-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
9 Май 2020, 11:45

Миҙалһыҙ һалдат

повестан өҙөкТаҙа һыулы, үҙәненә аҡ таштар һибелгән тау йылғаһының бейек яры аҫтында эш ҡайнай. Олоһо ла, кесеһе лә мәж килә – үҫмер менән ҡатын ҡыҫҡа итеп бысылған ҡайын түмәрҙәрҙе ваҡлап яра, малай менән ҡыҙсыҡ утынды ярҙы өңөп эшләнгән ер ҡыуышлығына ташый. Ҡыуышлыҡ ауыҙынан ергә һырылып һүрән быу өҫкә ағыла. Яр башында торба сусайып ултыра, унан ҡуйы төтөн сыға.

повестан өҙөк
Таҙа һыулы, үҙәненә аҡ таштар һибелгән тау йылғаһының бейек яры аҫтында эш ҡайнай. Олоһо ла, кесеһе лә мәж килә – үҫмер менән ҡатын ҡыҫҡа итеп бысылған ҡайын түмәрҙәрҙе ваҡлап яра, малай менән ҡыҙсыҡ утынды ярҙы өңөп эшләнгән ер ҡыуышлығына ташый. Ҡыуышлыҡ ауыҙынан ергә һырылып һүрән быу өҫкә ағыла. Яр башында торба сусайып ултыра, унан ҡуйы төтөн сыға.
– Гөлйемеш, ҡыҙым, чурканы берәмләп ташы. Ауыр бит, – ҡатын ҡыҙ балаға өндәште.
– Юҡ, әсәй, ауыр түгел. Хөрмәт ағай менән беҙ ярышабыҙ, кем күберәк ташыр тип, – ҡыҙсыҡ ете-һигеҙ йәштәр самаһы малайҙан ҡалышмай, йыбырлап ҡараңғы ер өңөшөнә инеп китә лә, йүгерә-атлап йәһәтләп кире килеп сыға, утынды эләктереп тағы йүгерә.
– Марат йылғаға төшөп киткән бит. Ҡыҙым, бар, бында алып кил ҡустыңды, – бер туҡтамай балта һелтәһә лә, әсә күҙенән балаларының береһе лә ситтә түгел.
Мөхәмәтдин ырамлы был эште ситтән берауыҡ күҙәтеп торҙо ла, эҙләгән кешеләрем ошолар, ахыры, балалар һаны тап килә, тип һығымталаны.
Ҡатын ҡапыл тертләгәндәй итте. Турайып баҫты, башындағы яулығын һыпырып туҙған сәстәрен рәтләне, итәктәрен тартҡыланы. Шунан ипле генә артына боролоп ҡараны. Арыраҡ, яр һөҙәкләнә биреп Уза йылғаһына тартылған тәңгәлдә, һалдат кейемендә ир тора. Әйләнеп балаларына күҙ һирпеп алды ла, иргә табан тағы йөҙ борҙо.
Юҡ, Хисмәт түгел. Кем булыр? Яҡшыға юрарғамы, яманғамы, тип ҡатып ҡалды.
Мөхәмәтдин, фашланыуын аңлағас, йәһәтләп яр аҫтына төштө һәм ҡатынға табан ыңғайланы.
– Хәлимә Моталлаповамы? – тип һораны.
– Эйе, – ҡатын ныҡ ҡаушаған төҫтә яуапланы.
Хоҙайым, был кем? Нимә темеҫкенеп йөрөй? Сибек, йөҙө көлһыуланып буҙарған. Кейеме һалдаттыҡы, иңендә – биштәр. Үңәсендә – яҫы ҡара ҡайыштан тегелгән муйынсаҡ...
Улайтып, эт шикелле, ҡайыш муйынсаҡ кейеп йөрөгән кешене Хәлимәнең ғүмерендә лә күргәне юҡ.
– Фронттан ҡайтып киләм. Аҡ билет сыҡты... Хисмәтулла Моталлапов менән гуспиталдә яттым, сәләм ебәрҙе, – һалдат, биштәрен һалып, уны яҫы түмәргә ҡуйҙы ла, ауыҙын аса башланы.
Хәлимә, башы әйләнеп, эргәһендәге утын өйөмөнә сүгәләне, һыны ҡатып өнһөҙ ҡалған әсәләре эргәһенә балалары өйкөлдө. Хәлимә ирҙең ҡулдарынан күҙҙәрен алмай тик ултырҙы.
Һалдат моҡсайын асыу өсөн бер минуттың яртыһы ла етә – көрмәп эләктерелгән арҡа бауының осон бушатырға, ауыҙын сырмаған сүс ептең суғын тартып сисергә һәм бөрөлгән киндер туҡыманы киңәйтеп ебәрергә генә кәрәк. Бәлки, һалдат түгелдер был әҙәм, ә тылсым эйәһе, кирәмәтсе, йә иһә күҙ бәйләүселер. Хәҙер тоҡ ауыҙын асыр һәм тирә-йүн башҡаға төрләнер ҙә бүтән донъяға күсер ҙә ҡуйырҙар: һуғыш та, айырылыу ҙа, асығыу ҙа, ҡара ҡағыҙҙар ҙа, ҡайғы ла, үлем дә булмаҫ. Ошо сағыу май ҡояшы һағыш, үкенес, әрнеү тойғоһонан һәм үтә лә гәзиз ниҙелер юғалтыуҙан йөрәкте семетмәҫ, ә киреһенсә ҡыуандырыр, ҡайҙалыр алыҫҡа, мөғжизәле офоҡҡа талпындырыр, күкрәкте рәхәт ҡытыҡлар, йылмайтыр һәм ихлас көлдөрөр...
Оҙаҡ, бик оҙаҡ ултырҙы Хәлимә һалдаттың эшһеҙлектән нескәргән бармаҡтарының йыбырлауына текләп. Мөғзизәле ваҡыт туҡтаны ла ҡуйҙы, нишләптер. Туҡтаны ла, зыңҡылдап һауала эленеп тик торҙо, бер миҡдарға ла, иң бәләкәй үлсәмгә лә, остоҡ ҡына арауыҡҡа ла алға шылманы.
– Күстәнәс ебәрҙе Хисмәтулла, – туҡтап ҡалған ваҡыт, ватылған быяла, селпәрәмә килгән иң ҡәҙерле һәм ҡиммәтле бәлләүер шикелле, шаулап ергә ҡойолдо ла, һуңлатҡан секунд, минуттарын ҡабалан һанап йылдам алға китте.
Их, тоторға, тағы туҡтатырға, ватылған ярсыҡтарын ҡатырып йәбештереп ҡуйырға һәм шул килеш мәңге-мәңгегә ҡалдырырға ине...
Юҡ шул, әҙәми заттың ҡулынан килерҙәй, зиһененә һыйырҙай эш-ғәмәл түгел был. Үкенес!..
Хәлимә ғәжәпләнеп тирә-яғыны күҙ ташланы: һалдат моҡсайынан ниҙер сығара, балалары – Төхвәт, Хөрмәт, Гөлйемеш, Марат – аптырап бер әсәләренә, бер һалдат кейемендәге иргә телкәй, ҡояш тағы ла нығыраҡ ҡыҙҙыра, Уза ипле генә салтырай...
– Мына, ҡабул итеп ал, ҡәрендәш, – ир ике ҡулын Хәлимәгә һуҙҙы. Бер усында – ҡағыҙға төрөлгән шаҡмаҡ әйбер, икенсеһендә – ҡалай кәнсир.
Хәлимә хыялыйланып ултыра бирҙе.
– Һабын, ә быныһы – икенсе фрунт, әмирикә ризығы, ит кәнсире, – Мөхәмәтдин, көтөлмәгән ҡунаҡ булараҡ, ҡатынды шаңҡытыуын аңлап тора. – Хисмәтулла иҫән, ҡәрендәш, иҫән... Борсолма, хафаланма. Яраһы бөтәшмәй ыҙалата. Шуға гуспиталдә оҙаҡлап китте. Мин үҙем дә йылға яҡын яфаландым. Пуля ҡурылдайҙы тишеп үтте. Ингән урыны саҡ бөтәште, ә кире яғы тишек көйө ҡалды. Бына, ҡайыш менән ябып ҡуйғанмын. Алһаң, һөйләшеп булмай, тын шул тишеккә китә.
Хәлимә ирҙең шаңғырҙап торған, ғыжылдаҡ тауышына яңы иғтибар итте.
– Сәпсимгә ҡайтарҙылар, Баймаҡ районы Юлалы руднигынанмын. Ҡайтып барам. Сара стансаһында Бүребайға ылау булғайны, унан Баймаҡҡа машина тап иттем. Бында, районда йомошо бар, хәҙер килеп тә етер инде. Ҡайһылай йәтеш булды. Ауыл осонда һине һорашҡайным, Уза яры аҫтында чурка яра тинеләр. Тиҙ таптым... Ҡарап торҙом, эшегеҙ көйлө бара. Хисмәтулла күрһә ҡыуаныр ине. НАТИ тракторына утын чуркалары әҙерләйһегеҙ икән. Киптергес мейесте ярҙы өңөп эшләргә кемдең башына етте? Нужа өйрәтә инде ул... Нурманы күпме бирәләр? – Ир Моталлаповтар ғаиләһе башҡарған эштең айышына төшөнөп тә алғайны. – Ана, машинам да күренде, һау бул ҡәрендәш... Хисмәтуллаға хат яҙһаң, минән дә сәләм ҡундыр.
Яралы һалдат Гөлйемештең башынан һыйпаны, малайҙарҙың алмашлап арҡаларынан ҡаҡты:
– Хуш-һау булығыҙ...
Нисек өнһөҙ ҡаршылаһа, шулай уҡ өнһөҙ оҙатып ҡалды Мөхәмәтдинде Хисмәт Моталлаповтың ишле ғаиләһе. Үҙен ни көтәлер Юлалы руднигында? Өйҙән алған һуңғы хатта, ниҙер әйтә биреп тә, әйтеп бөтөлмәгән һымаҡ тойомлағайны. Шуға йөрәге урынында түгел. Хисмәтулла бәхетле – балалары теремек, эш өҫтөндәләр, янында – әсәләре. Әлдә, аманатын тапшырҙы, алған бурысын атҡарып ҡуйҙы, иңенән ҙур йөк төштө.
– Кем булды ул? Хисмәт ағай һуғыштан ҡайтҡан икән тип йүгерешеп килеп еттек, – ҡыҙ-ҡырҡын, бисә-сәсә бысылмаған утын өйөмө артынан килеп сыҡты.
– Аталарының сәләмен алып килгән... Күстәнәсен бирҙе мына, – Хәлимә усындағы әйберҙәрен алға һондо.
– Нимә икән?.. Хәлимә апай, ҡана, ҡарайым әле, – йәш ҡатын кәнсирҙе һыйпаны, ҡулына алырға итте.
– Беҙҙеке бит ул, – Марат әрһеҙ ҡатындың итәгенән тартты.
– Һеҙҙеке шул, теймәйем дә баһа, ҡарайым ғына...
– Аҙаҡтан кәнсирен һауыт итеп тотонорға була, ташлап ҡуйма, Хәлимә...
– Эсендә нимә икән?..
– Әллә инде, ит тигәндәй булды, – Хәлимә аңҡы-тиңке тора бирҙе.
– Ней, ҡарале, Хәлимә, бригадир һыйырыңды көтөүҙән һабанға алды иртәнсәк, – аранан кемдер өндәште.
– Нисек һабанға алды? – Хәлимәнең монар ҡаплаған йөҙөн һыпырып алдылар тиерһең, тауышына – ҡатылыҡ, ҡарашына – саялыҡ, хәрәкәтенә киҫкенлек ҡайтты.
– Колхоз үгеҙҙәрен орлоҡ алып ҡайтырға Сараға ебәргәндәр, кәүҙәле биш һыйырҙы көтөүҙән алдылар, – баяғы ҡатын хәбәренә аныҡлыҡ индерҙе.
– Дүрт балам ҡарап торған һыйырымды һәләк итмәкселәрме әллә... Мә, улым, – һаман ҡулынан төшөрмәгән күстәнәстәрҙе Төхвәткә тотторҙо. – Нурмыны эшләмәйенсә өйгә ҡайтмағыҙ... Мин хәҙер... – Хәлимә, үҙенә текләп торған балаларына, әхирәттәренә әйләнеп тә ҡарамай, ҡабалан атлап баҫыу яғына йүнәлде.
– Өндәшмәй торһаң да булған инде, кешене ҡыуанысынан мәхрүм итеп, – үпкәләп әйтеп ҡуйҙы быны кемдер ҡатындар араһынан.
– Ысын ҡыуаныс беҙгә ғүмерҙә лә тәтемәҫ ул, әхирәткәйҙәрем... – моңһоуланған һалдаткалар, йәшлектәренән мәхрүм ҡыҙҙар үҙ мөхитенә, һуғыш төртөп төшөргән байғошлоҡтоң ҡараңғы ысынбарлығына кире ҡайтты.
Хәлимә янына, саҡ ҡына, кеше бәхетенең остоҡ ҡына сатҡыһын татырға тип, зар-интизар булып тартылғайнылар. Тик өмөттәре ҡыҫырға сыҡты, ҡуҙғыған күңелдәре хәҙер ҡанһырап әрней, донъялыҡтың шул тиклем дә ғәҙелһеҙлегенән баштары ергә нығыраҡ баҫылды, ирендәре башҡаса асылмаҫтай ҡымтылды.
– Машиналарға ултырып,
Әйләнәм донъяларҙы.
Атҡа һалһаң, ат тарта алмай,
Беҙ күргән нужаларҙы.
Үҙ эшен, көндәлек мәшәҡәттәрен хәстәрләп төрлө тарафҡа таралышҡан ҡатын-ҡыҙҙарҙың ҡолағына асырғанып, сәрелдәк тауыш менән әйтелгән йыр-таҡмаҡ ишетелде. Яңы ғына Уза яры аҫтында торғандарҙың кемеһенеңдер күңелендәге зары сыҙатманы, тышҡа бәреп сыҡты.
Һыйырын етәкләп, Хәлимә өйгә кисләтеп кенә саҡ ҡайтып инде. Балаларына бер һүҙ ҙә өндәшеп тормай, соландан күнәген алды ла, Ҡыҙылҡайҙың янына сүгәләне. Йылы һөттөң ҡалай һауытҡа гөмбөрләп ағыуын моңло көйҙәй тыңлап ултыра торғас, тынысланды, уйҙары донъялыҡҡа кире ҡайтты.
Эшен тамамлап яҙылһа – артында балалары теҙелешеп баҫҡан.
– Нурманы тултырҙығыҙмы, Төхвәт? – Бөгөн дә, иртәгә лә, арғы көндәрҙә лә таңды аттырырға, ошо ерҙән атлап йөрөргә, йән аҫырарға кәрәк тә баһа...
– Тултырҙыҡ, әсәй, ныҡ эшләнек! – Гөлйемеш күнәген күтәреп өйгә табан атлаған әсә янынан йәһәтләп урын алды, хатта итәгенә йәбеште.
– Эйе, тултырҙыҡ, әсәй, – оло булараҡ, Төхвәттең һүҙе иң раҫы, әлбиттә. – Атайҙың күстәнәсен дә алып ҡайттыҡ... Өйгә ҡуйҙым...
– Әсәй, ҡарале, һалдат-олатай алманы бирмәне лә ҡуйҙы бит... – Гөлйемеш иларға етеште, танауын мыршылдатып тартҡысланы.
– Ниндәй алма тағы? – Хәлимә аптырап ҡыҙына ҡараны.
– Төхвәт ағай хат уҡыны ла баһа... Ҡышҡыһын... Атай алма бирәм, тип әйтте... Ҙур була, ҡыҙыл була ул, тинең үҙең...
– Шуны иҫләп тораһыңмы ни, бәпесем?.. Бирә алмаған инде атайың. Алманы оҙаҡ тотоп булмай бит, боҙола, серей ята бирһә, – Хәлимә тормош мәшәҡәттәренә башкөллө кире сумды.
Бригадир Хөснулла менән эт булып талашыуы, милиция, суд, хөкөм менән янауына ҡарамай һыйырын ҡыуып алып ҡайтып китеүе шул тормошоноң, тереклек, нәҫеленең киләсәге өсөн көрәшенең бер ваҡиғаһы, бөгөн, иртәгә һәм арғы көндәрҙә башҡасараҡ сүрәттә ҡабатланасаҡ ғәзәти хәл генә ине.
– Фронтовик Хисмәттең дүрт балаһы ҡарап торған һыйырҙы һабанға егеп, ирмен тип йөрөйһөңмө инде, Хөснулла ҡайнаға? Хәҙер үк һыйырымды туғарт! – Ер уртаһында, башын эйеп, күндәм генә ауыр һабанды һөйрәп китеп барған Ҡыҙылҡай янына уҡталды Хәлимә. – Ҡыҙылҡай, һәү-һәү...
Таныш тауышты ишеткән малҡай шып туҡтаны.
– Хәлимә килен, шашма! Башҡаларҙың балаһы юҡмы әллә? Ана, Нурбикәнең Билгәше, тегенеһе – Һылыубикәнеке, арғыһы – Садиҡаныҡы... Бөтәһен дә әләйһә туғарайым. Ә ерҙе нисек һөрөргә, ә? Фрунт икмәк һорай! Ишетәһеңме, икмәк! – Бригадир ҡатындың юлын быуҙы.
– Туғар! Бөтәһен дә туғар! Мисәүгә үҙеңдең атыңды ек. Силсәүиттекен, колхоз председателенекен ек... Һыйырҙарҙы ебәр!..
– Аҡылың икәү икән, әләйһә тор минең урынға!..
– Урының да, үҙең дә кәрәкмәйһең. Һыйырымды бир!
– Бирмәйем!..
– Бирәһең!..
Бригадир Хөснулланы этеп ебәрҙе лә, ни ҡылырға белмәй аптырап торған үҫмер малайҙан дилбегәне тартып алып, һыйырҙы туғарҙы, йүгәнен һалдырмай, шул килеш ауыл яғына етәкләп алып китте.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: