Фонд эшмәкәрлеге
Фонд Рәсәй Президенты Владимир Путин указына ярашлы 2023 йылдың апрелендә булдырылды.
1 июндә беҙҙең Башҡортостан филиалы үҙ ишектәрен асты. Фондтың төп маҡсаты – махсус хәрби операция ветерандарына һәм һәләк булған ир-егеттәребеҙҙең ғаиләләренә дәүләт ярҙамы алыуға булышлыҡ итеү. Тап бына ошо өлкәлә халыҡҡа төрлө яҡлы консультация кәрәк тә. Һәм әлеге беҙҙең ғәҙеллек, хәстәрлек һәм ихтирам принциптарына нигеҙләнгән хеҙмәт алыштырғыһыҙ, тип иҫәпләйем.
Социаль координаторҙар һәр ветеранға һәм һәләк булған яугир ғаиләһенә социаль ярҙамды дәүләт фонды иҫәбенән бушлай ойоштора. Журнал уҡыусыларына аңлайышлы булһын өсөн фонд ярҙамын айырым пункттар менән теҙеп бирәм:
Шәхси проект
Башҡаларҙан айырмалы рәүештә, бихисап проекттарыбыҙ бар. «Үҙебеҙҙең ҡунаҡ бүлмәһе», йәғни «СВОя семейная гостиная» проекты уникаль күренеш булды. «Ер ҡото» фестивале, «Атайсал» проекты сиктәрендә үткән «Батырҙар дәүере» түңәрәк өҫтәле, шулай уҡ йыл һайын үткәрелеп килгән «Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе» конкурсы – беҙҙең филиалдың үҙе уйлап сығарған оло эштәренең береһе.
Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан егеттәрҙең аталарына тапшырылған «Ватан һаҡсыһының атаһы» йәмәғәт миҙалын да билдәләп үткем килә. Был награда – «Рәсәй халыҡтары ассамблеяһы» Бөтә Рәсәй йәмәғәт-дәүләт ойошмаһының төбәк бүлексәһе һәм «Ватанды һаҡлаусылар» махсус хәрби операцияһында ҡатнашыусыларға ярҙам итеү фондының республика филиалы менән бергә тормошҡа ашырған проекты. Республикабыҙ етәкселеге беҙҙең башланғысты хупланы.
Миҙал әүҙем ижтимағи эшмәкәрлек менән шөғөлләнгән, ветерандарға һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә тылда ярҙам иткән, йәштәргә һәм ветерандарға өлгө булған, тыуған яғының ысын патриоттарын үҫтергән атайҙарға бирелә. Тәүге наградаларҙы Атайҙар көнөндә тапшырҙыҡ. Миҙал алғандар араһында ете Рәсәй Геройының атаһы бар. Шулай уҡ награда күрше төбәктәрҙәге лайыҡлы милләттәштәребеҙ араһында ла хужаларын тапты.
Уңышлы команда
Уңышлы хеҙмәттең ҙур өлөшөн көслө команда билдәләй. Беҙ быға өлгәшкәнбеҙ. Командабыҙ үҙ өлкәһендәге профессионалдарҙан һәм тәжрибәле белгестәрҙән тупланған. Бөгөн филиалда республика буйынса 106 социаль коорди-натор иҫәпләнә. Улар бөтә муниципалитеттарҙа ла бар. Урындағы хакимиәттәр, йәмәғәт ойошмалары, ирекмәндәр, федераль ведомстволар менән ныҡлы бәйләнештәр булдырып, алға ҡуйылған бурыстарҙы лайыҡлы үтәй беләләр. Беҙҙең ғәмәлдәрҙе ярым-йорто атҡарып булмай, бында бөтә күңелеңде биреп, сифат өсөн эшләргә генә мөмкин.
Башта ул хеҙмәтте 40 кеше генә башлағайны, хәҙер белгестәр һаны ике тапҡырға артты. Араларында МХО ветерандары, улдарын юғалтҡан әсәләр, ҡаһарман-дарыбыҙҙың тол ҡатындары, әле яуҙа йөрөгән яугирҙәрҙең йәмәғәттәре һәм әсәләре лә бар. Һәр береһе ошо өлкәлә ниндәйҙер ярҙам күрһәткеһе, башҡаларға булышлыҡ иткеһе килеп беҙҙең фонд ишеген ҡаҡҡан.
Ошо ваҡыт арауығында филиал белгестәре 96 меңдән ашыу мөрәжәғәт ҡабул итте һәм шуларҙың 96 проценты ыңғай хәл ителде. Былар, башлыса, егеттәребеҙгә медицина, психология ярҙамы, хоҡуҡ белгестәре консультацияһы, белемдәрен камиллаштырыу, эшкә урынлашыу, шифаханаларҙа дауаланыу кеүек һорауҙар. Йәрәхәт алып ҡайтҡан батырҙарыбыҙға техник реабилитация саралары – төрлө юғары технологиялы протездар, коляскалар – юллайбыҙ. Уларҙың торлаҡтарын ихтыяждарына ярашлы төҙөкләндерәбеҙ.
Юғалтыуҙар, эҙләүҙәр, ерләүҙәр...
Беҙҙең хеҙмәттең иң ауыр өлөшө лә ошолор. Үкенескә ҡаршы, эшебеҙ яу һәм яугирҙәр менән бәйле. Һәм унда ҡорбандар ҙа аҙ түгел. Йыш ҡына үлем хәбәрен еткерергә лә, һалдаттарҙы һуңғы юлға оҙатырға ла тура килә. Барырға һәм яҡындарына иң кәрәкле һүҙҙәрҙе табырға. Шул урында уҡ ниндәй ярҙам ойошторолорға тейеш икәнде самаларға һәм был эште үҙ ҡулыбыҙға алырға ла. Сөнки ҡайғынан бөгөлөп төшкәндәрҙә ундай көс булмай.
Әле беҙҙең иңгә хәбәрһеҙ юғалған яугирҙәрҙе эҙләшеү бурысы ла ятты. Фондтың Башҡортостан Республикаһындағы филиалында хеҙмәткәрҙәр хәбәрһеҙ юғалған яугирҙәрҙең ғаилә ағзаларынан буккаль эпителий (ауыҙ ҡыуышлығынан) ала. Был ДНК өлгөләре молекуляр-генетик тикшереүҙәргә ебәрелә.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ошо йүнәлештә эш күп. Рухи көс, ныҡлыҡ, сабырлыҡ талап иткән бик үҙенсәлекле хеҙмәт, аңлайһығыҙҙыр. Әммә был эштең ыңғай яғы ла бар – ғаиләләргә яҡындарын табышып, ҡаһармандарҙы әҙәмсә, йола буйынса ерләү мөмкинлеген бирәбеҙ, билдәһеҙлектән ҡотҡарабыҙ. Донъяуи эш бит инде, һалҡын аҡыл менән уйлағанда, һәләк булыусының ғаиләһе законда ҡаралған түләүҙәрҙе лә алырға тейеш. Беҙ быны ла күҙәтеүҙә тотабыҙ.
Юридик десант
Ишеткәнһегеҙҙер, республика буйынса «Юридик десант» акцияһын башлап ебәрҙек. Акция сиктәрендә ветерандар, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзалары өсөн берҙәм консультация көнө ойошторабыҙ. Әле бер нисә район һәм ҡалала булдыҡ. Күҙәтеүебеҙсә, бик теләп киләләр, һорауҙар күп, көноҙоно өҫтәлдәребеҙ янынан халыҡ өҙөлмәй. Быйыл ғинуарҙан октябрь айына тиклем Башҡортостандың бөтә төбәктәрен дә йөрөп сыҡмаҡсыбыҙ. Әлеге консультацияларҙа Башҡортостан Республикаһының Нотариаль палатаһы, Дәүләт юридик бюроһының Рәсәй юристар ассоциацияһы юристары, «Ватанды һаҡлаусылар» фондының республика филиалы социаль координаторҙары, психологтар, табиптар ҡатнаша. Күрәһегеҙ, тупланма көс бик етди. Шунлыҡтан хәл ителмәгән һорауҙар ҡалмай тигәндәй. Иң көнүҙәк мәсьәләләр – ярҙам сараларын алыу, дауалауҙы тәьмин итеү, документтарҙы юллау, шулай уҡ социаль, хоҡуҡи һәм психологик яҡтан ярҙамлашыу. Күпселек үтенестәр буйынса һорауҙар урында уҡ хәл ителә, ҡайһы бер ҡатмарлыраҡтарын белгестәр эшкәртеүгә ала.
Былтыр алып барылған уңышлы акция – «Ярҙам поезы» хаҡында ла телгә алып үтәйек. Был сараның маҡсаты ла район һәм ҡалалар халҡына консультация ярҙамы күрһәтеү булды. Һәм ошо ярҙам сараларының дөйөм күләме республикала миллиард һумды тәшкил итте.
Акцияның бөтә осоронда ете меңдән ашыу мөрәжәғәт ҡабул иттек һәм тамамланғас, йомғаҡлап, сарала ҡатнашыусыларҙы, һәләк булған яугирҙәрҙең әсәләрен, шулай уҡ махсус хәрби операция ветерандарын һәм яугирҙәрен бүләкләп ҡуйҙыҡ.
Бурыстар һәм яуаплылыҡ
Бурыстар көндән-көн арта, сөнки заман ҡуйған талаптар үҙгәрә. Әлеге ваҡытта ветерандарҙы тыныс тормошҡа яраҡлаштырыу һәм уларҙы социалләштереү мәсьәләләре алғы планға сыға. Шуға ла егеттәрҙе йәмәғәт сараларында ҡатнашырға саҡырабыҙ. Былтыр беренсе тапҡыр шәхси хәрби компаниялар ветерандары Хәрби-диңгеҙ флоты һәм
Һауа десанты ғәскәрҙәре көндәрен байрам итеүҙә ҡатнашты.
Ир-егеттәребеҙҙе проблемалары менән яңғыҙ ҡалдырмаҫҡа кәрәк. Улар үҙҙәре лә йәмғиәткә, тыуған илдәренә кәрәкле булыу өсөн ҙур тырышлыҡ һала: араларында хәрби-патриотик эштә теләп ҡатнашыусылар күп. Һәләк булған яугирҙәрҙең исемен мәңгеләштереү эшендә лә ҡаһармандарыбыҙҙың ярҙамы ҙур. Гуманитар ылау йыйыу һәм алып барып еткереүҙә лә МХО ветерандары башҡа хәрби конфликттар ветерандары менән берлектә ҡатнаша.
Ветерандарыбыҙҙы, шул иҫәптән инвалидлыҡ алып ҡайтҡан егеттәрҙе спортҡа йәлеп итеү өсөн ҙур эш алып барыла. Март айында үтәсәк ҡышҡы адаптив спорт төрҙәре буйынса бөтә Рәсәй фестиваленә әҙерләнә МХО ветерандарының йыйылма командаһы.
Ике йыл рәттән уҙғарылып килгән, матур йолаға әйләнгән ветерандар һәм ҡаһармандарыбыҙҙың ғаилә ағзалары араһындағы ижади фестиваль дә ҡаралған планда.
Ғөмүмән, махсус хәрби операция ветерандары һәм уларҙың ғаиләләре үҙҙәрен яҡлаулы, хәстәрле тойоп, тиҙерәк ғәҙәти тормошҡа ҡайта алһын өсөн барыһын да эшләйбеҙ.
Рәсәйҙә – Ватанды һаҡлаусылар, Башҡортостанда Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам йылы тип иғлан ителеүе беҙҙең иңгә етди бурыстар һәм яуаплылыҡ өҫтәй. Яңы эш йүнәлештәре, күп төрлө саралар, шул иҫәптән бөтә Рәсәй кимәлендәге лә ҡаралған. Быларҙы атҡарып сығыр өсөн бөтә шарттар ҙа бар.
Республика етәкселеге һәм шәхсән Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тарафынан ҙур ярҙам күрһәтелә. Барыһын да эшләй алабыҙ, беҙ бергәләп Еңеүҙе яҡынайтабыҙ, тигән ышаныс та ошонан килә.