Асҡын районы Урмияҙ ауылының һөйләшсәһен ҡарап үтәйек. Ҡариҙел һөйләшенең айырым бер тармағы булараҡ Урмияҙ һөйләшсәһе фонетик яҡтан бик үҙенсәлекле тип әйтергә мөмкин. Республикабыҙҙың ситендә урынлашып,быуаттар буйына күрше йәшәгән халыҡтар менән тығыҙ аралышта булғанлыҡтан был яҡ теле сит һөйләштәр тарафынан көслө йоғонто кисергән.
Һөйләштең сиктәре лт, мт, нт, ңт, ңк, рт диссимилятив өн ҡушылмалары ҡулланыуы менән билдәләнә.
|
Әҙәби тел |
Диалект |
Русса тәржемә |
|
һөйләйһеңдер бәрәңге янында йоҡлаһам да |
сүләйсеңтер [сүл’ә/jсэңтэр] бәрәңке [ бәрәңкэ/] янынта [й’анынта/] йоҡласам та [й’оҡласа/мта] |
говоришь наверное картофель рядом даже поспав |
|
алма ҡамыл май |
[аoлма/] [ҡаoмы/л] [маo/й’] |
яблоко жниво масло, жир |
А – Ы. Урмияҙ һөйләшсәһендә ҡайһы бер һүҙҙәрҙә а өнө менән ы өндәренең үҙ-ара алмашынып килеүе күҙәтелә:
|
Әҙәби тел |
Диалект |
Русса тәржемә |
|
бағры осаяҡ умырзайа |
бағра [баoғра/] осыйаҡ [осый’а/ҡ] умырзыйа [умырзый’а/] |
форель треножка подснежник |
Ы –А өндәре алмашыныуы рус теленән ингән һүҙҙәрҙә лә асыҡ сағыла:
|
саoмыуар [самыvа/р] сәнескә [сәнескә/] |
самовар салазки |
А – О. “юҡ” (был өндәрҙең үҙ-ара алмашыныуы Урмияҙ һөйләшсәһендә күҙәтелмәй).
У – А. Һөйләштә ҡайһы бер һүҙҙәрҙә а, ә, е өндәре урынына у, ү өндәре ҡуланыла:
|
бәрәңге кәшмә |
бүрәңке [б’үрәңке/] ҡушма [ҡушма/] |
картофель плот |
|
атай аҙ байрам сас |
әтәй [әтә/й] әз [ә/з] бәйрәм [бәй’рә/м] сәс/чәч [сә/с] [чә/ч] |
Шулай уҡ кайһы бер һүҙҙәрҙең ҡаты варианттарын да осратырға мөмкин:
|
йән әсе бәғер |
йан/ 3ан [йаo/н] [жйаo/н] асы/ачы [аoсы/] [аoчы/] бағыр [баoғы/р] |
|
бәләкәй
әрекмән бәшмәк |
белеки [бел’еки/] белекей [бел’еке/й] белкей [бел’ке/й] эрекмән [эрекмә/н] мешкә [мешкә/] |
маленький
репейник, лопух гриб |
|
ғүмер йүгереү йүткереү |
ғөмер [ғөме/р] йөгөрөү [й’өгөрө/v] йөткөрөү [й’өткөрө/v] |
|
кәңәш кәрәк тәрән |
киңәш [к’иңә/ш] кирәк [к’ирә/к] тирән [т’ирә/н] |
совет надо глубоко |
|
эрләү иреү эшетеү |
иләү [ил’ә/v] эреү [эрә/v] ишетеү [ишете/v] |
таять слышать |
О-Ы
|
шыма уҡлау кис ҡырын |
шома [шома/] оҡлау [оҡла/v] кис ҡорон [ки/сҡорон] |
гладкий скалка вечером |
Был үҙенсәлеккә кире делабиализация күренеше лә йыш осрай:
|
шоморт булмау бөтөү |
шымырт [шымы/рт] былмау [бы/лмаv] бетеү [бете/v] |
черемуха не быть закончить |
ЫУ-У
|
йыуғыс сыуаш тыуған |
йуғыс [й’уғы/с] суаш [суа/ш] туған [туға/н] |
ӨЙ-Ү
Был күренеш күбеһенсә сонор р, л тартынҡылары алдында булған өндәрҙә күҙәтелә
|
һөйләү өйрә өйрәнеү |
сүләү [с’үл’ә/v] үрә [үрә/] үрәнеү [үрәне/v] |
ЫЙ-И
|
ҡыйбала/ҡыбла сыйған/сыған уйлай |
ҡибла [ҡибла/] сиған/чиған [с’иға/н] уйли [уйли/] [уй’лы/] |
Ләкин ҡайһы бер осраҡтарҙа дифтонг монофтонгизацияға бирелмәй, ә уның бер элементы ғына икенсе бер өнгә алмашынып ҡала:
|
бармай кайтмай |
бармый [баoрмы/ (й)] кайтмый [каoйтмы/ (й)] |
|
ысын ыуаҡ эләүкә |
сын/чын [сы/н] [чы/н] уаҡ/ваҡ [уаo/ҡ] [ваo/ҡ] ләүкә [л’әvкә/] |
Һәм бынан тыш ҡайһы бер саҡта протезаға кире күренеш күҙәтелә, йәғни һүҙҙең башында йәки аҙағында протетик һуҙынҡы өҫтәлә:
|
төрмә ыҫпай |
өтөрмә [өтөрмә/] ыспайы [ыспай’ы/] |
Был күренеш күбеһенсә мишәр һәм татар һөйләштәре өсөн ғәҙәти.
Ирен гармонияһы о, ө өндәре буйынса үткәрелә.
|
өлкөкөннө [өл’кө/көнө] йөткөрөү [й’өткөрө/v] божғотоу [божғото/v] |
позавчера кашлять отругать, дать жару |
Ирен гармонияһының боҙолоуы бик һирәк осраҡтарҙа ғына күҙәтеле. Был хәл ғәҙәттә ике ижектән торған һүҙҙәрҙә сағылырға мөмкин:
|
хошбый [хошбы/й] ботыҡ башҡыртлары [боты/ҡбаoшҡыртлары/] |
духи бутукские/вотякские башкиры |
Аңҡау гармонияһы
Урмияҙ һөйләшсәһендә аңҡау гармонияһының боҙолоуы йыш ҡына сит телдәрҙән ингән һүҙҙәрҙә күҙәтелә:
|
бәрәкат [б’әр’әка/т] зыбанейлар [зыбан’ила/р] хәйасыз[х’әй’асы/з] |
междометное слово, выражающее удивление злые люди
бессовестный, невоспитанный |
Шулай уҡ өҫтә килтерелгән үҙенсәлектәрҙән тыш Ҡариҙел һөйләшенә редукция күренеше хас, йәғни о, ө, ы, е (бик һирәк ә өнө лә)өндәре талғын тартынҡылар менән бергә килгәндә тулыһынса редукцияға бирелеп төшөп ҡалалар:
|
ҡырын бәләкәй һырыу |
ҡрын [ҡры/н] белкей [бел’ке/й] сыру [сыру/] |
наклонно, косо маленький стегать |
15-16/ Һ-Ҫ өндәре өндәре урынына Урмияҙ һөйләшсәһендә с тартынҡыһы ҡулланыла
|
һаташыу һимеҙ һыйыр |
саташыу [саoташы/v] симез [с’име/з] сыйыр [сыйы/р] |
ер 3ир [жйи/р]
ерән 3ирән [жйирә/н]
емелдәү 3имелдәү [жйимел’дә/v]
|
һеҙ ҡоҙа ҡоҙағый |
сез [се/з] ҡода [ҡода/] ҡодағый [ҡодағы/] |
|
балаҫ батша бесәй |
палас [паoла/с] патша [паoтша/] песи [пес’и/] |
|
тупраҡ ҡалпаҡ кәнәфи |
туфраҡ [туфра/ҡ] ҡалфаҡ [ҡаoлфа/ҡ] кәнәпе [кәнәпе/] |
|
сәскә сыйырсыҡ баҫҡыс |
чәчкә [чәчкә/] сыерчык [сыйерчы/ҡ] басҡыч [баoсҡы/ч] |
|
сөсө сөскөрөү |
төчө [төчө/] төчкөрөү [төчкөрө/v] |
|
кешенән ҡалала |
кешезән [кешезә/н] бакчаза [баoкчаза/] |
Морфологик үҙенсәлектәре. Исем.
