-6 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
МХО-лағыларға ярҙам
17 Ноябрь 2025, 14:04

Әсә һағышы

Ейәнсура шәле алырға тип барған инек. Теремек кенә инәй булып сыҡты хужабикә, хаҡлы ялдағы уҡытыусы, Башҡортостандың мәғариф отличнигы. Өҫтәленә ҡуйылған фотоһүрәт нисектер иғтибарҙы йәлеп итте. Махсус хәрби операцияла һәләк булған герой Марат Мәхийәновтың әсәһе Гәүһәр Абдулла ҡыҙы менән шулай таныштыҡ.

Әсә һағышы
Әсә һағышы

– Бала сағында бигерәк тыныс булды Маратым. Ултырып уйнай торған уйындарға әүрәне. Ағаһы менән санала, саңғыла шыуырға яратты. Өлкәне мәктәпкә барғас, уның ҡаршыһына ятып, хәреф өйрәнде, хатта баҫма хәрефтәр менән хаттар ҙа яҙа башланы. Айырыуса математиканы яҡшы белде ул. Бер саҡ уҡытыусыһы өйгә эште дөрөҫ эшләмәгәнен әйтә. Марат үҙенекен иҫбат итә – баҡһаң, икенсе ысул менән сискән мәсьәләне. Бына ағаһы менән торалар... – әсә аҡлы-ҡаралы фотоларға ҡарап хәтирәләргә    бирелә. – Бына балалар баҡсаһында ултыра. Быныһын Мәскәүҙә төшкән – 4-се класта уҡығанда уҡ район буйынса шахмат ярышында беренсе урын алды, беҙ йәшәгән Хәйбулла  районы Һамар ауылында һарыҡ ҡырҡыуҙа ҡатнашты, шуға ла әүҙем уҡыу алдынғыһын баш ҡалаға алып барҙылар... Марат 1-се мәктәп-интернатта Венгриянан килгән делегацияға интервью биреп тора. Ҡурай уйнай...

Нескә күңелле бала була ул. Бәләкәй сағында, атаһы йә әсәһе белемен камиллаштырырға ҡалаға киткәндә лә, һағыныуҙан ауырып, һарғайып, хатта температураһы күтәрелә.

– Мәктәп-интернатта уҡығанда ла ныҡ һағынған, тик «ҡайтам» тип әйтергә ҡыймаған ул беҙгә. Бер саҡ хатына бөтә ихатабыҙҙы ентекләп төшөрөп һалған. Тыуған йортоноң һәр детален ҡәҙерләп иҫләп ултырғандыр инде, – ти әсәһе.

«Бейеп китһәм, күңелле булып ҡала, башта бер насар уй ҙа юҡ. Ә ҡайтҡым килһә, моңһоулана башла-һам, ҡулыма ҡурай алам да уйнайым, шулай һағышымды баҫам», – тип һөйләп ала ул бер тапҡыр әсәһенә. Спорт ярыштарында, башҡа сараларҙа ҡатнашып, гелән беренселекте алып йөрөгән улының ҡыуанысын уртаҡлашырға бармауына, хатта сығарылыш кисәһендә лә эргәһендә була алмауына әсенеп ҡуя Гәүһәр инәй. Донъя мәшәҡәте, тигән булып... «Улымды Ленинградҡа алып барҙым, – тип тағы бер фото күрһәтә Гәүһәр инәй. – Кроссовкаларҙың яңы сыҡҡан сағы, өлкән улым шуны алып ҡайтыуымды һораны. Марат менән әллә ни саҡлы сират көтөп торҙоҡ, исмаһам, шунда, миңә лә алайыҡ, тиһәсе. Ни үҙем уйламағанмын. Балаҡайым, һиңә бөтә һөйөүемде,  хәстәрлегемде күрһәтеп өлгөрҙөммө икән, тигән уй ҙа килә башыма». Эй, был донъялар һис бер үкенесһеҙ генә булһа икән...

Мәктәптән һуң Марат авиация институтында белем ала һәм компьютер буйынса инженер булып һаҡлыҡ банкына эшкә инә. Артабан хеҙмәт юлдары уны башҡа һуҡмаҡтарҙан алып китә, эске эштәр органдарында, һалым полицияһында эшләй, 2001 йылда Чечен Республикаһында конституцион тәртипте тергеҙеү буйынса командировкала була. Ҡайҙа ғына эшләгәндә лә, булмышына тоғро ҡала: төрлө сарала ҡатнаша, көрәш, самбо, атыу, йүгереү, саңғыла йөрөү кеүек ярыштарҙан ҡалмай, призлы урындар яулай. Ҡыҙыҡһыныуҙары төрлө була уның. Башҡорт аштарын бешерергә лә өйрәнә, ҡош-ҡорт үрсетеү нескәлектәренә лә төшөнә.

«Ниндәйҙер уйы булһа, тота ла эшләй, һуҙып йөрөмәй, һәр нәмә ҡулынан килә. Сағыу йәшәне лә балҡып һүнде Марат», – был һабаҡташтарының һүҙе.

Авиацияла хеҙмәт иткән уҙаманды танкҡа ҡаршы взвод командиры итеп ҡуялар. Өлкән лейтенантҡа, бында кәрәгерәкһең, тиҙәр. Отпускыға ваҡыты етһә лә, алмаштырырҙай кеше булмағас, кисектереп тора килә. Ҡайтырға яҙмай...

– Ауыр хәбәрҙе нисек еткерҙеләр һеҙгә? – Ни хәтлем ҡыйын булһа ла, сал сәсле әсәгә был һорауҙы бирмәй булмай.

– Үҙебеҙ ишеттек. 29 ғинуар, сәғәт киске ун бер тирәһе. Бер саҡ Раушания килен илай башланы. Ниңә илайһың, тип һораһам, әйтмәй. Тағы һорайым, яуап бирмәй. «Әллә Марат үлгәнме?» – тиһәм, «Эйе-е», – тимәһенме...

 

Гөлшат Ҡунафина.

Әсә һағышы
Әсә һағышы
Автор: Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас