-6 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
МХО-лағыларға ярҙам
17 Декабрь 2025, 12:39

Йылайырҙар МХО-ға ярҙам итә

Йылайырҙағы “Преображенск” ойошмаһы ирекмәндәре махсус хәрби операция зонаһында булған хәрби хеҙмәткәрҙәребеҙгә әүҙем ярҙам итеүен дауам итә.- Беҙҙең коммерциялы булмаған ойошма өлкәндәргә социаль ярҙам күрһәтә, ике йыр рәттән РФ -ның грантын оттоҡ. Шул гранттан килгән аҡсаға ике тегеү клубын һәм шулай уҡ дегидраторҙар, ваҡлағыстар, электрон үлсәүҙәр, вакууматорҙар, сублимация өсөн аксессуарҙар һатып алып, ҡоро аш һәм бутҡалар әҙерләү өсөн дүрт ауыл советында нөктәләр астыҡ.

Йылайырҙар МХО-ға ярҙам итә
Йылайырҙар МХО-ға ярҙам итә

Бағымсыларыбыҙҙың ярҙамы менән МХО-ға кәрәкле әйберҙәр, шул иҫәптән, дрондарға ҡаршы одеалдар тегәбеҙ.
Күпләп ҡорот киптерәбеҙ. МХО-лағы егеттәребеҙ имеп йөрөй торған ҡорот кәрәк, тип һорайҙар.
Әҙер булғас, гуманитар конвой менән оҙатабыҙ, - ти ойошманың директоры
Ғәлиә Солтанова.

 

Тап ошо әйберҙәр беҙҙең яугирҙәребеҙ өсөн бөгөнгө көндә бик ныҡ кәрәк.

 

"Преображенск" ойошмаһы бик ҙур эш башҡара. Уларҙың теккән әйберҙәре беҙҙең яугирҙарыбыҙҙың ғүмерен һаҡлап ҡала.

 

Бөтә ирекмәндәргә уларҙың хеҙмәте, фиҙакәрлеге, еңеүҙе яҡынайтыуға ҙур өлөш индергәндәре өсөн ихлас рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Һеҙгә һәм яҡындарығыҙға ныҡлы һаулыҡ, именлек теләйбеҙ!

 

Ғәлиә Солтановаға айырым рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ.

 

Дрондарға ҡаршы одеалдар, паннолар кәрәк, тигән оранды ишетеү менән иң беренсе ул яҙҙы. Беҙ уның телефонын һалдат әсәһе Эльмираға ебәрҙек.

 

Тағы ла ошо әйберҙәрҙе тегеүселәр булһа, беҙгә хәбәр итегеҙ.

 

Фото Ғәлиә Солтанованың шәхси архивынан

Йылайырҙар МХО-ға ярҙам итә
Йылайырҙар МХО-ға ярҙам итә
Йылайырҙар МХО-ға ярҙам итә
Йылайырҙар МХО-ға ярҙам итә
Йылайырҙар МХО-ға ярҙам итә
Йылайырҙар МХО-ға ярҙам итә
Йылайырҙар МХО-ға ярҙам итә
Йылайырҙар МХО-ға ярҙам итә
Йылайырҙар МХО-ға ярҙам итә
Автор: Роза Хуснуллина
Читайте нас