Ҡыҙыл көртмәле еләгенән дауалы эсемлек. 50 грамм ҡыҙыл көртмәле еләгенә 150 грамм ҡайнатып һыуытылған һыу ҡойоп, тәм буйынса бал ҡушып болғатырға. Көнөнә 3-4 тапҡыр, ашағандан һуң, ярты стакан эсергә.
60 грамм дегәнәк япрағына 600 грамм ҡайнар һыу ҡойоп, 4 сәғәт төнәтергә. Берәр стаканлап көнөнә 3 тапҡыр эсергә.
Радикулит, ревматизм осрағында артыш (можжевельник) емешен ашау ҙа ярҙам итә. Уны, ҡайнар һыуҙа төнәтеп, сәй урынына ла эсергә мөмкин. Төнәтмәне ваҡланған емешенән әҙерләйҙәр: 1 ҡалаҡ емешкә 1 стакан ҡайнар һыу алына. Дауаны көнөнә 3-4 тапҡыр берәр ҡалаҡ эсәләр.
50–100 грамм киптерелгән йылан тамыры (шалфей) үләнен 3 литр эҫе һыуҙа ярты сәғәт төнәтергә. Остеохондроз, артрит менән яфаланғанда, уның төнәтмәһен ваннаға өҫтәйҙәр.
Был үләндең тағы бер файҙалы сифаты – ул хәтерҙе яҡшыртыу көсөнә эйә. Йылан тамырын боронғо грек табиптары ошо маҡсатта уңышлы ҡулланған. 10 грамм кипкән, ваҡланған япраҡҡа 1 стакан ҡайнар һыу ағыҙып, ярты сәғәт төнәткәс, марля аша һөҙөргә. Һуңынан, 200 миллиграмға еткергәнсе, ҡайнар һыу ҡушып болғаталар. Төнәтмәне 2-3 көн һалҡын урында һаҡларға. Шифаны көнөнә 3 тапҡыр, ашарға ярты сәғәт ҡалғас, эсәләр.