Ҡарап торһаң, юрист та үҙҙәре, психолог та, социаль хеҙмәт вәкиле лә, ветерандар мәнфәғәтен бөтә яҡлап ҡайғыртыусы ла. Филиал етәксеһе Гөлнур Ғәлинур ҡыҙы Ҡолһарина һөйләүенсә Фондтың төп маҡсаты – махсус хәрби операция ветерандарына һәм һәләк булған ир-егеттәребеҙҙең ғаиләләренә дәүләт ярҙамы алыуға булышлыҡ итеү.
Социаль координаторҙар менән эш аҙна һайын видеобәйләнеш аша ойошторола. Кисә, 6 ноябрь, бөтә республикаға таралған социаль координаторҙар менән мөһим һорауҙар буйынса видеобәйләнеш булып үтте. Унда алдағы аҙнаға пландар ҡоролдо, ниндәй эштәр эшләргә кәрәклеге билдәләнде.
Шулай уҡ Фондтың юрисы килгән кешеләргә консультация бирә.