-2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ебәк тирмә
15 Июнь 2021, 14:31

Алиһәләй ымһындырғыс, фәрештәләй наҙлы…

Мәҙәниәт үҫешен сағылдырған бөтә тарихи дәүерҙә лә тән һылыулығы моданы ғына түгел, ә йәмғиәттең һәм халыҡтың социаль статусын, йәшәү асылын һүрәтләүсе төп күрһәткестәрҙең береһе булған. Эстетик матурлыҡҡа һоҡланған боронғо антик осорҙа күнекмәләр менән камил образ тыуҙырырға тырышһалар, ә инде урта һәм ХIХ быуаттарҙа тулы кәүҙә юғары статус билгеһе булып һаналған. ХIХ быуатта Америка­ла, Германияла, Бөйөк Британияла һәм Рә­сәйҙә тән йомроло­ғона ҡарап, ҡа­тын-ҡыҙ­ҙың бай­лығын, сәлә­мәт­леген һәм юғары ҡатламға ҡара­ғанлығын билдәләгәндәр. ХХ быуатта ябы­ғыу культы йәнә тергеҙелә.

Әлеге көндә кешенең тән камиллы­ғына һәм тышҡы ҡиәфәтенә айырыуса ҙур мәғәнә һалына. Реклама һәм баҙар системаһы маҡсатлы рәүештә был юҫыҡ­та ҡеүәтле эш йәйелдергән: фитнес залдары, өйҙә ҡуллана торған спорт ҡорамалдары, ябығырға өйрәт­кән әс­баптар, дөрөҫ туҡланыу китаптары, йәшәртеүсе күнекмәләр, организмды шлактарҙан таҙартыусы дарыуҙар, ула­ры ла ярҙам итмәһә, гүзәллек уколдары һәм плас­тик хирургия...
Заман һылыуы үҙен йәш һаҡлар, нәфис күренер һәм тән камиллығына өлгәшер өсөн айына кәмендә 60-ар мең эш хаҡы алырға, тимәк, ике урын­да эшләргә, шул уҡ ваҡытта, ғаиләһен һәм өйөн онотоп, спорт залынан һәм матурлыҡ салонынан сыҡмаҫҡа тейеш була түгелме һуң?! Бөгөнгө йәмғиәт ниндәй психологик етешһеҙлектәр ме­нән интеккәнен аңлар өсөн, йәшәү рәүешебеҙгә ситтән күҙ һалыу ҙа етә. Үҙебеҙҙе нисек бар, шулай ҡабул итә һәм ярата белмәүебеҙ былай ҙа еңел булмаған тормошобоҙға байтаҡ ҡат­марлыҡтар өҫтәй. Уйлап табылған камиллыҡ төшөн­сәһен халыҡҡа көс­ләп тағыу, за­ман алға һөр­гән ҡим­мәттәрҙе аҙым һайын иҫкәртеү, ке­шеләрҙә яңы­лыш фекер уятып, ғаиләләрҙе емерә, һылыу заттарҙа ышанысһыҙлыҡ, ғәйеп тойғоһо уята. Телевизор экрандарын да, сәхнәләрҙе лә барби ҡурсағын хәтерләткән бер үк йөҙ-ҡиәфәтле һәм буй-һынлы һылыу­ҡайҙар яулап алды. Үҫмер ҡыҙҙарыбыҙ быны күреп, тал сыбығылай нескә бу­лырға атлыға, әм­мә ниндәй хаҡ менән һуң! Ризыҡ аша файҙалы матдәләрҙе тейешенсә алма­ған йәш организм тиҙ ҡаҡшай, төрлө сирҙәр ҡалҡып сыға, дөрөҫ туҡланмау хис-тойғо торошона ла кире йоғонто яһай. Үҙ белдегенә туҡтауһыҙ диеталар менән яфаланып, аш­ҡаҙан-эсәк юлдары сирҙәренә юлыҡ­ҡан, артыҡ килограмм өсөн үҙен һәм яҡындарын өҙгөләр сиккә еткән ҡатын-ҡыҙҙың мө­һимерәк нәмәләр ту­раһында уй­лар­ға ваҡыты ла ҡал­майҙыр, тигән фекер тыуа. Үҙеңде зифа һынлы, сибәр тойоуҙан да мөһи­мерәк тағы нәмә бар инде, тиер­һегеҙ.
