Нескә күңелле бала була ул. Бәләкәй сағында, атаһы йә әсәһе белемен камиллаштырырға ҡалаға киткәндә лә, һағыныуҙан ауырып, һарғайып, хатта температураһы күтәрелә.
– Мәктәп-интернатта уҡығанда ла ныҡ һағынған, тик «ҡайтам» тип әйтергә ҡыймаған ул беҙгә. Бер саҡ хатына бөтә ихатабыҙҙы ентекләп төшөрөп һалған. Тыуған йортоноң һәр детален ҡәҙерләп иҫләп ултырғандыр инде, – ти әсәһе.
«Бейеп китһәм, күңелле булып ҡала, башта бер насар уй ҙа юҡ. Ә ҡайтҡым килһә, моңһоулана башла-һам, ҡулыма ҡурай алам да уйнайым, шулай һағышымды баҫам», – тип һөйләп ала ул бер тапҡыр әсәһенә. Спорт ярыштарында, башҡа сараларҙа ҡатнашып, гелән беренселекте алып йөрөгән улының ҡыуанысын уртаҡлашырға бармауына, хатта сығарылыш кисәһендә лә эргәһендә була алмауына әсенеп ҡуя Гәүһәр инәй. Донъя мәшәҡәте, тигән булып... «Улымды Ленинградҡа алып барҙым, – тип тағы бер фото күрһәтә Гәүһәр инәй. – Кроссовкаларҙың яңы сыҡҡан сағы, өлкән улым шуны алып ҡайтыуымды һораны. Марат менән әллә ни саҡлы сират көтөп торҙоҡ, исмаһам, шунда, миңә лә алайыҡ, тиһәсе. Ни үҙем уйламағанмын. Балаҡайым, һиңә бөтә һөйөүемде, хәстәрлегемде күрһәтеп өлгөрҙөммө икән, тигән уй ҙа килә башыма». Эй, был донъялар һис бер үкенесһеҙ генә булһа икән...
Мәктәптән һуң Марат авиация институтында белем ала һәм компьютер буйынса инженер булып һаҡлыҡ банкына эшкә инә. Артабан хеҙмәт юлдары уны башҡа һуҡмаҡтарҙан алып китә, эске эштәр органдарында, һалым полицияһында эшләй, 2001 йылда Чечен Республикаһында конституцион тәртипте тергеҙеү буйынса командировкала була. Ҡайҙа ғына эшләгәндә лә, булмышына тоғро ҡала: төрлө сарала ҡатнаша, көрәш, самбо, атыу, йүгереү, саңғыла йөрөү кеүек ярыштарҙан ҡалмай, призлы урындар яулай. Ҡыҙыҡһыныуҙары төрлө була уның. Башҡорт аштарын бешерергә лә өйрәнә, ҡош-ҡорт үрсетеү нескәлектәренә лә төшөнә.
«Ниндәйҙер уйы булһа, тота ла эшләй, һуҙып йөрөмәй, һәр нәмә ҡулынан килә. Сағыу йәшәне лә балҡып һүнде Марат», – был һабаҡташтарының һүҙе.
Авиацияла хеҙмәт иткән уҙаманды танкҡа ҡаршы взвод командиры итеп ҡуялар. Өлкән лейтенантҡа, бында кәрәгерәкһең, тиҙәр. Отпускыға ваҡыты етһә лә, алмаштырырҙай кеше булмағас, кисектереп тора килә. Ҡайтырға яҙмай...
– Ауыр хәбәрҙе нисек еткерҙеләр һеҙгә? – Ни хәтлем ҡыйын булһа ла, сал сәсле әсәгә был һорауҙы бирмәй булмай.
– Үҙебеҙ ишеттек. 29 ғинуар, сәғәт киске ун бер тирәһе. Бер саҡ Раушания килен илай башланы. Ниңә илайһың, тип һораһам, әйтмәй. Тағы һорайым, яуап бирмәй. «Әллә Марат үлгәнме?» – тиһәм, «Эйе-е», – тимәһенме...
Сибайҙа ерләйҙәр яугирҙе. Хәрби бурысын үтәгәндә күрһәткән батырлығы, фиҙакәрлеге өсөн һәләк булғандан һуң Батырлыҡ, Генерал Шайморатов ордендары менән бүләкләнә Марат Мәхийәнов.
Мараттың өс улы ҡала: Заһир, Таһир, Рамазан. Өлкәндәре юғары белем алып, үҙ һөнәрҙәре буйынса Сибай ҡалаһында эшләп йөрөй, кескәйҙәре 10-сы синыфта уҡый.
Йылайыр районының Ҡашҡар ауылында, Хәйбулла районының Һамар мәктәбендә, Рәми Ғарипов исемендәге Башҡорт республика гимназия-интернатында Марат Мәхийәнов исемендәге Герой парталары ҡуйылған. Гимназияла уның исеменә арналған шашка-шахмат турниры үткәрелә. Бындай сараларға яугирҙең әсәһе Гәүһәр апайҙы ла саҡыралар. Әсә кисергән тойғоларҙы һүҙ менән генә аңлатыу мөмкин түгел... Йән әрнеүе, ғорурлыҡ, рәхмәтле булыу, һағыныу һағышы... – хистәр барыһы бергә уҡмашып, уға ниҙер әйтергә ирек бирмәй, күҙҙәренә йәш тығыла. Бындай саҡта улы Роберт ярҙамға килә – ҡустыһы тураһында ул һөйләй.
«Маратым вафат булғас, сәләмәтлегем насарланып китте. Роберт улым менән Резеда киленем үҙҙәре янына Өфөгә алып килде. Йылы, уңайлы, бар шарттары булған өр-яңы фатирҙа йәшәйем», – ти рәхмәтле инәй. Ихлас йылмайып, селтәрле аҡ шәл тоттора һәм, изге теләктәрен еткереп, сәй эсергә саҡыра. Йөҙө ҡояштай балҡый. Тик күҙҙәрендә генә – төпһөҙ һағыш...
Гөлшат Ҡунафина.