Радий Хәбиров, программа «Геройҙар заманы» федераль проектының курсын дауам итә һәм бөгөнгө көндә илдә ошондай уҡ программалар араһында иң кәрәклеһе булып тора, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды. Ҡатнашыуға ике меңдән ашыу ғариза килгән, шул иҫәптән башҡа төбәктәрҙә йәшәүселәрҙән. Төбәк етәксеһе билдәләүенсә, был күренеш Башҡортостанға ышаныстың юғары кимәлгә етеүе хаҡында һөйләй.
Финалсыларҙы бай йыл көтә. Төбәк етәкселеге уларға мөмкин тиклем күберәк белем һәм тәжрибә һалырға, иң яҡшы остаздарҙан һәм уҡытыусыларҙан белем алырға ниәтләй. Ҡатнашыусыларҙан үҫеш, яңы компетенцияларҙы үҙләштереү һәм үҙеңде үҫтереү өсөн бөтә мөмкинлектәрҙе әүҙем файҙаланырға саҡыра.
- Беҙҙең яугирҙар – ысын патриоттар, тәжрибәле, сыҙамлы һәм ныҡлы характерлы кешеләр. Яҡын арала уларҙы Башҡортостан менән идара итеү командаһына ылыҡтыра башлаясаҡбыҙ. Бергәләп республиканы алға этәрә алырбыҙ, тип ышанам, — тип билдәләне Радий Хәбиров. Ул шулай уҡ «Башҡортостан Геройҙары» программаһының даими буласағын хәбәр итте. Беренсе модуль тамамланғандан һуң артабанғы этаптар планлаштырылған. Төбәк властары өйҙәренә ҡайтҡан яугирҙарға уҡыуҙа, һөнәри йүнәлеш алыуҙа һәм эшкә урынлашыуҙа ярҙам күрһәтеүен дауам итәсәк.