0 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ебәк тирмә
30 Июнь 2021, 19:15

«Икәүҙе ҡауыштырыу – Хоҙай эше»

Хоҙай Тәғәлә әҙәм балаһын яратып-яратылып йәшәр өсөн парлы итеп яралтҡан. Тик ни өсөн тап уға тәғәйен, бары уның өсөн тыуған ишен таба алмайынса, һыңар ҡанатлы ҡоштай йәшәүселәр һанап бөткөһөҙ күп икән һуң? Яңғыҙлыҡтың һоро төҫө мең сағылышта булыуын, уның йән өшөткөс һалҡынлығын тик үҙҙәре генә белә улар. «Яңғыҙлыҡ – татылмаған наҙ, кисерелмәгән шатлыҡтар, күҙ йәше менән ҡаршы алған бай­рамдар, йәнеңде бирерҙәй булып көткәндә мәңгегә өҙөлгән өмөттәр генә түгел, тыумай ҡалған балалар, юғалған йәшәү мәғәнәһе лә». – Меңдәрсә кешеләр араһында үҙ насибын эҙләүселәргә ярҙамлашыуҙы тәҡдире тип ҡабул иткән, йөҙҙән ашыу парҙы ҡулдарынан тотоп, бәхет ҡапҡаларына илткән Әлфиә Ишморат ҡыҙы Килмөхәмәтова шулай ти. Ғүмерен матбуғатҡа арнаған билдәле ҡәләмдәшебеҙ ул, оҙаҡ йылдар Ғафури районының «Табын» гәзитендә яуаплы секретарь, баш мөхәррир, артабан Башҡортостан Матбуғат һәм киң мәғлүмәт министрлығында баш белгес булып эшләгән. Тап журналист ҡыҙыҡһыныусанлығы, тынғыһыҙ йөрәге сәбәпсе була ла инде димселек менән шөғөлләнә башлауына.

«1998 йылдың йәйендә беҙҙе, Башҡортостандан бер төркөм матбуғат хеҙмәткәрҙәрен, Германия Федератив Республикаһының Түбәнге Саксония Менеджмент академияһы курстарына уҡырға ебәрҙеләр. Мин, район гәзитен хан заманындағы офсет ысулы менән сығарыусы, иң тәүҙә уларҙа нәшер эшенең иҫ китмәле алға китеүенә хайран ҡалһам, икенсе ғәжәп иткән нәмә гәзиттә баҫылған танышыу иғландары булды. Утыҙ йәштәрҙәге ирҙең редакцияла иркенләп ултырып: «Үҙемә ҡатын эҙләйем. Ул шундай-шундай булһын», – тип хәбәр һөйләүен аптырап тыңланым», – тип иҫенә төшөрә Әлфиә Ишморат ҡыҙы сәфәре тәьҫораттарын.
«Ниңә беҙҙә лә ошо эште ойош­тороп ебәрмәҫкә? Ауылдарыбыҙҙа күпме ғаиләһеҙ егет ғүмерҙәрен яңғыҙ заяға уҙғара бит!» – Шулай итеп, күп тә үтмәй, «Табын» гәзите эргәһендә «Ике аҡҡош» тигән таныштырыу клубы барлыҡҡа килә. Осрашыу ваҡыты итеп изге йома көнөн, төштән һуңғы сәғәттәрҙе, йәғни редакцияла мәшәҡәт кәмегән мәлде һайлайҙар. «Иғландарҙы уҡып, Ғафуриҙан ғына түгел, Стәрлетамаҡ, Стәрлебаш, Архангел, Ҡырмыҫҡалы райондарынан буйҙаҡ ир-ат, яңғыҙ ҡатын-ҡыҙ ағыла башланы. Көтөп кенә торғандар тиерһең!» – тип хәтерләй Әлфиә Ишморат ҡыҙы.
