-11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
23 Апрель 2020, 12:12

Әҙип менән хушлашыу

Башҡорт әҙәбиәте ҙур юғалтыу кисерҙе. 81- се йәшендә шағир, журналист һәм тәржемәсе Риф Мифтахов арабыҙҙан китте. Был ауыр хәбәрҙе Башҡортостан Яҙыусылар союзы еткерҙе.

Риф Мифтахов республикабыҙҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры, яҙыусылар һәм кинематография берлеге ағзаһы, Ишембай районының Кинйәбулат ауылында тыуып үҫкән. Ул төрлө йылдарҙа Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә, “Совет Башҡортостаны” гәзитенең үҙ хәбәрсеһе, мәҙәниәт министрлығы, телевидение системаһында, “Һәнәк” һәм “Ағиҙел” журналдарында ла эшләй. Үҙе лә шиғырҙар яҙа, шул уҡ ваҡытта Александр Блок, Евгений Евтушенко кеүек билдәле авторҙарҙың әҫәрҙәрен башҡорт теленә тәржемә итә. Рәшит Назар ижадын өйрәнә.
Күренекле шәхес Риф Мифтахов менән хушлашыу, 24 апрель, уның йәшәгән йорто янында буласаҡ. Ул тыуған яғында ерләнә.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: