-6 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
МХО-лағыларға ярҙам
18 Ноябрь 2025, 16:44

Яугир әсәһе

Әнисә Муллағолованың исеме республика-ның киң йәмәғәтселегенә яҡшы таныш. Ул – «Юлдаш» радиоһының алыштырғыһыҙ хеҙмәткәре. Беҙ иһә бөгөн Әнисә Муса ҡыҙын уҡыусыларыбыҙ өсөн икенсе яҡтан, ә, бәлки, иң мөһим һәм яҡты яҡтан асмаҡсыбыҙ.

Яугир әсәһе
Яугир әсәһе

Яугир әсәһе ул. Улы Нияз инде өс йыл махсус хәрби операция биләмәһендә. Өс йыл әсәнең йөрәге урынында түгел.

«Ниязым – минең беренсе балам. Фарсы теленән «бүләк» тигәнде аңлата исеме. Тормошома ла оло бүләк булып килеп инде ул, – тип һөйләй Әнисә апай. – Һаман хәтеремдә: олатаһы уны өс йәшендә генә атҡа атландырғайны.

Һин елерһең, эй елерһең

Ҡартатай аттарында,

Эй елерһең, шәп елерһең,

Саң ҡалыр арттарыңда,  –

тигән дүрт юллыҡ килгәйне шул саҡ кинәт кенә күңелемә».

Иртә һөйләшә Нияз. Йәш тә дүрт айында инде бер нисә һүҙҙән торған һөйләмдәр менән аралаша ала. Бәләкәй генә көйөнсә «Перовский»ҙы бейергә өйрәнә, алтынсы класта мәктәп сәхнәһендә Салауат Юлаевты уйнап йөрөй. Тамашаларҙан һуң оҙаҡ ҡына шул ролдән сыға алмай, батыр образында йәшәп тә ала. Шундай рухлы, илһамлы, илһөйәр бала була йәштән.

БДУ-ның Нефтекама филиалында иң яҡшы студенттарҙың береһе иҫәпләнә, юрист һөнәрен үҙләштерә. Уҡыуҙа ла, йәмәғәт эштәрендә лә, сәнғәттә лә ал бирмәй. Аҙаҡ ағайҙарының, олатаһының өлгөһөндә әрмегә юллана. Үҙ ваҡытында өйләнә лә: Дәүләкән һылыуы Юлиә менән ике балаға атай-әсәй булалар.

Мобилизация иғлан ителгәс тә, тәүгеләрҙән булып юллана. Хушлашҡанда ла тыныс, хатта ышаныслы тота үҙен. Төшөнкөлөккә бирелгән, паника тыуҙырған ҡайһы берәүҙәрҙең хәбәрен кире ҡаға. Әсәһен дә сабырлыҡҡа өндәй: «Әсәй, ишетмә, тыңлама юҡ-барҙы. Тыныс бул, зинһар. Мин ҡайтам. Мотлаҡ ҡайтам!»

«Улым ана ниндәй ныҡ. Мин дә шулай булырға тейеш. Мин бит хәҙер һалдат әсәһе», – тип ҡабатлап торам эстән, ә күҙ алмаһын әсе йәш өтөп алып килә...»

Ялға ҡайтып киткән Нияз. Хәҙер ул үҙгәргән. Көлдөрөп, шаярып йөрөүҙәре юғалған, һүҙгә һаран, уйсан булып ҡалған. Быларҙы яҡындары аңғара, әлбиттә.  Ялында ла һәләк булған дуҫтарының, яуҙаштарының ғаиләләрен барлап сыҡҡан, иҫтәлектәрен тапшырып, йылы һүҙ табып, хәлдәрен белгән.

«Тормоштоң ҡәҙерен нығыраҡ аңлай башланым, – тип һөйләгән Нияз. – Иң мөһиме – илдең һәм балаларҙың киләсәге. Шуларҙы һаҡлайбыҙ бит инде. Шунда булыуыбыҙ менән намыҫыбыҙҙы ла һаҡланыҡ. Унда мин бүтәндәрҙе ҡайғыртырға, башҡалар өсөн йән атырға өйрәндем. Берәй сетерекле хәлдә эргәмдәгеләр өсөн борсола башлайым: балаһы, ата-әсәһе, ҡатыны бар... иҫән генә булһын инде...»

Улы менән ғорурлана Әнисә Муса ҡыҙы. Уның ут эсенән ҡайтып, бындағы яҡындарына сабырлыҡ, өмөт өләшеп йөрөүе һәм ныҡ, көслө булыуына һоҡлана ла.

Һәм үҙе лә өлгө ала. Улы бит: «Ундағы егеттәр өсөн ҡатыны һәм әсәһенең көтөүе – шундай ҙур терәк. Ә минең һеҙ икегеҙ ҙә бар һәм һәр ваҡыт йөрәгем түрендә генәһегеҙ», – тигән. Был һүҙҙәрҙе иң ҙур бүләк итеп һаҡлай әсә һәм өҙөлөп улын көтә.

Роза Хөснуллина.

Автор: Роза Хуснуллина
Читайте нас