-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
24 Март 2020, 12:54

Өйҙә эшләйбеҙ

Башҡортостан башлығының «Көсәйтелгән әҙерлек” Указында билдәләнгән тәҡдимдәргә ярашлы, бөгөндән республикала күп кенә ойошма-предприятиелар ситтән тороп эшләүгә күсте.

Шул иҫәптән мәҙәниәт учреждениелары ла рәсми рәүештә ваҡытлыса ябылыуҙарын иғлан итте. Ләкин төрлө тамашаларҙы,театрҙың алтын фондында һаҡланған, яратҡан спектаклдәрҙе ютуб каналға инеп ҡарарға мөмкин. Был хаҡта Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт Академия драма театры директоры Иршат Фәйзуллин үҙенең сәхифәһендә яҙып сыҡты. Шулай уҡ театрҙарҙың гастролдәре лә билдәһеҙ ваҡытҡа кисектерелә. Әле Өфөлә алдан алынған билеттарҙы кире ҡайтарыу бара.
Ә гастроль спектаклдәренә алынған билеттар үҙ көсөндә ҡала, сөнки театр артистары ҡасан да булһа яратҡан тамашасылары менән осрашыуға өмөтөн өҙмәй. Тик тамаша ваҡыты һәм көнө күсереләсәк.
Һаҡланыу саралары артыҡ булмай, ти белгестәр. Сит илдән ҡайтҡан хеҙмәткәрҙәр ҙә карантинға ябыла һәм улар медицина талаптарын теүәл үтәргә бурыслы.
Билдәле булыуынса, бөгөн Башҡортостанда короновирус сирен йоҡторған тәүге өс осраҡ теркәлгән. Улар сит илдән ҡайтҡан һәм эш буйынса даими Мәскәүгә йөрөгән кешеләр.
Фото”Башинформ” мәғлүмәт агентлығынан алынды.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: