2020 - Башҡорт теле йылы булараҡ иҫтә ҡалһа, 2021 йыл башҡорт теленең дәүләт статусына эйә булыуына 100 йыл тулыуы менән әһәмиәтле буласаҡ.
Бер быуат самаһы элек булған хәл-ваҡиғаларға ҡыҫҡаса байҡау яһап уҙайыҡ. 1917 йылдың 20-27 июлендә Ырымбурҙа үткән I Бөтөн башҡорт съезында тәүләп башҡорт телен мәктәптәрҙә урыҫ теле менән бер ҡатар уҡытыу кәрәклеге хаҡында ҡарар ҡабул ителә.
Әммә был уй-ниәтте ғәмәлгә ашырыу оҙаҡҡа һуҙыла. Башҡортостан автономияһы төҙөлгәс кенә башҡорт теле мәсьәләһенә иғтибар көсәйә. 1919 йылдың 3 декабрендә Башревком Юстиция буйынса халыҡ комиссариатына республика биләмәһендә дәүләт телен индереү хаҡында шартнамә эшләргә фарман бирә.
1920 йылдың 1 мартында Башревком ултырышында Юстиция буйынса халыҡ комиссариатының башҡорт телен дәүләт теле сифатында ғәмәлгә ашыу тураһындағы доклады тыңланыла. Ошо ултырышта башҡорт теленең статусын билдәләү буйынса тейешле документтар әҙерләү бурысы йөкмәтелгән комиссия төҙөлә.
1920 йылдың 23 мартында комиссияның эш йомғаҡтары буйынса Башҡортостан биләмәһендә башҡорт һәм урыҫ телдәрен дәүләт телдәре тип иғлан итеү хаҡында шартнамәне раҫлаған ҡарар ҡабул ителә. Ләкин тиҙҙән Башревком тарҡатылыу сәбәпле, был ҡарар ҙа бойомға ашмай ҡала.
1921 йылдың 27 июнендә РКП(б)-ның Башҡортостан өлкә комитеты пленумы, урыҫ теле менән башҡорт телен дәүләт телдәре булараҡ танып, туған телде республиканың барлыҡ уҡыу йорттарында ла өйрәнеү хаҡында ҡарар ҡабул итә.
Ахыр килеп, 1921 йылдың июлендә Советтарҙың II Бөтөн башҡорт съезы был ҡарарҙы юридик йәһәттән нығытып ҡуя: «дәүләт төҙөлөшөндә башҡорт ярлыларының ҡатнашыуын еңеләйтеү маҡсатында, башҡорт телен урыҫ теле менән бер нәүбәттә дәүләт теле тип танырға». Шулай итеп, ҡатмарлы һәм оҙайлы юл үтеп, башҡорт теле дәүләт статусына эйә була.
Ниһайәт, БАССР-ҙың Үҙәк Башҡарма Комитеты ошо документ нигеҙендә 1921 йылдың 6 июлендә “Башҡорт телен урыҫ теле менән бер ҡатар дәүләт теле итеп таныу тураһында” ҡарар ҡабул итә. Шул уҡ йылдың сентябрендә БАССР-ҙың Халыҡ Комиссарҙары Комитеты дәүләт телдәрен республика учреждениеларында ҡулланыу хаҡында инструкцияны халыҡҡа еткерә. Унда, атап әйткәндә, «кантондарҙа, өйәҙҙәрҙә урындағы халыҡтың күпселеге ниндәй телдә һөйләшә, эш ҡағыҙҙары шул телдә алып барылырға тейеш» тип әйтелә.
Төбәктә аслыҡ хөкөм һөргән ваҡытта, сәйәси-ижтимағи һәм социаль-иҡтисади йәһәттән үтә ҡатмарлы шарттарҙа, башҡорт теленең яҙмышын ыңғай яҡҡа бороп ебәреүгә 1921-1922 йылдарҙа Башҡортостандың Үҙәк Башҡарма Комитеты рәйесе һәм РКП(б)-ның Башҡортостан Өлкә Комитеты секретары вазифаларын башҡарған, 1924 йылда иһә БАССР Халыҡ Комиссарҙары Советы Рәйесе булып эшләгән Шәһит Хоҙайбирҙин ғәйәт ҙур көс һала. Уның етәкселегендә башҡорт әҙәби теле нормаларын булдырыу һәм, республиканың дәүләт теле булараҡ, уны дәүләт органдарында, йәғни эш ҡағыҙҙарында ҡулланыу буйынса эҙмә-эҙлекле эш алып барыла. Был йылдарҙа башҡорт теленең ҡулланыу даирәһен киңәйтеүгә йүнәлтелгән байтаҡ фарман ҡабул ителә. Мәҫәлән, Бәләкәй Башҡортостан менән Өфө губернаһын бергә ҡушыу эше атҡарылған мәлдә, түбәндәге документҡа ҡул ҡуйыла:
Центральный Исполнительный
Всем Наркоматам, Центральным
учреждениям и Главкам БАССР
Ввиду начатия фактического слияния двух обособленно до сих пор существовавших и работавших аппаратов власти Малой Башкирии и Уфимской губернии, в целях развития плодотворной работы и постановки дела на положение, вполне отвечающее требованиям местных условий жизни, при формировании органов власти Ваших наркоматов рекомендуется Вам руководствоваться нижеследующими:
Привлекать в деловые органы вашего наркомата преимущественно лиц, знающих не только дело, но оба государственного языка в Башреспублике: башкирского и русского. Опыт старой работы в БАССР диктует необходимость проведения вышеуказанного принципа при формировании всех органов власти.
Наркомы и руководители учреждения не должны забывать те принципы, которые установлены Х партсъездом и Съездом Советов о политике (Советской власти) на окраинах. Плох тот нарком, который не сумеет привлечь туземных работников в свои аппараты, чем их будет меньше, тем хуже он значит справляется со своей задачей.
Напоминая о вышеизложенном, БЦИК предлагает заранее подумать о целесообразном формировании всего аппарата, чтобы максимум добиться выполнения нашей программы в БАССР, т. е. привлечения местных работников, соответствующих указанным условиям.
О принятых мерах информировать БЦИК и своевременно доносить.
Под. Врид. Предбашцика Кушаев.
Шул дәүерҙә үк ошондайыраҡ йөкмәткеле документтарҙың донъя күреүе хайран ҡалырлыҡ! Аҡыллыға – ишара, тиҙәр: уларҙа сағылыш тапҡан ҡарар-фекерҙәр бөгөн дә актуаллеген юғалтмаған.
1923 йылдың декабрендә партияның Башҡортостан өлкә комитеты президиумы ултырышында башҡорт теленең дәүләт статусын эш ҡағыҙҙарында ғына түгел, матбуғат, нәшриәт, мәғариф һәм сәнғәт өлкәләрендә лә ғәмәлгә ашырыу мәсьәләһе тикшерелә. 1924 йылдың 9 авгусында Башҡортостан Үҙәк Башҡарма Комитеты хөкүмәт ҡарарҙарын мотлаҡ ике дәүләт телендә – башҡорт һәм урыҫ телдәрендә - нәшер итеү хаҡында ҡарар ҡабул итә. Был документ республикабыҙҙа башҡорт теленең дәүләт статусын раҫлауҙа мөһим аҙым була.
Республикабыҙҙың 1925 йылда ҡабул ителгән тәүге Конституцияһы башҡорт һәм урыҫ телдәрен дәүләт телдәре итеп иғлан итә. Башҡортостан автономияһының төп законында, атап әйткәндә, башҡорт телен съезд, йыйылыш, суд эштәрендә, идара итеүҙә, ижтимағи тормошта, мәктәптә белем биреүҙә ҡулланыу хаҡында әйтелә.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уҙған быуатты 30-сы йылдарында тел өлкәһендәге сәйәсәт үҙгәрә башлай: 1937 һәм 1978 йылдарҙа ҡабул ителгән республика конституцияларында башҡорт теленең рәсми статусы нығытылмай.
Нисек кенә булмаһын, артабанғы йылдарҙа Башҡортостанда төп милләт теленә иғтибар кәмемәй: гәзит-журналдар, китаптар туған телдә нәшер ителә, башҡорт теле мәктәптәрҙә уҡытыла, радио аша яңғырап тора. Ләкин рәсми даирәлә уны ҡулланыу онотола.
1993 йылда ҡабул ителгән Төп Законда ла башҡорт теленең статусы хаҡында бер ни ҙә әйтелмәй, шул уҡ ваҡытта республика Президенты вазифаһына дәғүә итеүсенең мотлаҡ башҡорт телен белеүе тәҡрарлана. Ғәжәп хәл түгелме?
Хәйер, уҙған быуаттың 20-се йылдарында уҡ дәүләт теле исемен алған башҡорт теленән был статусты бер кем дә мәхрүм итмәгән. Сөнки был тел - республикаға исем биргән төп милләт халҡының туған теле. Уның дәүләт кимәлендәге тел икәнлеге былай ҙа аңлашылып тора, икенсе төрлө әйткәндә, башҡорт теленең юғары статусы, бер быуат элек үк Башҡортостан исеменең нигеҙ ташына һалынып, юридик яҡтан нығытып ҡуйылған.
1999 йылда ҡабул ителгән “Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында” Закон, уҙған быуаттың 20-се йылдарында уҡ республика халыҡтары телдәренә ҡарата билдәләнгән хоҡуҡтарҙы раҫлап, башҡорт һәм урыҫ телдәрен дәүләт телдәре тип иғлан итте.
2002 йылда яңы редакцияла ҡабул ителгән республиканың Төп Законы туған телебеҙҙең статусын урыҫ теле менән бер ҡатар нығытып ҡуйҙы.
Шулай итеп, Рәсәй киңлегендә беренсе булып автономия алыуға ирешкән Башҡортостан төп милләттең телен дәүләт юғарылығына күтәреүҙә ифрат ҙур көс һала. Бынан бер быуат элек ошо оло эштең башында торған автономиялы республиканың көслө рухлы етәкселеге тарафынан туған телде һаҡлап ҡалыу һәм уны артабан үҫтереү хаҡына алып барылған эҙмә-эҙлекле, оҙайлы көрәште ҡаһарманлыҡ һәм батырлыҡ юлы тип атап булыр ине. Туған телебеҙҙең дәүләт теле булараҡ бөгөнгәсә йәшәүендә, уның тарих төпкөлөндә юҡҡа сыҡмауында Шәһит Хоҙайбирҙин кеүек дәүләт эшмәкәрҙәре һәм башҡорт зыялыларының роле баһалап бөткөһөҙ ҙур.
Башҡорт теле Рәсәйҙең бер төбәгендә лә хоҡуҡи йәһәттән ҡурсаланыуға дәғүә итә алмай, был мөмкинлеккә ул бары тик үҙ ерлегендә – Башҡортостанда ғына эйә. Һуңғы йылдарҙа республикабыҙҙа тел өлкәһендә алып барылған ыңғай сәйәсәт башҡорт теленең артабанғы үҫешенә, иң мөһиме - уны ҡулланыу даирәһенең мотлаҡ киңәйеүенә булышлыҡ итәсәгәнә өмөт тә, ышаныс та ҙур.
Башҡортостан Республикаһының
Милли архивы директоры урынбаҫары,
филология фәндәре кандидаты.