«Яҙмышындағы иң мөһим мәсьәләне кемдер ярҙамында хәл итеүен күптәр иҫтә тоторға яратмай – икенсе яртыһын табыусылар ул йылдарҙа иғтибарҙан юғала торҙо, беҙ ҙә һанап барманыҡ. Әммә ҡатмарлы тормошло, һоҡланғыс күңелле бер парҙың мәрәкәле ҡауышыуын һис оноторлоҡ түгел, – тип һөйләй ул. – Көндәрҙән бер көндө, осрашыуҙар була торған йоманы көтөп тормайынса, редакцияға илле йәштәр тирәһендәге Дамир исемле уҙаман килеп инде. Ҡарашынан һағыш түгелә – һөйөклө ҡатыны ҡаты ауырыуҙан үлгәс, өс ҡыҙы менән донъя көтә икән. Мәктәп йәшендәге өс балаға кем әсәй була ала? Шул саҡ ҙур бер хакимиәттә идарасы булып эшләүсе уттай әхирәтем – ауылдаштары өсөн янып, улар хәстәре менән йәшәгән, үҙ тор­мошон ҡормайынса, ҡырҡҡа еткән Нурия иҫкә төштө. Умыртҡа һөйәге ауыртып, оҙаҡ түшәктә ятҡан әхирәтемдең яңы ғына эшкә сығып йөрөгән ваҡыты. Бер йыл элек, үҙен ҡайҙа ҡуйырға белмәй һыҙланған сағында: «Һауыҡтырып ҡына ҡал­майым, кейәүгә бирәм әле мин һине!» – тип уйынлы-ысынлы әйткәнем раҫҡа сыға түгелме? Шунда: «Ир бәхете күрһәм, үлһәм дә үкенмәҫ инем!» – тип шаяртып яуап биргәйне дуҫым.
...«Тиҙ генә килеп ет. Өҫтөңдән ялыу бар!» – тип шылтыратам уға. Бер сәғәттән Нурия редакцияла ине. Ни өсөн саҡырғанды ишеткәс, ажау айғырҙы ауыҙлыҡлар үткербикә телһеҙ ҡалды. Ҡыҙарынып бүртенде лә атылып сығып та китте. Шул өс минут эсендә Дамир ағайҙың уны оҡшатып өлгөрөүен дә күреп торам. «Ни эшләргә?» – тип һорай ул, албырғап. «Бар, артынан йүгер!» Дамир ағай елдәй елгән әхирәтемде ҡыуып етә алмайынса, автовокзалға хәтлем саба. Уның автобусҡа инеүен шәйләп, халыҡ араһынан ҡыҫыла-ҡыҫыла янына үтә. Нурияның ауылына еткәнсе шығырым тулы автобуста йәнәш баҫып, бер сәғәт буйы ләм-мим өндәшмәй киләләр. Туҡталышта сығыу менән Нурия, ут ҡапҡандай, өйөнә уҡтала. Уның артынса ихатаға ингән Дамир ағайҙы Нурияның һәнәк тотҡан әсәһе ҡаршы алмаһынмы! «Мин кейәүегеҙ булаһы кеше!» – тигәс, аптырашта ҡала, өйгә саҡыра. Сәй артында оҙаҡ итеп һөйләшеп ултыралар. Тимерҙе ҡыҙыуында һуға ир: икенсе килгәнендә Нурияны алып ҡайтып та китә. «Тупһа аша үтеүем булды, береһенән-береһе бәләкәй өс ҡыҙ «әсәй, әсәй!» тип муйыныма һырылды. Өсөһөн дә ҡосағыма алдым, сөбөрҙәп аҡҡан күҙ йәштәрен тыя алмайым...» – тип бүлеште аҙаҡ Нурия. Етемлек төҫө ингән йортҡа ҡот ҡайта. Көс-ҡеүәтен гел йәмәғәт эшенә йүнәлткән әхирәтем дәртләнеп үҙ донъяһын ҡора башлай. Хан һарайындай ике ҡатлы йорт һалалар. Өлөшөнә ир бәхете лә, әсәлек шатлығы ла төшкән Нурия янына бер инеп сығырға булдыҡ – улыма мөхәббәтле ошо ғаиләлә бер-береһен нисек ҡәҙерләүҙәрен күрһәткем килгәйне. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бесәнгә киткәйнеләр...»
Күпмелер ваҡыттан Килмө­хәмәтованы Өфөгә, министрлыҡҡа, эшкә алалар. «Табын» редакцияһынан ҡайҙалығын һорашып, уны бында эҙләп килә башлайҙар. Ихтыярһыҙҙан димселек эшен баш ҡалала ла дауам итергә тура килә. Әлфиә Ишморат ҡыҙын, димсе булараҡ, тар даирәлә белеүҙәренең сере шунда: ҡайһы бер яусылар кеүек реклама биреү түгел, үҙе хаҡында ҡысҡырып һөйләп йөрөгәндәрен дә яратмай. Мәҡәләне яҙыуға ла абруйлы ғаилә баҫмаһын яратып уҡыусыларға ихтирам йөҙөнән генә ризалашты. «Икәүҙе ҡауыштырыу – Хоҙай эше, мин бары тик ярҙамсы, – тип ҡабатлай ул. – Бәхеткә шау-шыу түгел, тынлыҡ төҫ». Башлыса таныштары тәҡдим иткән кешеләр менән эшләүенең дә сәбәбе бар – осраҡлы, ҡайғы һалырҙай әҙәмдәр яҡын­ламауына үҙенә күрә ышаныс был.
