-5 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
10
Бер мәсьәләгә ҡараш
25 Сентябрь 2024, 19:47

Уйһыҙ йәшәүҙең аҙағы

Заман, йәмғиәтебеҙҙең торошо, уның киләсәге, үҫеш юлы борсомай ҡалмай. Юҡ-юҡ та ҡапыл, ә бит хәл шуға бара, тигән уй зиһенде телеп үтә. «Шуға бара», тиеү теләһә ҡайһы мәсьәләгә ҡағылыуы ихтимал. Һуңғы осорҙа, мәҫәлән, башкөллө роботтар ҡоллоғона эләгеүебеҙ ихтималлығын асыҡ тоям, хатта күрәм дә һымаҡ. Ошо кисерештең юҡтан бар булмауын, тойомлаған киләсәктең ысынбарлыҡтан алыҫ түгеллеген дәлилдәр менән иҫбат итеп ҡарамаҡсымын мәҡәләмдә.

Уйһыҙ йәшәүҙең аҙағы
Уйһыҙ йәшәүҙең аҙағы

Миңә ҡалһа, ул фантастик фильмдарҙағы һәм китаптарҙағы һымаҡ.

Телефонды онотоп урамға сыҡһаң, үҙеңде бөтә донъянан, кешеләрҙән айырылғандай тояһың. Унан да бигерәк, тере ҡулһыҙ ҡалаһың, сөнки бөтә тормошобоҙ – аралашыу, кәрәкле мәғлүмәттәр, белешмәләр, яңылыҡтар, аҡса иҫәп-хисабы шунда. Был – гаджетҡа хәҙерҙән үк ныҡ бәйле икәнебеҙҙе күрһәткән тәүге билге.

Бигерәк тә балаларҙың сабый саҡтан телефонға йәбешеп ятыуы, телевизорҙағы сағыу йәнһүрәттәрҙән айырыла алмауы хафаға һала. Ата-әсәләр был хәлдән артыҡ хәүефләнмәй. Сөнки бала күҙ алдында ипле генә ултыра, аяҡ аҫтында буталып йөрөмәй, эш боҙмай. Ошо рәүешле «тәрбиәләнгән» сабый тәү нәүбәттә әсә теленән яҙа. Миҫал өсөн алыҫ йөрөйһө түгел – һәр ғаиләлә күҙәтелә был. Төпкөл башҡорт ауылында йәшәгән ғаилә өй эсе менән үҙ телендә һөйләшә, ә өс-биш йәшлек ҡыҙсыҡ йә малай русса тәтелдәй. Ирмәк һымаҡ. Төбөнә төшөп уйлаһаң, был милләт, йәмғиәт һәм ошо буласаҡ бәлиғ шәхес өсөн – фажиғә.  

Инженерҙар телендә «унификация» тигән термин бар. Ул, нимәнелер бер төрлө системаға һалыу, формаға килтереү, ҡалыплаштырыу тигәнде аңлата. Йәғни, туған телен, милли асылын, нәҫел тамырҙарын, тупраҡ тойғоһон юғалтып, кеше бер ҡалыпҡа (конвейерҙа сығарылған бер иш деталь шикелле), глобалләштерелгән йәмғиәт өсөн ҡулай рәүешкә килә. Унан нимә теләйһең, шуны әүәләргә генә ҡала.    

Буш ваҡытта, хатта башҡа эштәребеҙ иҫәбенә лә телефон «һыйпау», интернет киңлектәрен гиҙеү ғәҙәткә инде. Файҙалы мәғлүмәттәрҙән тыш, башҡа хәбәрҙәр уҡыйбыҙ, видеолар ҡарайбыҙ. Шулай итеп, халыҡтың күпселеге гәзит-журнал, китап уҡыуҙан ситләште. Уҡымаған кешенең иһә, яйлап уй-фекерҙәре һайыға, ул теге йәки был ваҡиғаны үҙ аллы анализлау, шунан сығып, һығымта яһау һәләтен юғалта. Ә уйһыҙ кешене («моңһоҙ» ҙа тиҙәр ундайҙарҙы беҙҙең халыҡта) ҡайҙа кәрәк, шунда бороп ебәреү, юҡ-барға ышандырыу бер ни тормай.

Йәғни беҙ ҡайҙа китеп барғаныбыҙҙы аңламайбыҙ, аңларға ла теләмәйбеҙ.

Сыңғыҙ Айытматовтың  «Буранлы станция» («Быуаттан да оҙон көн») романы 1980 йылда донъя күрә. Ҡырҡ йылдан ашыу элек үк яҙыусы йәмғиәтебеҙ үҫешен күҙаллай. «Маңҡорт» тигән төшөнсә лә ошо әҫәрҙә тыуа. 

 «Кеше үҙәктән төшөрөлгән программа буйынса башҡарасаҡ барыһын да. Үҙ ихтыяры буйынса, ирекле йәшәй һәм эшләй кеүек тойола уға. Ысынында иһә ул барыһын да, һалынған ҡәтғи тәртипкә ярашлы, юғарынан күрһәтмә буйынса ғәмәлгә килтерә. Йырларға кәрәк икән, күҙгә күренмәгән радио тулҡындар, йәғни ки биоток рәүешендә сигнал килә – һәм ул йырлай. Шул уҡ рәүешле бейей, эшләй!» – ти роман геройҙарының береһе.

Ә маңҡорт тураһында риүәйәт, әҙәми заттың кешелек сифатын юҡ итеп, уны хәтерһеҙ, тойғоһоҙ тыңлаусан ҡол рәүешенә килтереүҙең боронғо алымы хаҡында бәйән итә.

Бөгөн беҙҙе ҡулайлы гаджеттар аша «сихырлаһалар», элек кешенең аңын, ғазаптарға дусар итеп, аяуһыҙ юл менән юйғандар. Һуғышта әсир төшкән йәш егеттәрҙең сәстәрен ҡырып алып, башына яңы һуйылған дөйә тиреһен кейҙергәндәр һәм, бәйләп, даланың эҫе ҡояшы аҫтында ҡалдырғандар. Яйлап кибә барған һайын тире мейене ҡыҫҡан. Ҡот осҡос һыҙланыуҙан күптәр үлгән, ә тере ҡалғандар тоғро ҡолға – маңҡортҡа әүерелгән, үткәндәрен дә, ата-әсәһен дә, ырыу-нәҫелен дә онотҡан. Бәйән ителгән риүәйәттә Йоламан исемле егет шундай хәлгә тарый. Әсәһе Найман уны эҙләп таба, хәтерен ҡайтарырға, ҡотҡарырға теләй. Тик маңҡорт улынан үҙ үлемен таба. «Маңҡорт, эт кеүек, тик хужаһын ғына таный», – тип яҙа Сыңғыҙ Айытматов.

Телевизор совет халҡы тормошонда үткән быуаттың 60-сы йылдары аҙағында ныҡлы урын ала башланы. 70-се йылдарҙа ул һәр йорттоң түренә инеп ҡунаҡланы. Кеҫә телефондары яңы быуаттың башында тарала башланы, ә смартфондың донъя яулауына ни бары тиҫтә йылдан саҡ ҡына күберәктер. Илле йыл эсендә мәғлүмәт технологияһы шулай йылдам үҫешә бара һәм хәҙер инде һүҙ йышыраҡ яһалма интеллект тирәһендә әйләнә. 

Асылда бөгөн яһалма интеллект барлыҡ өлкәләргә һәм тармаҡтарға үтеп ингән. Ул, беҙҙең тормошто еңеләйтеп, ҡулайлы ярҙамсыбыҙ булып тора. Әйтәйек, интернеттан ниндәйҙер мәғлүмәт эҙләйбеҙ, ти. Бер генә һүҙ яҙһаҡ, Google, Yandex һәм башҡа эҙләү системалары меңәрләгән мәғлүмәт сығанағы тәҡдим итә. Ҡуйылған темаға мәҡәлә эшләтеп, тексты төрлө телдәргә тәржемә иттереп алырға, шиғырға көй һалырға һәм башҡа бихисап ижади эштәрҙе, банк түләүҙәрен, аҡса күсереүҙе машинаға ҡушырға мөмкин. Быларҙың барыһын да телефон аша башҡарабыҙ.

Үҙе уйлаған, мәсьәләләр сискән, ҡарарҙар ҡабул иткән роботтар ҙа бар хәҙер. Улар күп кенә өлкәләрҙә бөгөндән үк кешене алмаштырыу һәләтенә эйә. Буласаҡ заман технологиялары нигеҙендә үҙ-үҙен камиллаштыра алған нейроселтәрҙәр ята. Атап үткән роботтар үҙ аллы мәғлүмәт туплай, белемен һәм, заманса тел менән әйткәндә, компетенцияһын үҫтерә. Хәс тә кеше кеүек. Беҙ ҙә бит уҡый-уҡый оҫтарабыҙ.

Егерме йыл элекке кнопкалы телефондарҙы иҫкә төшөрәйек тә, бөгөнгөһөнә ҡарайыҡ. Үҫештең геометрик прогрессия менән барғанын иҫәпкә алһаҡ, яһалма интеллект бер нисә йылдан йәмғиәтебеҙ, уны ойоштороу, етештереү процестары менән тотошлай үҙ аллы идара итеү һәләтенә эйә булыуы ихтимал. Бер мәл, әҙәми затты конкуренты күреп, уға ҡаршы мәкер ҡороуын да күҙаллай ғалимдар һәм хәүеф белдерә. Ер йөҙөндәге иң бай кешеләрҙең береһе, иң алдынғы заман компаниялары етәксеһе, Марс планетаһын кешелектең «икенсе» бишеге итергә хыялланған һәм был юҫыҡта әүҙем эшләгән Илон Маск, яһалма интеллекттан кеше цивилизацияһына ҡурҡыныс янауын күҙаллай. «Ерҙәге иң аҡыллы йән эйәһе бөгөн – кеше, әммә планетала унан да аҡыллыраҡ нәмә (робот) барлыҡҡа килһә, ни булыр?» – ти ул һәм, яһалма интеллект өҫтөнән даими дәүләт күҙәтеүе булырға тейеш, тигән фекергә килә.

 

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 9-сы (2024) һанында уҡығыҙ.

Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: