+1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
10
МХО-лағыларға ярҙам
14 Февраль , 16:17

Ғәмәлдә ярҙам саралары

Махсус хәрби операция темаһына ҡағылышлы йыш күтәрелгән һорауҙарға БР «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фонды филиалының хоҡуҡи һорауҙар буйынса урынбаҫары Ғәлим Ғәни улы Мөхәмәтдинов яуап бирә. – Яугир хәбәрһеҙ юғалған хәлдә уның ғаиләһе ниндәй ярҙам алырға мөмкин? Әгәр эҙләү осоро оҙаҡҡа һуҙылып китһә йәки бөтөнләй табылмаһа, ниндәй документтар Үлем хаҡындағы таныҡлыҡҡа нигеҙ була?

Ғәмәлдә ярҙам саралары
Ғәмәлдә ярҙам саралары

– Беҙҙең «Ватанды һаҡлаусылар» фондына һалынған тағы бер йүнәлеш – ул хәбәрһеҙ юғалған яугирҙәрҙе эҙләү. Үткән йылдың ноябренән бәйләнешкә сыҡмаған яугирҙәрҙең ғаилә ағзаларынан буккаль эпителий, йәғни биоматериалдар ала башланыҡ. Әлегә тиклем ДНК менән Хәрби комиссариат һәм Хәрби-тәфтиш бүлеге шөғөлләнә ине, хәҙер был эш Фонд филиалдарына ла йөкмәтелде.

Яугирҙең хәбәрһеҙ юғалыуы тураһында бойороҡ сыҡҡандан һуң ғына уның ҡатынына йәки башҡа ғаилә ағзаларына аҡсалата түләүҙәр сыға. Бының өсөн ғариза яҙырға, банк иҫәбен тапшырырға тейештәр.

Ғәмәлдә ярҙам саралары
Ғәмәлдә ярҙам саралары
Автор:Роза Хуснуллина
Читайте нас: