Фонд эшмәкәрлеге
Фонд Рәсәй Президенты Владимир Путин указына ярашлы 2023 йылдың апрелендә булдырылды.
1 июндә беҙҙең Башҡортостан филиалы үҙ ишектәрен асты. Фондтың төп маҡсаты – махсус хәрби операция ветерандарына һәм һәләк булған ир-егеттәребеҙҙең ғаиләләренә дәүләт ярҙамы алыуға булышлыҡ итеү. Тап бына ошо өлкәлә халыҡҡа төрлө яҡлы консультация кәрәк тә. Һәм әлеге беҙҙең ғәҙеллек, хәстәрлек һәм ихтирам принциптарына нигеҙләнгән хеҙмәт алыштырғыһыҙ, тип иҫәпләйем.
Социаль координаторҙар һәр ветеранға һәм һәләк булған яугир ғаиләһенә социаль ярҙамды дәүләт фонды иҫәбенән бушлай ойоштора. Журнал уҡыусыларына аңлайышлы булһын өсөн фонд ярҙамын айырым пункттар менән теҙеп бирәм:
- юридик ярҙам;
- психолог-терапевт ярҙамы;
- медицина реабилитацияһы, паллиатив медицина ярҙамы, шифахана-курорт дауалауы, өйҙә (оҙайлы ваҡытта) тәрбиәләү хеҙмәтенән файҙаланыуға булышлыҡ итеү;
- дарыуҙар, медицина изделиелары, техник реабилитация саралары менән тәьмин итеү;
- махсус хәрби операция ветерандарына социаль яраҡлашыу буйынса программалар әҙерләү һәм уларҙы тормошҡа ашырыу;
- йәмғиәтте патриотик рухта тәрбиәләүгә йүнәлтелгән аң-белем таратыу эшмәкәрлеген һәм махсус хәрби операция ветерандары иҫтәлеген һәм уларҙың батырлығын мәңгеләштереү буйынса саралар ойоштороу;
- ветерандар ҡатнашлығында спорт саралары уҙғарыу, шулай уҡ инвалид ветерандарҙы паралимпия хәрәкәтенә йәлеп итеү;
- мәҙәниәт учреждениеларына ташлама менән һәм бушлай йөрөүҙе ойоштороу, илдең тарихи-мәҙәни мираҫы менән таныштырыу;
- документтар юллауҙа (терге-ҙеүҙә) ярҙам күрһәтеү.
-