+30 °С
Болотло
Гүзәлиә ханымды ҡайғы аямай. Ул башта ирен, унан ярты йылдан улын ерләй. Ер аяҡ аҫтынан киткәндәй була. Әммә ҡатын был хәсрәттәрҙе ҡыҙы һәм дүрт ейәне хаҡына күтәрергә кәрәк икәнде аңлай. Кәртә-ҡураны тергеҙеп, мал һатып ала, шул тереклегенә әүрәй. Ауылда волонтерҙар хеҙмәтен ойоштороп ебәрә, хәрби операция зонаһына ярҙам йыя, оҙата. Яугирҙәрен юғалтҡандарға мәғлүмәттәр эҙләшә, рухи терәк булырға тырыша. Бына шундай ҡаһарман әсә ул!