а)исем яһаусы функция:
|
баллыҡай йөннөкәй |
молочай дикая морковь |
б)кесерәйтеү формаһын яһаусы функция:
|
туғанҡай иптәшкәйем апаҡайым |
родненький подруженька моя сестричка |
в) –ҡай/-кәй аффикслы ҡайһы бер һүҙҙәр ымлыҡ функцияһын башҡарырға мөмкин:
|
атаҡайым инәкәйем |
батюшки мои матушки мои |
|
ҡишамбый ҡылдымбый ҡыстыбый |
кривляка обидчивый сующий везде нос |
|
атлама борма |
стропила, скоба извилина реки |
|
шарламыҡ эремек |
водопад творог |
|
ауылдың төньяғында һарыҡтың ҡауҙаны ҡарсыҡтың ҡаҙҙары |
ауылныҡы төнйағында сарыҡныҡы ҡаузаны ҡарчыҡныҡы ҡазлары |
Сифат
|
ваҡсыу мыжғыу басым=басыңҡы |
мелочный ворчливый спокойный, кроткий |
|
йоғоносло жигәрле |
заразный трудолюбивый |
|
ттороҡсоз |
невыдержанный |
Алмаш.
|
Төп килеш Эйәлек к. Төбәү к. Төшөм к. Сығанаҡ к. Урын-ваҡыт к. |
мин минең/минем/минеке миңә мине миннән/миңәрдән миндә/миңәрдә |
син синең/синем/синеке сиңә сине синнән/сиңәрдән синдә/сиңәрдә |
ул аның/аныҡы аңа аны аннан/аңардан анда/аңарда |
|
был шул
|
бу/шушы/шошо/шышы шул/теге анау/мынау |
этот тот вон тот |
Күрһәтеү алмаштарының килештәр менән үҙгәреүе:
|
Төп килеш Эйәлек к. Төбәү к. Төшөм к. Сығанаҡ к. Урын-ваҡыт к. |
бу мының/мыныҡы мыңа/мынарға мыны мыннан/мынан мында/мынта |
шушы шуның/шуныҡы/шушының шуңа/шушыға/шунарға шуны/шушыны шуннан/шушынан шунда/шушында |
Һорау алмаштары: нимә – ней, ни, нәмә, нәстә, нәрсә, нәрсәкәй – что?
Ниңә – нейә, нигә, ней, нәмәндәй, нинди, ҡай – зачем?
Ҡайһы - ҡайсы
Ҡайҙа – ҡайа, ҡайда
Ҡылым.
Ҡариҙел һөйләшендә Ҡылымдар яһалышында ғәҙәттә әҙәби телгә хас булған аффикстар ҡатнаша. Тик уларҙың варианттарының ҡулланылышы әҙәби тел нормаларынан айырылырға мөмкин.
|
аяҙыу арыҡланыу ҡатырыу |
айазлау арыҡлау ҡатырлау |
проясниться худеть закрепить |
|
туҡтау туҙыу туҙҙырыу |
туҡрау туздырау туздыратыу |
остановиться разбросаться разметать |
|
ҡунаҡлашыу тартышыу |
ездить друг к другу в гости препираться |
||
|
|
|
|
|
|
йылышыу йөдәшеү тыңнашмау |
льнуть обессилеть не слушаться |
Ҡариҙел һөйләшенең тағы ла бер үҙенсәлеге шунда – ҡылымдарҙың бойороҡ һөйкәлеше яһалыуында аффикстарҙың архаик формаларын ҡулланыу, йәғни һөйләштә әҙәби телдәге –ығыҙ/-егеҙ, -ғыҙ/геҙ ялғауҙары урынына –ың/-ең,-ң варианттары йөрөй:
|
|
берлектә |
күплектә |
|
1 зат 2 зат 3 зат |
торайым, диәйем тор, диен/диң торсон, дисен |
торайыҡ, диәйек тороң, дийең торсон-нар, дисен-нәр |
Лексик состав
Ҡариҙел һөйләшенең лексик составы күрше халыҡтар һәм уларҙың телдәре, диалекттары менән булған мөнсәбәттәрҙе сағылдыра. Был һөйләшткә ҡараған балыҡсы һәм һун башҡорттары ҡатаә һәм табын башҡорттары менән бик тығыҙ бәйләнештә булғандар, тимәк улар урта һөйләштең йоғонтоһон кисергәндәр.Шулай уҡ Урмияҙ һөйләшсәһе татар һәм мишәр һөләштәре менән үҙ-ара тәьҫир иткәндәр.
Балыҡсы һәм һун башҡорттары урмансылыҡ, һунарсылыҡ, умартасылыҡ һәм игенселек менән шөгөлләнгәндәр, шуға күрә был яҡ диалект үҙенсәлектәре туй йолаһы һәм көнкүреш терминдары, ҡош-ҡорт һәм хайуан исемдәре араһында асыҡ сағыла.
Ҡәрҙәшлек терминдары. Әтәй, әти – отец; инәй, әни – мать; ҡартатай, ҡарттай, дәүәтәй, дәүәти, ҡартый – дедушка; дәүәни, нәнәй – бабушка; аҡбабай - дядя, старше родителей; аҡ әби - тетя, старше родителей; абзый - старший брат; энекәш - младший брат; сеңел, сеңелкәш - младшая сестра; түтәй - старшая сестра; бәбәй – ребенок; кентекәй ҡартысы - повивальная бабка; туған-тума, туған-тумача - родня, родственники; ҡайната, ҡайны - свекор, тесть; ҡәйнә - свекровь, теща; әткәй- обращение к свекру, тестю; әңкәй - обращение к свекрови, теще.
Туй йолаһы менән бәйле терминдар. Ҡыз суратыу - сватание девушки; башҡода – сват; тарту, ҡыз хаҡы, мөһөр - выкуп за невесту; ҡыз тауары - свадебная одежда для невесты; туйаш - свадебные гостинцы со стороны родителей жениха.
Үҫемлектәр исеме. Ҡымызлыҡ - кислица алтайская; кесерткән, кечерткән – крапива; дегәнәк – репейник; көркә - хвойная шишка; энәле ҡаин – боярышник; шоморт – черемуха.
Хайуандар донъяһы. Селәүсен – рысь; йуша, пошо – лось; божор – рябчик; көртлөк – куропатка; сөгөлйән - дождевой червь; сыйыр - һыйыр.
Балыҡ исемдәре. Серде, соло балыҡ – мальки рыб; мөлө - мелкорослая рыба; ташбаш – пескарь; суҡмарбаш – головастик;
Көнкүреш лексика. Тәрәзә – окно; мис/пис, мич/пич – печь; киндеройа- ткацкий станок; кашиак – кухня; чолан – чулан; азбар – сарай.
Кейем-һалым исемдәре. Бишмәт – верхняя легкая одежда; ситле бүрек - шапка, отороченная мехом; мескен бүрек - шапка без меха; үксәле калуш - туфли на каблуке.
Әҙәбиәт:
Literature:
Информаторҙар тураһында мәғлүмәт: