-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
16 Март 2021, 10:45

Шәжәрә – тарихи ысынбарлыҡ көҙгөһө

Милли тамырын белмәгән, туған телен һанламаған, йәғни маңҡортҡа әүерелә барған милләттәштәребеҙ – бөгөн айырыуса ярҙамға мохтаж ҡатлам. Был хәлгә улар асылда Совет дәүерендә дәүләт кимәлендә алып барылған сәйәсәт арҡаһында дусар булды.

Милли тамырын белмәгән, туған телен һанламаған, йәғни маңҡортҡа әүерелә барған милләттәштәребеҙ – бөгөн айырыуса ярҙамға мохтаж ҡатлам. Был хәлгә улар асылда Совет дәүерендә дәүләт кимәлендә алып барылған сәйәсәт арҡаһында дусар булды.
Был йәһәттән, йәғни элекке хаталарҙы төҙәтеү маҡсатында, Башҡортостан Республикаһының Милли архивы бик тә әһәмиәтле эш алып бара. 2017 йылда ойошторолған Шәжәрә үҙәге хәҙерге көндә нәҫел тамырҙары менән ҡыҙыҡһыныусыларға аныҡ ярҙам күрһәтә. Метрика кенәгәләре ғәрәп яҙмаһында бирелгәнлектән, күптәр шәжәрәһен үҙаллы эшләй алмай. Боронғо документтарҙы иркен уҡый алған белгестәребеҙ был юҫыҡта һәр кемгә булышлыҡ итә. Әлбиттә, нәҫел-нәсәп хаҡында бай мәғлүмәт туплау һәм төҫлө шәжәрә эшләп биреү хеҙмәте түләүле. Әммә был мәсьәлә бер кемде лә ҡурҡытмай - Милли архивҡа үтенес менән мөрәжәғәт итеүселәр һаны йылдан-йыл арта бара.
Быға тиклем ике туғандаш милләт араһында «аҙашып» йөрөгән кешеләрҙең, хатта уларҙың балалары һәм ейәндәренең, халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре һәм метрика кенәгәләрен төплө өйрәнеп, оло асыш яһауы хәҙер инде беҙҙең өсөн ғәҙәти күренешкә әйләнеп бара. Йәғни, Башҡортостандың төнъяҡ-көнбайыш райондарындағы һәм Татарстандың көнсығыш төбәгендәге татар булып йөрөгән кешеләр, нәҫеп ептәрен тағатып, күп осраҡта үҙҙәренең ҡайһы милләт вәкилдәре икәнлегени асыҡлай. Эйе, архив документтары менән бәхәсләшеү мөмкин түгел! Улар – бер нисә быуат элек үк сәйәси баҫымһыҙ тарих битенә яҙып ҡалдырылған төплө дәлилдәр.
Башҡортостан Республикаһының Архив эштәре буйынса идаралығы һәм Милли архивы шәжәрә мәсьәләһенә иғтибарҙы көсәйтеү һәм йәш быуында милли рух, илһөйәрлек сифаттары тәрбиәләү маҡсатында өлкән класс уҡыусылары, студенттар һәм йәштәр араһында өс йыл рәттән конкурстар уҙғарҙы. Ғилми-тикшеренеү эштәре ғәҙәттә ике дәүләт телендә – урыҫ һәм башҡорт телдәрендә атҡарыла.
Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу сараһына арнап, Башҡортостан Республикаһының Милли архивы ошо көндәрҙә 8-11 класс уҡыусылары, колледж һәм юғары уҡыу йорттары студенттары, 30 йәшкә тиклемге ҡыҙҙар һәм егеттәр араһында сираттағы ижади бәйге ойошторҙо. “Ғаиләм тарихы – архив документтарында” тип аталған шәжәрә конкурсының шартнамәһе, йылдағыса, ҡала һәм район хакимиәттәренә ебәрелде һәм Башҡортостан Республикаһының Архив эштәре буйынса идаралығы сайтында урынлаштырылды.
Тарихи тамырҙарын асыҡларға, нәҫел-нәсәбен барларға һәм ғаилә шәжәрәһе эшләргә теләге булған йәштәр араһында бәйгелә ҡатнашыусылар күп булыр, тип ышанабыҙ.
Халҡыбыҙҙың милли бренды булараҡ баһаланған шәжәрә хәҙерге заман йәштәренең ғорурлығы, милләт паспорты, ата-бабалар мираҫын ҡәҙерләп һаҡлауҙың сағыу өлгөһө булып ҡалһын ине.

Нияз Сәлимов, Башҡортостан Республикаһының Милли архивы директоры урынбаҫары,

филология фәндәре кандидаты.

Читайте нас: