+30 °С
Болотло

«Эте һаман көтә...»

Гвардияның кесе сержанты Антон Александрович үлгәндән һуң «Батырлыҡ өсөн» һәм «Генерал Шайморатов» ордендары менән бүләкләнә. Әсәһе әйтеүенсә, егетте өйҙә тоғро эте һаман көтә.

«Эте һаман көтә...»«Эте һаман көтә...»
«Эте һаман көтә...»

Ольга Александровна Пешкованың ата-әсәһе Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Өфөгә күсенгән тыл хеҙмәтсәндәре була. Үҙе иһә бар ғүмерен баш ҡаланың 86-сы мәктәбендә балалар тәрбиәләүгә арнай. Улы Антон да ошо белем усағында, әсәһе ҡулында уҡый. Унан армия хеҙмәтен үтә, 2007-2008 йылдарҙа Абхазия-Грузия хәрби конфликтында ҡатнаша. 2014 йылда инде улар әсәле-уллы Иглин районына күсә, егет «Энергетик» заводында бригадир булып эшләй...

...Ольга Александровна шулай уҡ ҡайғыһын кешеләр араһында булыу менән баҫа. Ул үҙе шундай асыҡ, ихлас ҡатын. Әүҙем тормош алып бара, спорт менән мауыға. Улдары махсус хәрби операцияла һәләк булған әсәләр менән тығыҙ бәйләнештә, һәр береһен йыуатырҙай дөрөҫ һүҙ таба алған һәм был һүҙгә хоҡуғы булған әсә.

Автор:Миляуша Кагарманова
Читайте нас