0 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ебәк тирмә
30 Апрель 2019, 14:40

Ҡыҙым – серҙәшем...

Таныш бер ҡатын: «Ҡыҙыма күрем тураһында нисек аңлатайым икән? Һүҙҙе нимәнән башларға белмәйем...» – тип кәңәш һорағас, аптырап ҡалдым. Ҡыҙҙарыма был турала нисек әйттем һуң әле, тип иҫкә төшөрөргә тырыштым. Өлкәне менән үҙем һөйләшкәнде асыҡ иҫләйем, ә нисек, нимәнән башланым, хәтерләй алманым. Ә икенсе ҡыҙыма аңлатып тороу кәрәкмәне, апаһы аша белгәйне инде.

Ниңәлер был тема элегерәк ябыҡ булды. Әсәйҙәр ҡыҙҙары менән ошо хаҡта һөйләшергә уңайһыҙлана торғай­нымы шул... Тарихҡа күҙ һалһаҡ та, ҡатын-ҡыҙҙарҙың был сетерекле хәлдән нисек сыҡҡанын, күрем ваҡытында нимәләр ҡулланғанын һүрәтләгән бер генә яҙма ла юҡ, тиһәң була. Ә бит дөрөҫ мәғлүмәт етешмәү арҡаһында ҡыҙ балалар күпме ҡыйын хәлдә ҡалырға мөмкин! Бер нисә миҫал килтерәйек:
Әнисә: «Күремдең яҡынса нимә икәнен белә инем, әммә миңә ҡағылыр тип һис уйламаным. Беренсе тапҡыр ҡан күргәс, ҡотом осто. Әсәйемә әйтергә, әрләп ташлар, тип икеләтә ҡурҡтым, шуға ла был турала иң тәүҙә өләсәйемә белдерҙем...»
Мәрйәм: «Әсәйем менән был темаға бер тапҡыр ҙа һөйләшкәнебеҙ булманы. Тәүге күрем лагерҙа ятҡанда башланды. Ҡан таптары күреп, шул тиклем ҡурҡтым. Карауатыма яңынан барып яттым да буҫығып илай башланым. Үләм икән, тип уйланым. Ҡыҙҙар кәйефемдең ҡапыл боҙолоуының сәбәбен белә алмай аптырап бөттө. Өлкәнерәк ҡыҙыҡай эштең нимәлә икәнен төшөнгәс, бөтә ҡыҙҙар менән дә була торған хәл икәнен, ҡурҡырға кәрәкмәгәнлеген матур итеп аңлатты...»
Бындай миҫалдарҙы әллә күпме килтерергә мөмкин. Аллаға шөкөр, заманалар хәҙер үҙгәрҙе, интернетта мәғлүмәт тә, китаптар ҙа, тейешле әйберҙәр ҙә һатыуҙа етерлек, тик ҡыҙ балаларҙың ниндәйҙер өлөшө ошо сетерекле ваҡытҡа әҙер булмай сыға. Мәғлүмәтле заманда әсәйҙәр ҙур бер проблеманан: ҡыҙына күрем тураһында аңлатыуҙан ҡотолдо кеүек. Ысынлап та, үҙең һөйләп ултырғансы, кәрәкле мәҡәләне йә видеоны ғына асып, үҙенә танышырға ҡушыу күпкә еңел түгелме һуң? Был хаҡта замана әсәйҙәре нимә уйлай икән?
Ләйлә: «Ҡыҙыма 11 йәш тулғас, үҙем һөйләнем. Ҡурҡмаҫҡа, иң тәүҙә миңә әйтергә йә, яҡында магазин һәм кеҫәһендә аҡсаһы булһа, прокладка һатып алырға кәрәклеген аңлаттым. Был дөрөҫтөр, тип уйлайым, ситтән ниндәй мәғлүмәт алырын белеп булмай бит. Аҙаҡ ул күрем килеүҙе тәбиғи хәл тип ҡабул итте. Миңә нисек әйтергә белмәй, аптыранып йөрөмәне».
Нәзифә: «Әсәй кеше ҡыҙына үҙе аңлатырға тейеш, тигән фекерҙәмен. Быға бигерәк тә үҙемдең, әхирәттәрем миҫалында инандым. Баламдың нимә эшләргә белмәй, әсәһенә әйтергә ҡурҡып йөрөүен теләмәйем. Унан, үҙең һөйләһәң, арала ышаныс арта, аҙаҡ та килеп тыуған мәсьәләләрҙе һинең менән уртаҡлашыуҙан, кәңәш һо­рауҙан ҡурҡмаясаҡ, тартынмаясаҡ».
Ысынлап та, әсәй менән ҡыҙ араһындағы йылы мөнәсәбәт, ышаныс, яҡынлыҡ ошондай мәсьәләләрҙе бергә хәл итеүҙән башлана түгелме?
Был турала психолог кәңәшенә лә ҡолаҡ һалайыҡ.
Әлфиә Байрамғолова, клиник психолог, арт-терапия белгесе: «Хәҙерге балалар физик яҡтан иртә өлгөрә. Элек күрем 12-13 йәштә килһә, хәҙер 10-11 йәш тулғас күҙәтелә. Ҡайһы бер ҡыҙҙарҙың 9 йәштә лә башланып ҡуя. Ул ваҡытта бала бигерәк бәләкәй бит әле. Ҡан күреп ҡурҡмаһын, күңел йәрәхәте алмаһын өсөн, ҡыҙы менән мотлаҡ әсәй кеше үҙе һөйләшергә тейеш. Әсәйҙе уҡытыусы ла, башҡа берәйһе лә алыштыра алмай. Әлбиттә, элек, ғаиләлә 8-9-ар бала үҫкәндә еңелерәк булған. Ҡыҙҙарға еңгәйҙәре йә апайҙары аңлатҡан. Күп әсәйҙәр бөгөн дә ҡыҙҙары менән ул темаға һөйләшә алмай, араларында ниндәйҙер кәртә тора. Шуға күрә мәктәптәрҙә лә ошо темаға медицина хеҙмәткәрҙәре ҡатнашлығында таҙалыҡ, гигиена талаптарына арналған әңгәмәләр үткәрелергә тейеш. Һис кенә лә оялырға кәрәкмәй, күрем килеүҙең тәбиғи хәл икәнен олоһо ла, йәше лә яҡшы аңларға тейеш».
Нисек кенә әйләндереп-тулғандырһаң да, күрем хаҡында ҡыҙы менән әсәй кеше үҙе һөйләшергә, алдан уҡ иҫкәртеп ҡуйырға бурыслы. Уның ышаныс бағлап торған ҡәҙерле кешеһе һеҙ бит!.. Ҡыҙығыҙҙың кәүҙәһе үҙгәреш кисереп, күреме килде икән, бәпесегеҙ инде ҙурайҙы тигән һүҙ. Тиҙҙән һомғол буйлы, нәҙекәй билле һылыуға әүереләсәк...
Читайте нас: