+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
2 Апрель 2020, 11:58

Дарыуҙар юҡ был сирҙән

Аутизм. Был ауырыуҙан беҙ күнеккән ҡәҙимге алымдар менән дауаламайҙар. Ғөмүмән, уны дарыу төймәләре эсеп кенә бөтөрөү мөмкин түгел.

Ул – шулай булып тыуған баланың үҙе һәм ғаиләһе өсөн ифрат ауыр һынау.
Аутизм тигән һүҙ кешенең үҙен уратып алған тормоштан етди ситләшеп, эске донъяһына ныҡ итеп сумыуын аңлата. Ата-әсә сабыйында аутизм билдәләрен тәүге айҙарҙа уҡ күрергә мөмкин. Бәпес, ҡағиҙә булараҡ, ятҡылыҡҡа, тауышҡа насар иғтибар итә. Исемен әйткәндә ҡарамай, күҙҙәрен ситкә йүнәлтә. Үҫә бара ундай балаларҙың тирә-яҡҡа битарафлығы күренә. Улар тура ҡараштан ҡаса, үҙҙәре уйлап сығарған ҡағиҙәләр буйынса йәшәй, үҙгәрештәрҙән ситләшә. Зиһен үҫеше, телмәре артта ҡала. Башлыса улар яңғыҙ, гаджеттар менән дуҫ. Ләкин аутизм билдәләре был ғына түгел, ул һәр осраҡта төрлөсә сағыла.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, аутизм менән тыуған балалар һаны арта. Иң ҡурҡынысы шул – сәбәбен берәү ҙә атап ҡына әйтә алмай. Сир кешеләрҙең 1 процентында осрай. Рәсәйҙә ундай балалар 300 меңдән ашыу.
Ата-әсәгә был һынау социаль дәрәжәһе, тормош хәле, белеме кимәле ниндәй булыуға ҡарап бирелмәй – аутизм билдәләре булған бала теләһә ниндәй ғаиләлә тыуырға мөмкин. Бында берәүҙең дә ғәйебе юҡ. Донъяға шулай булып килгән балаларға иртә һәм дөрөҫ диагноз ҡуйыу мөһим. Тейешле психологик, педагогик, медицина ярҙамы булғанда, аутистар йәмғиәттә яраҡлашып, үҙ урынын табып йәшәй.
Ул балаларҙың ҡайһы береһе иҫ киткес шәп хәтерле, математикала һәм башҡа фәндәрҙә ғәжәйеп һәләттәргә эйә, музыканы нескә тоя. Тап донъяға ғәҙәти булмаған ҡарашы һөҙөмтәһендә улар сәнғәттә, башҡа өлкәлә танылыуға өлгәшә.
Аутизмлы кешеләрҙең бөтәһе лә гел үҙ донъяһында бикләнеп йәшәргә ынтыла, тип әйтеп булмай. Күптәре башҡалар менән аралашырға, үҙҙәре өсөн мөһим кешеләр менән тәрән мөнәсәбәттәр ҡорорға теләй. Ләкин бүтәндәр кеүек аралаша белмәүҙәре кәртә булып тора.
Бөгөн Рәсәйҙә ундай күп балаларҙа диагноз ваҡытында асыҡланмай. Аутизмлы сабыйҙарға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам юҡ кимәлдә. Йәмғиәттә уларҙы аңламайҙар һәм ҡабул итмәйҙәр. Дәүләт структураларының һәм шул йүнәлештә эшләүсе йәмәғәт ойошмаларының бурысы – аутизм проблемаһына иғтибарҙы йәлеп итеү, сирҙе диагностикалау һәм аутизмлы кешеләргә ярҙам системаһын булдырыу. Йәмғиәттә уларға ҡарата шәфҡәтле мөхит тыуҙырыу үтә лә мөһим. Аутизм хөкөм ҡарары булырға тейеш түгел.
Шуға күрә лә Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының Генераль Ассамблеяһы 2 апрелде Халыҡ-ара аутизм хаҡында мәғлүмәт таратыу көнө тип иғлан итте. Һәм был көн генә түгел, тотош апрель аутизм проблемаларына иғтибарҙы йәлеп итеү айы булараҡ үтә.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: