Ирекмәндәр "Башҡортостан" мотоуҡсылар полкының Ремонт ротаһын, Светлодарск госпиталендә, Амвросиевкала, Миңлеғәли Шайморатов исемен йөрөткән хәрби берләшмәлә булып, яугирҙарға Тыуған яҡтарынан ҡайнар сәләмдәр, күстәнәстәр тапшырған. Ә беҙҙең һәләтле артистарыбыҙ тарафынан ҡуйылған концерт һәр һалдаттың йөрәгенә дәрт уятҡан, өмөт өҫтәгән, йылы өләшкән. Ир-егеттәр Башҡортостандан килгән күстәнәстәр өсөн ҙур рәхмәт әйткән, бигерәк тә тәмле сәк-сәк күңелдәренә хуш килгән.
”Гуманитар ылау туплауҙа күп район һәм ҡалалар ҡатнашты. Ватан һаҡсыларына ярҙам иткән һәр кемгә, айырыуса Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрына, Өфөләге 194-се балалар баҡсаһына, Әбйәлил районы Рысҡужа ауылы халҡына оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Һәр йортҡа, һәр ғаиләгә яугирҙарыбыҙҙың ҡайнар һәм һағынышлы сәләмдәрен еткерәбеҙ. Хәрбиҙәребеҙ тылдың көсөнә таяна һәм ышана. Улар фронтта Еңеү өсөн тир һәм ҡан түгә. Беҙ ҙә һынатмайыҡ! Ватан һаҡсыларына ярҙам итәйек", - тип яҙа "Ете ҡыҙ" йәмәғәт ойошмаһы үҙенең “Бәйләнештә” сайтындағы төркөмөндә.
Беҙ “Ете ҡыҙ” ойошмаһына рух көсө, сәләмәтлек, сыҙамлыҡ теләйбеҙ.
Фото: "Ете ҡыҙ" ойошмаһының "Бәйләнештә" сайтындағы төркөмөнән алынды.