Бына ул беҙҙең саҡырыуға битараф ҡалмаған ватандаштар: Ғафури районынан «Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ» волонтерҙар штабы, Туймазы ҡалаһынан «Үҙебеҙҙекеләргә ярҙам» тегеү цехы, Өфөнән «МХО яугирҙәренә ярҙам», Яңауылдан «Геройҙар өсөн тегәбеҙ» волонтерҙар хәрәкәте, Өфөнән һәләк булған яугирҙәрҙең әсәләре, «Башҡортостан тылы» волонтерҙар ойошмаһы дрондарға ҡаршы 30 одеял, 6 пончо, окоп шәмдәре, ризыҡтар, йылы әйберҙәр йыйып бирҙе. Йылайыр районындағы тегеү цехы һәм «Щит» ойошмаһы киләсәктә ярҙамлашырға вәғәҙә итте.
Эльмира Закирова үҙе – Яңауыл районынан. Әлеге мәлдә Өфөлә «Атмосфера» сәнғәт мәктәбендә уҡыта. Ире Рөстәм бик иртә генә гүр эйәһе булғас, улы Айҙарҙы, махсус хәрби операция яугирен, яңғыҙы үҫтергән.
– Улымдың күңеленә тик изгелек орлоҡтары ғына сәсеп, тулы ҡанлы шәхес итеп үҫтерергә тырыштым. Бәләкәйҙән спорт секцияларында шөғөлләнгән Айҙарым физик яҡтан көслө булып буй еткерҙе. Шахмат түңәрәге, аңын үҫтереп, стратегиялар ҡорорға өйрәтте. Мин үҙем сәнғәт мәктәбендә уҡытҡас, улымды ла ошо сихри музыка донъяһына ылыҡтырҙым. Айҙар Өфөлә Нариман Сабитов исемендәге музыка мәктәбендә фортепиано класын тамамланы, ул – пианист. Бәләкәстән ярҙамсыл, иғтибарлы булды. Хәтеремдә, әле кескәй генә сағында, мәктәптән ҡайтып килешләй, улым тыныслыҡ билдәһе – күгәрсенде үлемдән йолоп алып ҡалғайны.
Был – шул тиклем символик мәғәнәгә эйә эпизод – әле лә күҙ алдымда. Күп йылдар үткәс, улым, ысынлап, ил тыныслығын һаҡлап, МХО-ға китте. Бер туған Наил ағайым да шунда, – тип тулҡынланып һөйләй әсә.
Эльмира үҙе лә, МХО яугиреләй, һәр ваҡыт һаҡта: ай һайын улы һәм ағайына гуманитар ярҙам – окоп шәмдәре, селтәрҙәр, аҙыҡ-түлек һәм башҡа кәрәк-яраҡтар ебәреп тора.
Роза Хөснуллина
Фотолар Эльмира Закированың ғаилә архивынан.