уҡ эс сер­ҙәрең­де, элек ғашиҡ булып йөрөгән егетең хаҡында ярып һалма. Ул әле һинең өсөн ят ке­ше. Уның элекке бәйлә­нештәрен дә һорашма. Аҡыллы егет элекке хаталарын ҡабатламаҫ, һинең менән ул үҙен башҡаса тотор. Элеккеләр­ҙе белеп, кө­йө­нөп йөрөү һиңә ниңә кәрәк?!
Әгәр элек кем менәндер осрашҡан булһаң һәм был хаҡта ул белһә, элекке­ләр һинең өсөн хәҙер бөтөнләй әһә­миәтһеҙ икәнен белгерт. Футбол, маши­на, эсемлектәр тураһында, был хаҡта күп белһәң дә, тәүге осрашыуҙа һөйләшә торған хәбәр түгел.

Ғәҙәттә, тәүге осрашыуҙа тормош юлын һорашалар, ни менән ҡыҙыҡһы­ныуҙы, ни уҡығанды белешәләр. Уртаҡ шөғөлдәр ҙә асыҡланыуы мөмкин. Үҙең тураһында берәй әһәмиәтһеҙ генә ҡы­ҙыҡты һөйләргә була. Тик ауыҙыңа һыу уртлап ултырма, аңла, ундай ҡыҙ янында егеткә күңел­һеҙ ҙә, йәпһеҙ ҙә. Ењел генє һорауҙар бир: отпускыңды йә каникулыңды ҡайҙа үткәрәһең; барған ереңдә нимә оҡшаны; сит илдә булғаның бармы; берәй илгә йәшәргә китер инеңме? Шул көндәрҙә булған ваҡиғалар хаҡында ла фекер алышырға була. Уның ҡарашы менән килешһәң дә, ә бына минең әхи­рәтем икенсе төрлө уйлай, тип уны ны­ғыраҡ асылырға мәжбүр ит. Бөтөнләй ғәҙәти булмаған һорау биреп тә, һөйгә­неңдең рухи ҡиммәттәрен асыҡларға мөмкин. Әйтәйек, кеше йәшәмәгән ут­рауға барып эләкһә, тере ҡалыр өсөн нимәләр эшләр инең, тип һорап, уның көтөлмәгән хәлдәргә ни кимәлдә әҙерлеген аңларға була. Көтөлмәгән һорау­ҙар бир, әммә тәбиғи һәм ябай булып ҡал. Онотма, һин – матур, һин – аҡыллы, һин – ипле, һин – нурлы. Бындай ҡыҙға ғашиҡ булмау мөмкин түгел.

Гүзәл СИТДИҠОВА.
Автор:
Читайте нас: