+3 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Барыһы ла Еңеү өсөн
19 Февраль , 07:53

Һалдат әсәһе Үлемдән көслө кешеләр

Ул ваҡытта әле махсус хәрби операция хаҡында яҡшылап белмәйбеҙ... Бөрйән районы Яңы Усман ауылынан Резеда менән Рәфис Бикбулатовтарҙың армия хеҙмәтендә йөрөгән улын хәрби тәжрибә тупларға Белоруссияға ебәрәләр. Танкистар полкында әҙерлек үтә Байегет Бикбулатов. МХО иғлан ителгәндең тәүге тәүлегендә үк Украина еренә инә улар. Ғаиләнең кисергәндәре, улдарын юғалтыу ғазабы һәм ата-әсәнең ауыр ҡайғынан күтәрелә алыуы хаҡындағы тетрәндергес тарих беҙҙең еңел булмаған дәүерҙең ысынбарлығын сағылдыра. Бөгөн бындай һынауҙы үтә алыу — үҙе батырлыҡ.

Һалдат әсәһе Үлемдән көслө кешеләрҺалдат әсәһе Үлемдән көслө кешеләр
Һалдат әсәһе Үлемдән көслө кешеләр

«Аяҡ аҫтында ер убылды...»

...Ҡуйы томан араһынан абына яҙып йүгерә ҡатын, урманға ҡарай атлаған улының күҙҙән юғала барған шәүләһен тотоп ҡалырға тырыша, әммә йөрәк өҙгөс бушлыҡ юлын быуа. Аһ... – тиргә батып уяна Резеда. МХО иғлан ителгәндең тәүге көнөнән яуҙа йөрөгән Байегете бер нисә көн шылтыратмай, шуға борсолоп һаташамдыр тип, төшөнә әллә  ни мәғәнә һалмай әсә.

22 март көнө иртән урамдарынан яй ғына төшөп барған ике ят машинаны күреп һиҫкәнеп китә. Күңелен ауыр тойғо биләп ала. Күп тә үтмәй соланда ауыр аяҡ тауыштары ишетелә, ишек ҡағалар.

– Ул ваҡыттағы район хакимиәте  башлығы Ғәзиз 

Манапов, социаль мәсьәләләр һәм кадрҙар сәйәсәте буйынса урынбаҫары Венера Вәлиева, ауыл хакимиәте башлығы Азат Мәжитов, фельдшер Закир Ҡаһарманов килеп инделәр ҙә  бер-бер артлы теҙелешеп шымып ҡалдылар, – тип кисергән ғазаплы минуттарын бәйән итә әсә. – Байғаҙыға барып, бер туған ағайым Юнир Динисламовты алып килгәндәр. Сәғәт дүрт тирәһе булғандыр ҡулыма улымдың «ҡара ҡағыҙын» тотторғандарында. Аяҡ аҫтында ер убылғандай булды. Ышанманым, уның менән 16 март ҡына һөйләштек бит, тием. Тап 17-һе таңға ҡарай полктарын утҡа тотҡандарын әйттеләр. Ә мин: «Юҡ! Юҡ! Юҡ...» – тип ҡабатлайым. Быға ышанһам, нисек йәшәргә һуң? ...

 

Бер йылдан һуң батыр егеткә бирелгән Генерал Шайморатов миҙалын ата-әсәһенә тапшыралар. Ауыл мәктәбендә Байегет Бикбулатов иҫтәлегенә таҡтаташ, «Герой партаһы» асыла һәм геройҙың тормош юлына арналған стенд, класс булдырыла. Ул бәләкәстән шөғөлләнгән бейеү ансамбленә яугирҙең исемен бирәләр. Ошо уҡ мәктәптә инде байтаҡ йылдар уҡытҡан әсә өсөн был үҙенә күрә һынау ҙа була. Сөнки һәр нәмә улдарын хәтерләтеп кенә тора.  

Иң бәхетле мәл

«Бәләкәстән тыныс, сабыр булды улыбыҙ.  Ҙурая килә ниндәйҙер шөғөл табыр, үҙ ҡулдары менән ағастан машинаһын, арбаһын, хатта мылтығын да яһап уйнар ине. Туғыҙынсы класта уҡығанында иптәштәре менән һуғыш тураһында фильм да төшөрҙөләр, әле видеоһын ҡараһам, күҙҙәремә йәштәр тула.  «Ҡыҙҙар эше» тип айырып ҡараманы, балағын төрөп иҙәнен дә йыуҙы, ҡашығаяҡты ла йыйыштырҙы. Миңә аш-һыу әҙерләшеп эргәмдә уралыр ине. Эй, ҡыҙ ғына булып тыумағанһың, тип шаяртып та ала торғайным. Ҡара эшкә лә шәп булды: атаһы менән урманға йөрөнө, ағас ҡырҡыумы, ҡолас ташлап бесән сабыумы, кәбән ҡойоумы – өлкәндәр менән ярышып эшләне, ул ваҡытта техника булманы бит, бөтә хеҙмәт ҡул көсө менән башҡарылды. Бетерә йылғаһы буйында балығын да ҡармаҡлай торғайны. Мәк-тәптәге һәр сарала ҡатнашты, бәләкәс-тән шашкала, шахматта оҫта уйнаны, бейеү түңәрәгендә яратып  шөғөлләнде. Өҙә баҫып, сәхнәлә ҡыйғыр ҡоштай кәйелеп осоп йөрөр ине. Математика, хоккей, волейбол менән мауыҡты. Ҡыштарын мәктәп алдындағы боҙ майҙансығына бер ҡулына – көрәк, икенсеһенә хоккей таяғы тотоп сығып китер ине. Тағы бер һөнәре: матур итеп һүрәт төшөрҙө. Мин-минлеге булманы, яҡшы-яман, тип айырып ҡараманы, шуға ғәҙел дә, шаян да, ярҙамсыл да улымды барыһы хөрмәт итте. 2013 йылда ғаиләбеҙ менән «Алтын тирмә»лә ҡатнашып ҡайтҡайныҡ. Байегет Өфөгә ғашиҡ булды ла ҡуйҙы. Баш ҡалаға машиналар төҙөү колледжына уҡырға инде. Унда ла «Шаяндар һәм отҡорҙар» клубында уйнаны. Мәшәҡәт һалманы, эшләп тә йөрөнө. Беҙҙең менән үткәргән һуңғы Яңы йылында клубҡа сегән булып кейенеп сыҡҡайны, атаһы менән дә фотоға төшөп өлгөргән, эй  ихлас бейене шунда шыршы тирәләй. 2020 йылды шулай күңелле итеп бергә ҡаршыланыҡ, иң бәхетле мәлебеҙ булған икән», – тип иҫтәлектәре менән бүлешә әсә.

.....

 

Өҙөлмәҫ моң

Ауыр юғалтыу Бикбулатовтарҙы ныҡ тетрәтә. Класҡа балҡып килеп инер, дәртләнеп белем бирер, бәләкәстәр күңелен имләр уҡытыусы артабан мәктәптә эшләргә көс таба алмай албырғап ҡала. Үҙенең түңәрәк донъяһы кителеп, күңелен ҡара бушлыҡ ялмағанда нисек итеп кеше балаларын яҡтылыҡҡа инандыра алһын инде ул? Ире лә ҡайғынан йомола, үҙенә бикләнә. Шул ваҡыт уйламаған ерҙән килә ҡөҙрәт.

– Төшөмдә күреп ятам. Класта дәфтәр тикшереп ултырам икән тием, Байегет йүгереп килеп инде лә өсөнсө класс дәреслектәрен алып һондо: «Әсәй, һин китаптарыңды  онотҡанһың    бит», – тине. Ысынлап та устарымда нәмәлер бар кеүек уянып киттем, сихри йылылыҡ йөрәгемә үтеп инде – шулай матур ғына итеп эшкә сығырға кәрәклекте аңғартты, көс бирҙе балаҡайым, – тип үҙе менән булған ғәжәп хәлде бәйән итә әңгәмәсем. – Башкөллө эшкә сумдым. Кеше араһында зарым таралғандай булды. Беҙ бөгөлөп төшһәк, быуын нығытып килгән балаларыбыҙ ни эшләр һуң тип, уларҙың донъяһына әүрәп, тормош иптәшем менән бер-беребеҙгә таяныс булып йәшәп алып киттек. Был тәңгәлдә ҡайным менән ҡәйнәм, туғандар ҙа терәк була белде. Рәхмәт уларға.

 

...

...Эйе, сәхнәгә бейергә сыҡҡан һәр бала янып торған күҙҙәре менән тамашасылар араһынан ата-әсәһенең ҡарашын эҙләгәндә, Резеда Талха ҡыҙының да өмөтлө йөҙөн күрә. Ауыр юғалтыу кисереп, ғазап-төшөнкөлөк аша үткән һәм үҙендә яңынан йәшәргә, эшләргә һәм башҡаларға ла яҡтылыҡ өләшергә көс тапҡан әсә белә хәҙер: уның Байегете үлемһеҙ, улы ошо көйҙәрҙә, йәш быуындың ым-хәрәкәттәрендә, изге хәтерендә йәшәүен дауам итә. Рухы ныҡ нәҫел сылбырын бер нәмә лә өҙә алмаҫ...

 

Альбина Ғөбәйҙуллина.

 

 

Һалдат әсәһе Үлемдән көслө кешеләр
Һалдат әсәһе Үлемдән көслө кешеләр
Һалдат әсәһе Үлемдән көслө кешеләр
Һалдат әсәһе Үлемдән көслө кешеләр
Һалдат әсәһе Үлемдән көслө кешеләр
Автор:Альбина Ғөбәйҙуллина
Читайте нас