

«Хәрби бурыс һәм хәрби хеҙмәт тураһында» 53-сө федераль закон положениеларына ярашлы, хәрби хеҙмәткәр хәбәрһеҙ юғалған тип табылғансы йәки һәләк булған тип иғлан ителгәнсе хәрби хеҙмәт вазифаһын үтәүсе тип һанала.
Яугир юғалғас та, хәрби часть командиры уны хәбәрһеҙ юғалған тип бойороҡ сығара, артабан уның ҡайҙалығын билдәләү өсөн саралар күрелә. Ярты йылдан судҡа мөрәжәғәт итергә мөмкин. Яугирҙең хәбәрһеҙ юғалыуы тураһында бойороҡ сыҡҡандан һуң уның тормош иптәшенә йәки башҡа ғаилә ағзаларына аҡсалата түләүҙәр башҡарыла. Бының өсөн улар ғариза яҙырға, банк иҫәбен тапшырырға тейеш.
Ирегеҙ, улығыҙ, атайығыҙ, ейәнегеҙ бер нисә ай инде бәйләнешкә сыҡмай икән, һеҙҙең районда эшләгән «Ватанды һаҡлаусылар» фонды филиалының социаль координаторына мөрәжәғәт итегеҙ. Шулай уҡ Өфө ҡалаһы, Минһажев урамы, 107-се йортта урынлашҡан Башҡортостан Республикаһы буйынса фонд филиалына килергә мөмкин. Социаль координаторҙар ғаризаларҙы ҡабул итә, эҙләү карталары төҙөй, экспертизаға ебәреү һәм генетик профиль төҙөү өсөн генетик материал (ДНК) ала.
Хәбәрһеҙ юғалған хәрбиҙәрҙең туғандары генетик материал (буккаль эпителий) тапшыра. Уны ошо туғандарҙан алырға була:
Алынған өлгөләр Фонд филиалының төп офисына ебәрелә. Артабан филиал хеҙмәткәрҙәре конверттарҙы РФ Оборона министрлығының Өфө гарнизоны Хәрби-тәфтиш бүлегенә бирә. РФ Тәфтиш комитетының хәрби-тәфтиш бүлеге генетик материалды һәләк булыусыларҙы таныу үҙәгенә һәм Ростов ҡалаһы моргына тапшыра. Эҙләү картаһы ла шунда уҡ ебәрелә.
Аҡсалата түләүҙәр алыуға кемдәр ғариза яҙа ала? Хәбәрһеҙ юғалған яугирҙең
– тормош иптәше;
– тормош иптәше булмаһа, бергә йәшәгән бәлиғ булған балалары йәки опекундары, ҡараусылары йәки бәлиғ булмаған балаларын (бала саҡтан инвалид булғандар – йәшенә ҡарамай) уллыҡҡа алыусылар;
– яугир тәрбиәһендә булған кешеләр;
– яугир өйләнмәгән һәм балалары булмаған осраҡта түләүҙәр ата-әсәһенә тигеҙ бүленә. Ата-әсәһенең береһе генә булғанда ул ала, башҡа туғандары дәғүә итә алмай.
Аҡсалата түләүҙәр алда һанап үтелгән ғаилә ағзаларына хәлдәр тулыһынса асыҡланғанға, йәғни яугирҙең кәүҙәһен тапҡанға; суд менән ҡаралған тәртиптә хәбәрһеҙ юғалған тип билдәләнгәнгә; рәсми рәүештә һәләк булған тип иғлан иткәнгә тиклем башҡарыла.
Тағы ла шуныһы мөһим: атаһы йәки әсәһе МХО-ла хәбәрһеҙ юғалған бәлиғ булмаған балаларға хәбәрһеҙ юғалыу тураһында бойороҡ сыҡҡандан алып йәшәү минимумы рәүешендә түләү билдәләнә.
Түләүҙәр өсөн ғаризалар йәшәү буйынса военкоматҡа тапшырыла.
Регина КАМАЛОВА.