Эске нур, мөхәббәт, үҙеңде һәм яҡындарыңды нисек бар, шулай ҡабул итеү, күңел йылыңды йәлләмәү, яғым­лылыҡ! Әйтәйек, әгәр шул уҡ ҡыр­мыҫҡалай нескә билле сибәркәй үҙен дорфа тотһа, эргә-тирәләгеләргә түбәнһетеп ҡараһа, әҙәп-әхлаҡ ҡағи­ҙәләрен белмәһә, матурлығын юғал­тыуҙан ҡурҡып, бер нәмәгә лә өйрәнергә тырышмаһа, һалҡынлыҡ һәм илтифатһыҙлыҡ бөркөлгән таш ҡурсаҡҡа әйләнеп тә ҡарағы килмә­йәсәк бит. Ундайҙан ниндәй әсә һәм өй усағын һүндермәй һаҡлаған ысын ҡатын сыҡһын?! Ир-егеттең мөхәб­бәтен яулар һәм һаҡлар өсөн тәби­ғилек тә, зирәклек тә, ихласлыҡ та, йән көсө лә, ылыҡтырғыс йылылыҡ та кәрәк бит. Һәр кем үҙ эсенә бикләнеп, мөләйем булыуҙан, йәғни йән көсөн юҡҡа сарыф итеүҙән ҡурҡа. Донъя модаһына ҡуштаңлап эйәреп, үҙенсә­легебеҙҙе юғалта барабыҙ әллә? Мосолман ҡатын-ҡыҙының күңел көмбәҙе изге хистәрҙән, һөйөү нурынан ту­ҡылған: ул ярата-яраттыра, өйөн, яҡындарын йылылыҡҡа, наҙға, бәхет хисенә сорнай. Ә беҙҙең тормо­шобоҙҙа бөтә нәмә ҡатын-ҡыҙға ҡаршы ҡоролған кеүек тойолоп китә. Ҡаты ҡанундар хөкөм һөргән һәм ир-ат хакимлыҡ иткән социумға яраҡлашып ғүмер кисерергә мәжбүрбеҙ. Белем биреүҙән башлап бөтә тармаҡтарҙың үҫеше лә дөйөм алғанда ир-атҡа ҡулайлаштырылған. Мәҫәлән, шул уҡ үҫмер кәүҙәле, ябыҡ ҡатын-ҡыҙҙы ма­турлыҡ символы итеп күтәргән мода индустрияһында ла билдәле модель­ерҙарҙың күбеһе ғәҙәти булмаған енси йүнәлешкә ҡарай. Улар һылыу заттың ысын гүзәллеген, йән һәм тән һылыулығын дөрөҫ аңлай һәм тоя аламы икән һуң?!
Ысынбарлығында ҡатын-ҡыҙ ма­турлығы гормондарҙың дөрөҫ эшмә­кәрлегенә бәйле, ти медицина белгестәре. Баҡтиһәң, талдай нескә билле булыу ылыҡтырғыс көскә эйә тигәнде аңлатмай икән. Бил тәңгәлен­дәге ҙур булмаған май ҡатламы, йәғни гормондар енси ҡеүәт өсөн яуап бирә. Шуға ла ир-ат, үҙе лә аңғармаҫтан, тулыраҡ кәүҙәле ҡатын-ҡыҙға ымһына. Йомро түштәре, шалҡандай ап-аҡ беләктәре, ҡосаҡта ирерҙәй йомшаҡ билкәйе, еләктәй ҡыҙарып тулышҡан ирендәре, тип тасуирларға ярата гүзәл заттың албырғатҡыс һылыулығын әҙип­тәребеҙ ҙә. Әйткәндәй, ҡатын-ҡыҙ күркәмлеге өсөн яуап биргән гормондарҙың тейешле кимәлдәме, юҡмы икәнен үҙегеҙ ҙә өй шарттарында асыҡлай алаһығыҙ. Бының өсөн кендек эргәһендәге май ҡатламын ҡулығыҙ менән ҡымтып тотоғоҙ ҙа ҡалынлығын ҡәҙимге линейка менән үлсәгеҙ. Әгәр ҙә май ҡатламы 1,8–2,5 сантиметр самаһы тәшкил итә икән, тимәк, һеҙҙе ҡотларға була – сексуаль энергияғыҙ тейешле кимәлдә. Әгәр ошо билдәнән кәм йәки артыҡ икән, гормондар эшмәкәрлеген тикшертеү дөрөҫ булыр.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, кеше тәбиғәте аяуһыҙ – беҙ өлкәнәйәбеҙ. Яҙмыш ҡы­шы сәстәргә – сал, йөҙ-ҡиәфәткә тә­рән бураҙналар һала. Ул тышҡы матурлыҡҡа ғына алданып йәшәгән­дәргә төшөнкөлөк менән янай. Шуға ла күңел матурлығын, рух ныҡлығын, белем алыуҙы өҫтөнөрәк ҡуйып, тормош аҡылына таянып, юҡ-барға өҙгө­ләнмәй, сабыр ғүмер итеү фарыз!
Самаһыҙ ябығыу ҙа, артыҡ тән ауырлығы ла ҡатын-ҡыҙ һаулығы өсөн зыянлы, тинек. Һәр нәмәлә алтын урта­лыҡты табыу, күңел торошон тигеҙлек­тә тотоу, тормошҡа йән һәм йәм өрөү, шатлыҡ өләшеү – нәфис заттың ысын булмышын сағылдырған, уны бәхетле иткән аҫыл ҡиммәттәр. Тәбиғәт тарафынан гүзәллек тыу­ҙырыусы, илһам һәм һөйөү нуры сәсеүсе, нәҫелде дауам иттереүсе булараҡ яратылған нескә затты ир-аттың һоҡ­ланыуы һәм мөхәббәте генә алиһәләй ымһындырғ­ыс, фәрештәләй наҙлы итә ала.


Альбина ҒӨБӘЙҘУЛЛИНА.

Читайте нас: