-6 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
МХО-лағыларға ярҙам
17 Сентябрь 2025, 12:29

Башҡортостан МХО-лағыларға ярҙам итә

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балалары мәғариф өлкәһендә әүҙем ярҙам ала. 9 меңгә яҡын кеше балалар баҡсаһына бушлай йөрөй, 8 меңе – дөйөм белем биреү учреждениеларында түңәрәктәргә яҙылған. 7,5 меңдән ашыу уҡыусы ҡала ситендәге лагерҙар ял итте, 742 балаға колледждарҙа бушлай уҡыу өсөн сертификат йәки компенсация бирелә. 20 мең студент бушлай туҡланыу менән тәьмин ителә.

Башҡортостан МХО-лағыларға ярҙам итә
Башҡортостан МХО-лағыларға ярҙам итә

Радий Хәбиров әлеге көндә МХО-лағылар һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү төп бурыс булып ҡалыуын хаҡында күптәнән әйтә килде:

  • Яугирҙарыбыҙға, уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү, илдең оборона һәләтен тәьмин итеү – өҫтөнлөклө бурысыбыҙ. Һәм мотлаҡ ижтимағи-сәйәси тотороҡлолоҡ, иҡтисадты үҫтереү. Әгәр был булмаһа, тәүге өс бурысты ла үтәп булмаясаҡ. Беҙ үҙебеҙҙе ысын патриоттар тип һанайбыҙ, илгә хеҙмәт итеүгә бөтә көсөбөҙҙө һалырға әҙербеҙ. Тиҫтәләрсә мең яугирҙарыбыҙ унда ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып һуғышҡанда, уларға ярҙам итеүҙән дә мөһимерәк нәмә бармы? Был иң мөһиме», — тип иҫәпләй Радий Хәбиров.
  • 15 сентябрҙә Башҡортостанда махсус хәрби операция Ветерандары Ассоциацияһы ултырышында төбәк етәксеһе, хәрбиҙәрҙе тыныс тормошҡа яраҡлаштырыуҙа һәм уларҙы эшкә урынлаштырыуҙа, шулай уҡ йәштәрҙе патриотик тәрбиәләүҙә йәмәғәт ойошмаһы ҙур роль уйнай, тип билдәләне.
  • Башҡортостанда махсус хәрби операция Ветерандары Ассоциацияһы рәйесе Оскар Ситдиҡов билдәләүенсә, ойошма Тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтҡан яугирҙарҙы республиканың йәмәғәт тормошона йәлеп итергә, үҫеп килгән быуынды тәрбиәләүгә булышлыҡ итергә мөмкинлек бирә.

 

Үҙебеҙҙекеләр йорто (Дом СВОих)

Бөгөн республикала берҙәм формала эшләүсе 6 үҙәк эшләй. Йыл аҙағына тиклем 18 буласаҡ, уларҙы бөтә райондарҙа һәм ҡалаларҙа асыу күҙаллана. Тәүгеләрҙән булып “Үҙебеҙҙекеләр йорто” Стәрлетамаҡта барлыҡҡа килә. “Үҙебеҙҙекеләр йорто” белгестәренә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм ветерандар төрлө һорауҙар буйынса мөрәжәғәт итә. Мәҫәлән, ауыр тормош хәлдәрендә ярҙам күрһәтеү, алғы һыҙыҡтағы яугирҙарға гуманитар ярҙам йыйыу, һәләк булған геройҙарҙың хәтерен мәңгеләштереү, спорт һәм мәҙәни саралар ойоштороу буйынса.

"Ветерандарҙың мәсьәләләрен хәл итеүҙә формализм булырға тейеш түгел. Беҙҙең ҡалала хәрбиҙәрҙе тыныс тормошҡа яраҡлаштырыу өсөн бөтөн система төҙөнөк", - тип иҫәпләй стәрлетамаҡ хакимиәте башлығының Хәрбиҙәр менән үҙ-ара эш итеү буйынса кәңәшсеһе Юрий Орда.

Геройҙар тураһында хәтер

Стәрлетамаҡ - Башҡортостанда махсус хәрби операция геройҙарына арналған мемориаль комплекс асылған беренсе ҡала. Уны Еңеү паркында төҙөгәндәр. Бында өсмөйөш формаһында өҫкә ынтылыусы торналар һүрәтләнгән плитәләр ҡуйылған. Һулда - тылға ярҙам итеү күренештәре: балалар һалдаттарға хаттар яҙа, окоп шәмдәрен тултыра, ҡатын-ҡыҙ маскировка селтәрҙәре бәйләй, гуманитар йөк һалынған ҡумталар тора. Уң яҡта - маскировка селтәре аҫтында блиндаж кейгән яугир. Скульптура композицияһында өс Өҡатнашыусы – мобилизацияланған, кадрҙар хәрбие һәм ирекмән ҡатнаша. Постаментта «Махсус хәрби операция геройҙарына» тигән яҙыу бар. Һәйкәлде асыу ваҡытында Радий Хәбиров, Стәрлетамаҡта илде яҡлап һәләк булғандарға, хәҙер алғы һыҙыҡта булғандарға һәм тылда ярҙам иткәндәргә арналған республикала тәүге ҙур мемориал асылды, тип билдәләне.

СВО ветерандары Ассоциацияһының урындағы бүлексәһе рәйесе Филүс Аҫылғужин республика халҡының фронтҡа ярҙам итеп, еңеүҙе яҡынайтыуы хаҡында һөйләне.

Беҙҙең яугирҙарға Ярҙам итеүҙең мөһим өлөшө булып Башлыҡтың МХО зонаһына шәхси сәфәрҙәре тора. Һис шикһеҙ, был билдәле бер хәүеф менән бәйле, Әммә Радий Хәбиров хәрби бурыстарҙы үтәгән кешеләргә ҡарата ихтирам һүҙҙәр менән генә сикләнергә тейеш түгел, тип иҫәпләй.

Күптән түгел, август аҙағында, Радий Хәбиров яҡташтарыбыҙ һуғышҡан подразделениеларға барҙы. “Үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ. Беҙ һеҙҙең өсөн бик ныҡ борсолабыҙ. Республика һеҙҙең өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләй. Ҡайтығыҙ, беҙ һеҙҙе өйҙә көтәбеҙ», – был төбәк Башлығы яугирҙарыбыҙға мөрәжәғәт иткән төп һүҙҙәр.

Рәсәй геройы Борис Дудко Радий Хәбировтың махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар араһында абруйы ҙур булыуын әйтте. Уның исемен алғы һыҙыҡта Башҡортостандан ғына түгел, башҡа төбәктәрҙән дә беләләр, тине ул.

Республика Башлығы һәләк булған балаларыбыҙҙың ғаиләләренә айырым иғтибар бирә. Башҡортостан ҡалаларына һәм райондарына эш сәфәре графигында – МХО-ла һәләк булған ҡатнашыусыларҙың ата-әсәләре, ҡатындары һәм балалары менән осрашыу.

Ярҙам саралары

 Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, республикала махсус операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына 54 төбәк ярҙам сараһы ғәмәлдә, улар тормоштоң бөтә өлкәләрен тиерлек үҙ эсенә ала. Шулай итеп, ҡайтҡан яугирҙарға һәм уларҙың туғандарына эшкә урынлашыуҙа ярҙам итәләр. Шифахана-курорт дауалау популяр ярҙам сараһы булып ҡала. Республика шифаханаларында 7 мең самаһы хәрби хеҙмәткәр һәм уларҙың туғандары ял иткән. 1 меңдән ашыу кеше шәхси йорттарға газ үткәреү өсөн сертификат алды, 206 ғаилә бушлай ер участкаларына хоҡуҡтан файҙаланды, 244 кеше льготалы социаль хаҡ буйынса торлаҡ һатып алды.

         Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балалары мәғариф өлкәһендә әүҙем ярҙам ала. 9 меңгә яҡын кеше балалар баҡсаһына бушлай йөрөй, 8 меңе – дөйөм белем биреү учреждениеларында түңәрәктәргә яҙылған. 7,5 меңдән ашыу уҡыусы ҡала ситендәге лагерҙар ял итте, 742 балаға колледждарҙа бушлай уҡыу өсөн сертификат йәки компенсация бирелә. 20 мең студент бушлай туҡланыу менән тәьмин ителә.

Хәрби хеҙмәттән 2,4 меңдән ашыу китеп республикаға ҡайтты. Уларҙың мең ярым самаһы шифахана-курорт дауалауын алды. Ҡайтҡан яугирҙарҙың яртыһынан күберәге эшкә урынлаштырылды. Хәрби хәрәкәттәр эҙемтәләрен еңеп сығыу өсөн психологик һәм психотерапевтик ярҙамды 1228 кеше ала.

"Бөтә яугирҙар ҙа өйҙәренә ҡайтҡас, шәхси иҫәпкә алынған. Һәр кемгә остаз беркетелгән, ә эш адреслы һәм теүәл алып барыла, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды хөкүмәт вице-премьеры Руслан Хәбибов. - Улар өсөн кәрәкле медицина, психологик, социаль һәм хоҡуҡи ярҙам күрһәтеүҙә комплекслы ярҙам ойошторолоуы мөһим».

Радий Хәбиров, яугирҙар ҡайтҡас, киләсәккә һөҙөмтәле эшләү өсөн ҡоралдарҙы көйләү мөмкинлеге бар, тип билдәләне.

 

Материал, фото: Башинформ.

Башҡортостан МХО-лағыларға ярҙам итә
Башҡортостан МХО-лағыларға ярҙам итә
Автор:
Читайте нас