+30 °С
Болотло

Рәсәй Геройы Игорь Нәсибуллиндың әсәһе

«Ҡурҡмағыҙ, барыһы ла яҡшы булыр, конфликт хәл ителер, мин ҡайтырмын». 29 март көнө һәләк булды ла... Нәсибуллиндар ғаиләһе ҡайғынан шаңҡып ҡала. Ә бит хәрби операцияға юлланыр алдынан бер ай элек кенә Яңы йылға ҡайтып киткән була егет. Буласаҡ кәләше менән. Август айына туй һөйләшәләр.

Рәсәй Геройы Игорь Нәсибуллиндың әсәһеРәсәй Геройы Игорь Нәсибуллиндың әсәһе
Рәсәй Геройы Игорь Нәсибуллиндың әсәһе

«Бөтәһе  лә улай булдыра алмай!»

Яңауыл районы Иҫке Вәрәш ауылында йәшәй Роза Хәбибйән ҡыҙы Нәсибуллина. Хәрби ҡатыны булып, егерме йыллап ғүмерен гарнизондан-гарнизонға күсенеп йөрөп үткәргән. Хатта бер мәл үҙе лә Кострома өлкәһендә элемтәсе булып хеҙмәт итеп ала. Ата менән әсәгә ҡарап, улдары ла ошо юлды һайлай.

Рәсәй Геройы Игорь Нәси-буллиндың әсәһе ул Роза апай. Игорь Кемерово кадет корпусын тамамлай һәм Татарстандың Ҡазан ҡалаһындағы юғары танк училищеһына уҡырға инә. Егеттең хәрби әҙерлеге, тәртибе һәм илһөйәрлеге буйынса училищенан да, хеҙмәт иткән еренән дә маҡтау хаттары ғына килә. Йәш танкист ата менән әсәнең ғорурлығы була.

– Махсус хәрби операцияның тәүге көндәрендә үк  юлландылар. 2022 йылдың 24 февралендә таңғы 4-тә ул сик буйында ине, – тип һөйләй Роза Хәбибйән ҡыҙы улы ха-ҡында. – Харьков өлкәһе Балаклея районы тирәһендә. Тәүге ҡаты бәрелештәрҙең эсендә булды балам...

...– Нисек кенә ауыр булмаһын, мин улым менән ғорурланам, – тип, күҙ йәштәрен һөртөп, башын юғары күтәрә Роза ханым. – Бөтәһе лә улай булдыра алмай! Күпме ир-егет бөгөн яуға киткәндәрҙең, һәләк булғандарҙың күләгәһенә ышыҡланып йәшәй. Тик минең уйымса, ил хәрби операция хәлендә саҡта, ирҙәр хәрби көс эсендә булырға тейеш. Күмәкләп ҡалҡынғанда ғына Еңеү беҙҙең яҡта булыр.

 

Автор:Миляуша Кагарманова
Читайте нас