+4 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
10
МХО-лағыларға ярҙам
24 Февраль , 09:48

Динис Бүләковтың ҡыҙы яралыларҙы дауалаған

– Иң беренсе нәүбәттә шуны һорағым килә: ирекмән булырға нимә этәрҙе? Ғаилә, балаларығыҙ нисек ҡабул итте ҡарарығыҙҙы?

Динис Бүләковтың ҡыҙы яралыларҙы дауалаған
Динис Бүләковтың ҡыҙы яралыларҙы дауалаған

Ил сиген һаҡлаусыларға төрлө яҡлап ярҙам күрһәтеүен дауам итә беҙҙең Башҡортостан. Рәсәй буйынса тәүгеләрҙән булып республикабыҙҙа «Беренсе тирмә» проекты бойомға ашырыла башланы. Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Зөһрә Гордиенко етәкләй был эште. Етешәр ҡатын-ҡыҙ үҙ теләге менән ике аҙнаға, яуҙа яраланған ир-егеттәребеҙҙе бағыу өсөн, махсус хәрби операция биләмәһенә  юллана. Бына яңыраҡ бер төркөм башҡорт һылыуҙары Луганск  госпиталендә эшләп ҡайтты. Ирекмәндәр араһында «Торатау» конгресс-холы хеҙмәткәре Зөһрә Динис ҡыҙы Бүләкова ла булды. Ул    ошо сәфәр кисерештәре  менән бүлеште.

– Иң беренсе нәүбәттә шуны һорағым килә: ирекмән булырға нимә этәрҙе? Ғаилә, балаларығыҙ нисек ҡабул итте ҡарарығыҙҙы?

– Был теләк ике йыл элек үк тыуғайны. Башҡортостанда әлеге проект барлыҡҡа килгәс, ниәтем нығынды һәм, оҙаҡ уйлап тормай, ирекмәндәргә ҡушылырға хәл иттем. Атайым, арҙаҡлы әҙип Динис Бүләков ғүмер буйы кешеләргә ярҙам итте, үҙ әҫәрҙәрендә лә бит ул заманаһы, халҡы яҙмышы өсөн яна. Мин, әҙәбиәтсе булмаһам да, йөрәгемдә уның рухилығын йөрөтәм, күрәһең. Ниәтем тынғылыҡ бирмәне. Етмәһә, ауырыуҙарҙы ҡарауҙа тәжрибәм дә бар, оҙаҡ йылдар әсәйебеҙ сирләп түшәктә ятты.  Ғөмүмән алғанда, туғандарым аңлап ҡабул итте. Фатиха биреп, оҙатып ҡалдылар.

"Башҡортостан ҡыҙы", "Унда бары икенсе...", 2-се һан, 14-16-сы биттәр.

Альбина Ғөбәйҙулина әңгәмәләште

Динис Бүләковтың ҡыҙы яралыларҙы дауалаған
Динис Бүләковтың ҡыҙы яралыларҙы дауалаған
Автор:Альбина Ғөбәйҙуллина
Читайте нас: