Кешеләргә рәхмәт әйтмәгән Аллаһы Тәғәләгә лә шөкөрҙә булмаҫ. Әгәр кемгә булһа ла бүләк итеп берәү аҡса бирһә, йә һөт эсерһә йәки урамына табан юл күрһәтһә, шул кешегә бер ҡол азат иткән тиклем сауап булыр. Кем мәрхәмәтһеҙ, шуның үҙенә лә мәрхәмәт булмаҫ, кем ғәфү итмәй, шуның үҙенә лә ғәфү ителеү булмаҫ, кем үкенеү кисермәй, шуның тәүбәһе ҡабул ителмәҫ. Һиңә ярҙам итмәгәнгә ярҙам ит, үҙеңә ҡарата насар булғанды ғәфү ит, һине ташлаған ҡәрҙәшеңде үҙең ташлама. Бәхеттең бөтмәҫ сығанағы – изгелек ҡылырға ынтылыу. Ни тиклем күберәк изгелек эшләһәң, шул тиклем бәхетлерәк буласаҡһың.