Беренсенән, ул башҡорт мәҙәниәтен үҫтереү өсөн күп көс һала, милли кейемде тергеҙә: селтәр, хәситә, таҡыя һ.б. кейемдәрҙе йыйып, күргәҙмә эшләгән, аҫалы балаҫ эшләп һалған, боронғо башҡорттарҙың йөн иләү, аялау өсөн кәрәкле ҡулайламаларҙы тергеҙгән.
Икенсе тармағы: ағинәйҙәр менән бергә эш. Был юҫыҡтан улар балалар менән бергә календарь-тематик уйындар үткәрәләр. “Ҡарға бутҡаһы”, “Кәкүк сәйе”н ойоштора, әкиәттәр уҡый һ.б.
Өсөнсө тармаҡ; СВО-лағыларға ярҙам итеү. Үҙҙәре эшләгән станокта яугирҙәр өсөн йөндән йылы полотнолар һуғалар, билбау тегеп ебәрәләр. Улар яугирҙәргә бик кәрәк. Һуңғы арала станокта һуғылған йылы билбауҙы эшләп өлгөрмәгәнлектән, ағинәйҙәр менән бергә бәйләнгән билбауҙар әҙерләп ебәрә башлғандар. Беҙ барған арала яугирҙәргә тағы ла алты билбау ебәрҙеләр. Бынан тыш Мөжәүир хәҙрәттең теләк теләү доғаһын һалып, бетеүҙәр тегәләр, үлән сәйҙәре эшләйҙәр, яугирҙарҙың рухын хаттар яҙып күтәрәләр. Егеттәр уларға аудиосәләмдәр ебәрә, рәхмәт әйтә.
Шулай күмәкләшеп, МХО-ға ярҙам күрһәтә улар. Афарин!