-19 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
МХО-лағыларға ярҙам
5 Февраль , 09:00

Һалдат әсәһе. Батыр егет – ил күрке

– Аңламай ҙа ҡалдым. Улымды һуғышҡа алып китеп баралар, тигән уй башыма ла инеп сыҡманы. Сик буйын һаҡларҙар ҙа Яңы йылға әйләнеп ҡайтырына ышандым, – ти әсә. Тимур үҙе лә, ике айҙан һуң ҡайтырмын, тип киткән була. Яугирҙәрҙе Ростов өлкәһенең Миллерово ҡалаһында бер ай уҡытып әҙерләйҙәр ҙә алғы һыҙыҡҡа ебәрәләр.

Һалдат әсәһе. Батыр егет – ил күрке
Һалдат әсәһе. Батыр егет – ил күрке

Гөлнур Фәхретдинова – Бөрйәндән.  Һарғая ауылында тыуған ҡыҙ үҙенең иңдәренә күпме һынау төшәсәген әле белмәй. Матур итеп кейәүгә сыға, 1996 йылдың 15 июлендә йәш ғаиләнең шатлығы булып, улдары донъяға килә. Уға Тимур тип исем ҡушалар. Тик уны бергә үҫтерергә насип булмай йәш ата-әсәгә, юлдары айырыла: атай кеше яңы ғаилә ҡора, ә әсә улы менән Өфөгә килеп төпләнә. Ун йыл буйы ҡуртымға алынған фатирҙа, һуңынан ипотекаға ятаҡта бәләкәс кенә бүлмә һатып алып, улы менән икеһе генә донъя көтәләр. Гөлнур гел ике ерҙә эшләй, ипотеканы бер үҙе түләй. Тимур Фатима Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһында белем алды. Яҡшы уҡыны, олимпиа-даларҙа ҡатнашты, спорт менән шөғөлләнде, футбол, хоккей уйнай торғайны. Маҡтау ҡағыҙҙары әле лә өйҙә һаҡлана, – тип хәтерләй әсә. 

 

9-сы кластан һуң Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжына уҡырға инде. Әммә ике йыл ярымдан, һөнәрем күңелемә ятмай, тип, уҡыуын ташлап, «Аҡбуҙат» ипподромына эшкә урынлашты. Әрмегә барып, Ватан алдындағы бурысын үтәп ҡайтты. Өфөлә эшен дауам итте, водитель дә булды.

Мөхәббәт тә килә йәш егеткә, Ҡариҙел ҡыҙы Глория менән Яңы йылдан һуң никах уҡытып, мөнәсәбәттәрҙе законлаштырып ҡуйырға һөйләшә йәштәр. Тик уларҙың уй-хыялы тормошҡа ашмай ҡала. 2021 йылдың 28 сентябрендә Тимурҙы мобилизациялайҙар.

– Аңламай ҙа ҡалдым. Улымды һуғышҡа алып китеп баралар, тигән уй башыма ла инеп сыҡманы. Сик буйын һаҡларҙар ҙа Яңы йылға әйләнеп ҡайтырына ышандым, – ти әсә. Тимур үҙе лә, ике айҙан һуң ҡайтырмын, тип киткән була. Яугирҙәрҙе Ростов өлкәһенең Миллерово ҡалаһында бер ай уҡытып әҙерләйҙәр ҙә алғы һыҙыҡҡа ебәрәләр.

– Шул көндән һуң улымдан ике хәбәр генә килде. «Һаумы, әсәй. Мин иҫән. Туған-тыумасаға сәләм әйт» тигән ҡыҫҡа ғына хаттар. Тимур күп яҙырға яратмай ине, – ти әсә, күкрәгенә ҡулдарын һалып. – 15 декабрь һәләк була... Һарғаяға алып ҡайтып ерләнек. Тимур минең берҙән-бер балам ине. Уны мин яңғыҙым үҫтерҙем. Ауыр саҡтарҙы бергә кисерҙек, ҙурайып егет ҡорона еткәс, ул миңә ысын дуҫ, кәңәшсе һәм ярҙамсы булды. Һағынам, юҡһынам улымды.

Тимур Йәлил улы Ҡасимовҡа һәләк булғандан һуң «Батырлыҡ өсөн» һәм Генерал Шайморатов ордендары килә. Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһында яугиргә бағышлап таҡтаташ асалар, ул уҡыған класта «Герой партаһы» булдырылған, Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжы биләмәһендә Тимурға исемләп ағас ултыртҡандар.

– Улдары МХО-ла булған әсәләргә мин сабырлыҡ теләйем, ғәзиздәре имен-аман әйләнеп ҡайтһын, тиҙерәк тыныслыҡ урынлашһын, – тип йомғаҡлай һүҙен герой әсәһе.

Роза Хөснуллина.

 

Фотолар Гөлнур Фәхретдинованың ғаилә архивынан.

Һалдат әсәһе. Батыр егет – ил күрке
Һалдат әсәһе. Батыр егет – ил күрке
Автор: Роза Хуснуллина
Читайте нас