...Матур ғына ике ҡыҙыҡай уның тирәләй йүгереп уйнай, һоҡланып, яратып ҡарап тора атай кеше, абай булығыҙ, тынысланығыҙ, тип әйткеһе килә Илнурҙың, әммә ни эшләптер теле әйләнмәй – исемдәре юҡ та баһа!.. – Алитаһы йөклө саҡта ошондай төш күреп уяна ире. Сәй артында төш хаҡында һөйләшәләр. Ҡарындағы игеҙ ҡыҙҙарына исем һайлайҙар шул саҡ: Замира менән Самира! Урамыбыҙҙа ғына балалар баҡсаһы, ҡыҙҙарыбыҙ шунда етәкләшеп йүгерешеп инеп китер, эштән ҡайтыуыбыҙҙы һағынышып көтөп алырҙар, тип киләсәктәрен йәйғор төҫтәрендә күҙ алдына килтерә улар. Әммә белмәй әле ир менән ҡатын яҙмыш аяуһыҙ һынау әҙерләгәнен...
Алита Асҡын районы Урмияҙ ауылында тыуып үҫә. Удмурт дәүләт университетының юридик факультетын тамамлай. Йәшләй генә кейәүгә сығып, тәүге сабыйын ҡулына ала. Ләкин бәхеттәре оҙаҡҡа бармай, ғаилә тарҡала. Артабан башлана ла инде туҡтауһыҙ юғалтыуҙар сылбыры: иллеһенә саҡ аяҡ баҫҡан атаһы йөрәк өйәнәгенән үлеп ҡала, бер йыл да үтмәй, әсәһе яман шештән донъя ҡуя. Ҡыҙын яңғыҙы тәрбиәләгән Алитаға Илгиз ҡустыһына ла терәк булырға тура килә. Йылдар елдәй уҙа. Ҡустыһы, Өфө дәүләт нефть техник университетын тамамлап, «Башнефть» ойошмаһына эшкә урынлаша. Ул арала Алита ла оҫта юрист булып таныла. Күңел яралары яйлап тартыла. Бер мәл Алита интернет аша хәрби егет менән таныша, ҡыҙығып аралашып китәләр. Илнур бик етди һәм тәүәккәл булып сыға, тимерҙе ҡыҙыуында һуға – күҙе төшкән һылыуға өйләнешергә тәҡдим яһай. Ҡыҙыңа ла атай кәрәк, уға иптәшкә тағы бәпәйҙәребеҙ тыуыр, ти Шишмә баһадиры. Шулай бергә татыу ғына йәшәп китәләр. Кәләшенең йөккә ҡалғаны хаҡындағы хәбәргә балалай шатлана Илнур. Иң бәхетле мәл була улар өсөн бәпәй көткән айҙар. Әммә 29-сы аҙнала игеҙәктәрҙе кинәт кенә операция менән алырға мәжбүр була табиптар. 2019 йылдың 21 октябрендә 740 грамм ауырлыҡ менән донъяға килгән бәпестәрҙе балалар реанимацияһына һалалар, унан оҙайлы интенсив дауалау үткәрәләр. Тумалаҡ ҡына булып үҫеп киткән сабыйҙарҙы, ниһайәт, өйҙәренә ҡайтарыр ваҡыт етә. Шунда табиптың әйткәне хөкөм ҡарары кеүек яңғырай: «Балаларығыҙ көслө гипоксия кисергән, уларҙы үҫтерер өсөн күп көс, сикһеҙ йөрәк йылыһы талап ителәсәк!» Участка педиатры ҡобаралары осҡан атай-әсәйҙе үҙенсә тынысландыра: «Дүрт-биш йәштәргә нығынып китәсәктәр, ә әлегә туҡтауһыҙ дауаланыу үтергә әҙер булығыҙ!»
Ниндәй генә клиника, ниндәй генә дауаланыу алымы ҡалмай, инде сабыйҙарға бер йәш тула, тик уларҙың үҫешендә һис ыңғай үҙгәреш һиҙмәй Яҡшығоловтар. «Ниңә игеҙәктәр һаман уйынсыҡҡа үрелмәй, ҡарашты тотмай, хатта исемдәренә лә реакциялары юҡ?» – тип яр һала улар белгестәргә. Йәш ярым тигәндә Замира менән Самираның икеһендә лә ҡурҡыныс диагноз – балалар церебраль параличы (ДЦП) раҫлана.
Яҙмышҡа зарланмай ғына йәшәргә тырыша улар. Ире Илнурҙың эше оҙайлы командировкалар менән бәйле. Ул «Алкин-2» гарнизонында инде 20 йылға яҡын хеҙмәт итә. Хәрби хәрәкәттәр ветераны 2023-2024 йылдарҙа МХО-ла ҡатнашҡан. Быйыл бына яңыраҡ ҡына тағы яу ҡырында булып ҡайтҡан. Ватан һағында ул, ә Алита өйҙә ике ауырыу бала менән йыш ҡына яңғыҙы. Бәләкәстәре хәстәре менән көн итә: нисә йыл рәттән ҡалаҡлап ашата, күтәреп йөрөтә, махсус күнекмәләр үткәрә, кистәрен йоҡлата алмай хәлдән тая. Ауыр ҡулдарына ла, рухи яҡтан да. Шулай ҙа яҡты аҡыл һәм һүнмәҫ өмөт менән алға ҡарай көслө ҡатын.
«Иремдең отпускыһын күҙ ҙә ҡаш көтөп алабыҙ. Бына яңыраҡ балаларҙы Силәбе ҡалаһындағы инновацион клиникаға реабилитацияға алып барып ҡайттыҡ. Унда бөтә Рәсәйҙән киләләр, дауаланыу хаҡтары ныҡ ҡиммәт. Балаларҙағы церебраль паралич осрағында фондтар әллә ни ярҙам итеп бармай, һуғыш бара, аҡса юҡ, тип кенә яуап биреп ултыралар. Унан бигерәк туҡтауһыҙ һоранып йөрөүе ауыр. Ҡулдан килмәҫме икән ни, тип тәүҙә тетрәнгәйнем. Һәйбәт, изгелекле кешеләр барыбер күп ул донъяла. Туғандар, таныштар, яҡташтар беҙгә реабилитацияға аҡса йыйыуҙы – мәрхәмәтлек акцияһын ойоштороп ебәрҙе. Клиниканан иҫәп алам да, тура шунда ғына күсерә лә ҡуялар. Тамсылап тигәндәй ике миллион һум аҡса йыйылды. Ике баланы ике тапҡыр алып барыуға етте. Ә Өфөлә массажға ғына йөрөтәбеҙ. Силәбе клиникаһындағы дауа килешә балаларға, дүрт йәштәрҙә, ниһайәт, тәүге алға китештәр һиҙелә башланы. Самира теремегерәк, әле бына биш йәш ярымда арҡаһы менән шыуыша, йәнһүрәт ҡарай, үҙенсә килештереп һүрәт төшөрә, обойҙарға һыҙһа ла ҡыуанабыҙ. Клиникала таяҡ менән атларға өйрәттеләр, ходункиҙа йөрөй, һул ҡулы менән үҙе ашай, алма кимерә, «атай», «әсәй», «мәмәм», «пока» тигән һүҙҙәрҙе әйтә. Замираның гипоксияһы көслө ине, шуның өсөн уның еңеүҙәре әҙерәк: исемен ишетһә, башын ҡалҡытырға мөмкин, хис-тойғоларын белдерә. Ныҡлап ултыра алмай әле, күбеһенсә ята. Тағы ундай балаларҙың иммунитеты насар, шуға йыш сирләйҙәр, ауылға, кеше араһына сыға алмайбыҙ. Көн үҙгәреүенә һиҙгерҙәр, күңелдәре болоҡһоп китә. Самира Замираны ҡыйырһыта ине тәүҙә, шуға уны апаһын (Замира алданыраҡ тыуҙы) ҡосаҡлап йыуатырға, башын һыйпарға, уға уйынсығын алып бирергә өйрәттек. Йоҡларға ятҡанда Замираның да пижамаларын килтерә хәҙер. Тегеһе эй йылмая, ҡыуана инде. Ә яңы кейемде Самиранан систереп тә булмай, таяҡҡа таянып булһа ла көҙгө алдында урала. Үҙҙәре иғтибарға ныҡ мохтаж, алмашлап күтәреп йөрөтәбеҙ. Самира өлкән Азалия апаһын мәктәптән һағынып көтөп ала, уға сумкаһын күтәрешергә тырыша, битенән супылдатып үбә. Өй йыйыштырғанда Самираға ла сепрәк тотторабыҙ: Азалия апаһын ҡабатлап, көҙгөнө һөртөп китә, иҙән йыуа. Һис ултырып ҡына торғоһо килмәй, кранды асып, һыу менән уйнарға ярата. Аталары ҡайтһа, уның алдынан төшмәйҙәр. Бына шулай... Ныҡ ҡыйын булғанда, бүлмәгә инеп, шым ғына илап алам – тимер түгелмен бит. Ирем дә, эх, балыҡҡа барһаң ине, тип әйтеп алған була. Тик үҙебеҙҙе уйламайбыҙ инде. Ярай әле атайҙары көслө, намыҫлы, аңлай торған кеше, ғәҙәттә, бындай ауыр хәлдәрҙе ирҙәр күтәрә алмай бит. Шуға Илнурҙың Ватан алдындағы ғына түгел, ә ғаиләләге ҡаһарманлығына, түҙемлегенә, тоғролоғона һоҡланам һәм уға сикһеҙ рәхмәтлемен», – ти Алита.
Табиптар Яҡшығоловтарҙың өмөтөн һүрелтмәй: Самираның мейеһе тулыһынса эшләп китәсәк, тип ышандыра. Ғаиләнең төп хыялы – балаларының сәләмәтлеге. Бәләкәстәре аяҡҡа баҫһын өсөн барыһын да эшләргә әҙер улар. Шишмә районында йәшәгән ҡәйнәһе Нурсилә Закир ҡыҙы менән ҡайныһы Фирзан Мөнир улының таянысын тойоу, иренең мөхәббәте һәм киләсәккә ышаныс фиҙаҡәр ҡатынға көс биреп тора. Дауаланыуға аҡсалары етмәй киткәндә, төн йоҡоһон ҡорбан итеп, бәйләмгә ултыра Алита. Әсәнең һөйөүе, наҙы, яҡты теләктәре менән һуғарылған йылы башлыҡтар, шәлдәр, бейәләйҙәр бик тиҙ һатылып бөтә. Уның ауыр хәлен аңлап, һәр кеме ҡулынан килгәнсә ярҙам итә.
«Сифатлы пряжаларҙы ғына тотонам. Улар тәнгә рәхәт, йылы, матур. Хәҙер кофта, тәпешкә һәм заманса эшләпә, сумка бәйләй башланым. Ҡул эше миңә ял бирә, нервыларым тыныслана. Ғаиләбеҙҙә изге традицияларыбыҙ ҙа бар: киске ашты нәҡ өҫтәл тирәләй бергәләшеп ултырып ашайбыҙ. Шунда һөйләшеп-көлөшөп тә алабыҙ. Тағы бер-беребеҙгә гел дөрөҫөн әйтеүҙе матур ғәҙәт итеп алдыҡ, нисек кенә ҡыйын булһа ла, проблемаларҙы кәңәшләшеп хәл итәбеҙ. Ғаиләбеҙҙә сер юҡ, бала-ларыбыҙ ҙа үҙ теләктәрен асыҡ итеп белдерә алһын, тибеҙ.
...Донъяла күптәребеҙ зарланырға ярата. Тегенем юҡ, быным юҡ, йәнәһе. Һаулыҡтары сикләнгән бер түгел, ике баланы матур итеп тәрбиәләгән Яҡшығоловтар – ысын геройҙар бөгөн!
Альбина Ғөбәйҙуллина.
Фото А. Королев.