Әлфиә ханымдың эш үҙенсәлеге нимәлә? Ул, никах агентлыҡтарынан айырмалы рәүештә, картотека алып бармай, анкета тултыртмай, ә һәр мөрәжәғәт итеүсене күңел һандығында тота: «Икенсе яртыңды альбомдағы фотолар буйынса һайларға әйбер һатҡан баҙарҙа түгелбеҙ ҙә баһа». Ҡылдай нескә, һаҡлыҡ талап иткән был эштә бары тик йылдар буйы тупланған бай тәжрибәһенә, эске һиҙемләүенә таяна, йөрәк тауышын тыңлай. «Кеше ишектән инеү менән күҙ алдына хәтеремдә һаҡланыусы берәү килеп баҫа: «уға тиң йәр шул!»
Әҙәм балаһының берәүгә кәрәкле, ҡәҙерле булыуын тойоуы зарур – тәбиғәттән һалынған был ихтыяж ҡәнәғәтләндерелмәй икән, ул үҙен бүтәндәрҙән кәм һиҙә башлай, йомола. Ә бәхет асыҡ йөрәкте үҙ итә бит, – ти Әлфиә ханым. – Ябыҡ ҡабырсаҡтай күңелде асыу өсөн ҡат-ҡат күрешеп, өсәр-дүртәр сәғәт һөйләшәбеҙ. Баҡһаң, йоҙаҡҡа бикләп ҡуйылған иң күркәм сифаттарын балҡытырға кешене бары тик яратып, ипләп кенә тыңлау кәрәк, проблеманан сығыу юлын, яңғыҙлыҡ сәбәбен үҙе табасаҡ.
Осрашыуҙарҙан һуң күптәр танымаҫлыҡ булып үҙгәрә – үҙен яратырға, баһаларға өйрәнә, был уларға ныҡлыҡ, һөйкөмлөлөк өҫтәй. Ике ҡыҙы етәкләп алып килгән Наилә хаҡында һөйләп үтергә теләйем. Ире йәш бисәгә сығып киткән был ҡатындың яурындары төшкән, ҡарашы һүнгән. Ҡасандыр пианинола уйнап, матур йырлауы менән күптәрҙе һоҡландырған Наиләнең донъяһын ҡара болот ҡаплағайны, булмышын юғалтҡайны. Иң тәүҙә уға матур-матур күлдәктәр тектерҙек. Ҡыҙҙары менән бергә фитнесҡа йөрөргә күндерҙек. Ярты йылдан һомғолланып, йәшәреп киткән ҡатын асылына ҡайтты һәм... юҡҡа сыҡты. Баҡһаң, иртәнсәк боҙлауыҡта йығыла яҙған Наиләбеҙҙе эргәһенән үтеп барған ир тотоп ала. Һөйләшеп китһәләр, ул да айырылған булып сыға. Бер-береһенә тартылған ике етем йән сәстәрен сәскә бәйләп йәшәй башлай. «Ғүмеремдә тәүге тапҡыр үҙемдә бер ни ҡаҡшата алмаҫлыҡ ышаныс тойҙом – мин һөйөүгә лайыҡ! Көнөмдө нурға күмгән һөйөүҙе яҡларлыҡ, бер кемгә лә бирмәҫлек көс бар миндә!» – тигән Наиләнең үҙендә генә түгел, ҡыҙҙарында ла сағыла бөгөн рух ҡеүәте, әсәнең халәте балаларға ла күсә бит».
Эйе, Әлфиә ханыма килгән һәр кемдең яҙмышы – фәһемле китап яҙырлыҡ тарих. Мәҫәлән, түбәндәге ваҡиға ир-ат холҡон, хаким ҡиәфәтен алған ҡатындарға хаталарын ситтән күрергә, һуң булмаҫ борон уларҙы төҙәтергә ярҙам итер, моғайын: «Финанс даирәләрендә ҙур дәрәжә биләгән Зилә ханым яңғыҙлығын коттеджына күскәс кенә тоя. Ҡалалағы фатирынан ауылдағы туғандары өҙөлмәгәнгәме икән, ошоғаса бер ҙә сөңгөлдәй төшөнкөлөккә бирелмәй. «Исмаһам, янымда ҡарасҡы ғына кеүек булһа ла бер йән эйәһе йөрөһәсе!» – ти ул, өҙгөләнеп. Ҡарасҡы түгел, ҡарағайҙай азамат насип булды үҙенә. Ләкин ҙур коллектив менән идара итеп өйрәнгән ҡатҡыл ханым ирҙе ир итеп түгел, ҡул аҫтындағы хеҙмәткәр итеп күрә. Әхирәттәре йыйылған сираттағы табындан һуң Зилә уның өҫтөнә алъяпҡыс ырғыта: «Йыйыштыр!» Шулай ти ҙә, ишеген шапылдатып ябып, бүлмәһенә инеп китә. Ниндәй ир был ғәрлекте күтәрһен? Уның һүҙе бер була: «Миңә бындай ҡатын кәрәкмәй».
«Һуңғы йылдарҙа, боронғо замандағы кеүек, тормош ҡорорға теләүсенең ниндәй ғаиләнән сығы­уына, ниндәй тәрбиә алыуына ҙур иғтибар бирә башланылар, – тип дауам итә һүҙен Әлфиә Ишморат ҡыҙы. – Сөнки йәрәшеүселәрҙең белеме, социаль статусы, мөхите яҡынлығы тиҙ уртаҡ тел табырға ярҙам итә. Бигерәк тә табиптар, ғалимдар династия­ларынан мөрәжәғәт итеүселәр күп. «Донъя малы мөһим түгел, күңеле, фиғеле матур булһын», – ти бәхетте байлыҡ менән һатып алып булмаҫын белгән был кешеләр».
Йыш ҡына ҡыҙҙарыбыҙҙың ҡырыҫлыҡ арҡаһында бәхеттәренән ҡолаҡ ҡағыуын да ул әйтмәй булдыра алмай: «Мәҫәлән, матурлыҡ конкурсына ебәрерлек бер сибәрҙең килмәгән яғы юҡ: холҡо ла һәйбәт, күңеле лә яҡты, ике юғары белеме яҡшы урында эшләү мөмкинлеге бирә. Бөтөн бәләһе шунда: көслө заттың тулҡынына көйләнә, уны тын алышынан аңлай белмәй. Ә бына урта махсус белемле шәфҡәт туташтары, ҙур ғилемле ҡыҙҙарҙан айырмалы булараҡ, күҙ асып йомғансы кейәүгә сығып, бик матур мөнәсәбәттәр ҡора. Сөнки ҡушҡанды үтәп өйрәнгән һылыуҙар иргә «буйһоноп», уға юл ҡуя, күңелен яҡшы тоя. Ҡатын-ҡыҙ аҡылының нескәлеге, тәрәнлеге шунда сағыла ла инде».
Бөгөн, буйҙаҡ егеттәр аҙ, яңғыҙ ҡыҙҙар күп заманда, гүзәлдәребеҙҙең: «Башта үҙе шылтыратһын!» – тип ир-аттан беренсе аҙым көтөп ултырыуын да хупламай Әлфиә ханым: «Ялған ғорурлыҡ арҡаһында күпме аҫыл­бикәләр йәрҙәренән яҙа. Бәхет башы – алтын урталыҡта».
Яңыраҡ ҡына таныштырған бер егет менән ҡыҙҙың тарихын бәйән итеүе иһә – мөхәббәттең мөғжизәүи, мәңге асылмаҫ сер булыуына ишара: «Улар бер-береһе өсөн тыуған кеүек, төҫ-ҡиәфәте, тотоштары, бер өлкәлә эшләүҙәре, хатта ҡыҙыҡһыныуҙары менән шул тиклем тап киләләр ине. Кисәлә айырыла алмай һөйләшеүҙәрен күреп, бына тағы бер пар бәхетле, тип ҡыуандым. Иртәгәһен егеттең шылтыратыуы иһә шаҡ ҡатырҙы: «Уның менән иҫ киткес рәхәт. Ул миңә һеңлем кеүек яҡын. Тик мин мөхәббәт көтәм...» Егеттең артабанғы яҙмышы иһә һөйөү ҡошоноң сыбар йөрәктәргә – түҙемһеҙҙәргә түгел, ышанып, сабыр итеп көтә белеүселәр иңенә ҡуныуын ҡеүәтләй...»
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: