-6 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
МХО-лағыларға ярҙам
19 Декабрь 2025, 11:02

Ватан һағында. «Графиня»

Республика онкология диспансерының табип-эндоскописы, Башҡорт дәүләт медицина университетының онкология кафедраһы ассистенты, медицина фәндәре кандидаты Татьяна Бочкова махсус хәрби операция зонаһында «Батырлыҡ өсөн» миҙалына лайыҡ булған. «Графиня» позывнойлы яугир ханымға бер нисә һорау менән мөрәжәғәт иттек. – Татьяна Владимировна, табип булыу – бала саҡ хыялы инеме? Һәм Һеҙ ҡасандан «унда»?

Ватан һағында. «Графиня»
Ватан һағында. «Графиня»

– Бәләкәстән кешеләрҙе дауалау тураһында хыялландым, был – булмышым. Тамбов өлкәһенең Моршанск ҡалаһынан мин үҙем. Һарытау дәүләт медицина университетының дауалау факультетында белем алдым. Өфө егетен осратып, сәстәрҙе сәскә бәйләнек һәм иремдең тыуған яғына килдем. Ординатуранан һуң 20 йыл республика онкология диспансерында эшләнем.

Махсус хәрби операция башланғас, алыҫҡа командировкаға барырға тәҡдим иттеләр һәм 2024 йылдың ғинуарында юлға сыҡтыҡ. Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығы ойоштороуында ике тапҡыр командировкала булып ҡайттым. Донбасс һәм уның эргәһендәге ҡалаларҙың дауаханаларында эшләнек, халыҡҡа медицина ярҙамы күрһәттек. Бындағы кешеләргә ни тиклем ауыр икәнен аңланым, табиптар етешмәгәнен күрҙем. Шул саҡ контракт төҙөргә ҡарар иттем һәм июль айында Александр Невский исемендәге ирекле разведка-штурм бригадаһына килдем.

– Миҙал тарихы нисек?

– Белгестәр етешмәгәс, һәр ергә лә өлгөрөргә тура килә. Аҙнамды көндәргә бүләм дә Луганск, Ровеньки, Антрацит, Красный Луч ҡалаларында эшләйем. Йыш ҡына алғы һыҙыҡҡа ла сығам. Яу яланынан яралыларҙы эвакуациялаған госпиталдәрҙә, Бахмут, Соледар ҡалаларында хирург булараҡ та ярҙам күрһәтәм. Бына ошо хеҙмәттәрем өсөн «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән ҙурланылар.

– Үлем менән йыш осрашырға тура киләме?

– Көн һайын. Бында ауыр яралы яугирҙәрҙе килтерәләр. Онкология диспансерында ҡаты ауырыуҙар менән эшләһәм, яуҙа һау-сәләмәт кешеләр һәләк була. Үлемгә күнеп булмай... 

– Һуғыш – ҡатын-ҡыҙ эше түгел, тибеҙ шулай ҙа. Һеҙгә ялан шарттарында иң ауыры нимә?

– Килешәм, ҡатын-ҡыҙҙың урыны һуғышта түгел. Алышҡа яҡын урындарҙа госпиталдә, подвалдарҙа, яугирҙәр менән йәнәшә, күрше генә бүлмәлә йәшәйһең. Алғы һыҙыҡҡа сыҡҡанда иһә бөтә бригада бер ерҙә йоҡлай, яугирҙәр ҙә шунда уҡ. Донбасста һыу мәсьәләһе үтә ҡырҡыу тора, рәхәтләнеп йыуыныу тураһында һүҙ ҙә юҡ (кер ҙә йыуырға кәрәк бит әле). Ашнаҡсылар аҙ, йыш ҡына аш-һыу әҙерләү ҙә – үҙ елкәңдә. Ҡатын-ҡыҙ булараҡ, шундай көнкүреш мәсьәләләрен хәл итеү еңел түгел. Тик алыш барған саҡта ғәҙәти уңайлыҡтар тураһында уйламайһың да, хәлде нисек бар – шулай ҡабул итәһең.

 

Фото героиняның шәхси архивынан.

Автор: Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас