

Махсус хәрби операция темаһына ҡағылышлы йыш күтәрелгән һорауҙарға Башҡортостан Республикаһының «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фонды филиалының хоҡуҡи һорауҙар буйынса урынбаҫары Ғәлим Ғәни улы Мөхәмәтдинов яуап бирә.
– Яугирҙең ғаилә ағзаларына психологик ярҙам кәрәк икән – ҡайҙа мөрәжәғәт итергә? Райондарҙа йыш ҡына белгестәр булмай ҡуя...
– Фонд филиалында Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Республика клиник психотерапия үҙәге психологтары дежур итә. Ул Өфө ҡалаһы, Минһажев урамы, 107-се йортта урынлашҡан. Баш ҡалаға барыу форсаты юҡ икән, һәр районда тиерлек медицина ойошмаларында психологтар эшләй, унда МХО-ла ҡатнашыусыларға һәм уның ғаилә ағзаларына сифатлы ярҙам алыу мөмкинлеге бар. 16 ойошмала психотерапия үткәрелә, 41 медицина-психологик консультация һәм биш медицина-психологик ярҙам кабинеты бар. Республика клиник психотерапия үҙәге психологтары, стационар дауалау кәрәк булғанда, райондарға ла сыға.
Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм унда һәләк булғандарҙың ғаилә ағзаларына төрлө ярҙам саралары күрһәтеү өсөн «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фонды филиалы 2025 йылдың ғинуарынан алып октябренә тиклем «Ватанды һаҡлаусылар» республика акцияһын планлаштырған. Акцияның маҡсаты – Республика клиник психотерапия үҙәге хеҙмәткәрҙәрен йәлеп итеп, квалификациялы консультация үткәреү һәм профессиональ психологик ярҙам күрһәтеү.
– Махсус хәрби операцияла инвалидлыҡ алған ветерандарға дәүләт бер миллион һум аҡса түләй икән, тип ишеттем. Бының өсөн ҡайҙа мөрәжәғәт итергә? Түләү алыу шарттары ниндәй?
– РФ Президентының 2024 йылдың 14 ноябрендә сыҡҡан «Айырым категория кешеләргә өҫтәмә социаль гарантиялар тураһында»ғы 968-се Указына ярашлы, бер миллион һум күләмендә түләү 2022 йылдың 24 февраленән алып 2024 йылдың 14 ноябренә тиклемге осорҙа, махсус хәрби операция зонаһында хәрби хеҙмәт үткәндә, ауыр яраланып инвалидлыҡҡа килтергән һәм, РФ Президентының 2022 йылдың 18 мартында сыҡҡан 98-се Указына ярашлы, элек имгәнеү (йәрәхәт, травма, контузия) алғанда өс миллион һум күләмендә бер тапҡыр түләү алған хәрби хеҙмәткәрҙәргә бирелә. Медицина-социаль экспертиза һөҙөмтәһе был осраҡта «хәрби травма» тип квалификациялана.
«Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фонды филиалы, инвалидлыҡ билдәләнгән осраҡта ветерандарҙың мөрәжәғәте буйынса, был түләүҙәрҙе сығарыу өсөн документтар юллаша.