Интернет киңлектәрендә шундай яҙмаға юлыҡтым: «Хәйерле кис, ир-азаматтар! Утыҙҙы үткәндәргә мөрәжәғәт итәм. Бәлки, был минең генә шәхсән кисерештәремдер. Шулай ҙа яҙырға булдым.
Күҙ алдына килтерегеҙ, һеҙ сит төбәктә эшләйһегеҙ, мәҫәлән, минең осраҡтағы кеүек, Вологод өлкәһендә. Лайыҡлы эш, яҡшы хеҙмәт хаҡы килеп тора, һине бынамын тигән ихлас рус егеттәре, коллегаларың, уратып алған. Ҡайҙа ҡарама, һылыуҙан-һылыу ҡыҙҙар – рус, белорус сибәркәйҙәре. Тик көндәрҙең береһендә, йәшен һуҡҡандай, шундай тойғо биләп ала: сит-ят ерҙәге был тормош һинеке түгел бит! Барыһы ла һәйбәт, тик ятын. Эргә-тирәләге ҡыҙҙар һылыу ҙа ул, барыбер күңел төбөндә ятҡан серле ҡарашлы башҡорт гүзәлкәйҙәре һағындыра, үҙәкте өҙә. «Хәлдәр нисек?» – тип үҙебеҙсә ирәбе өндәшер, донъяңды онотоп гәпләшер әҙәм заты юҡ...
Әйтегеҙ әле, ир-азаматтар, һеҙгә бындай кәйеф һәм кисерештәр танышмы? Әгәр башығыҙҙан үтһә, уны нисек хәл иттегеҙ? Эшләп ҡалдығыҙмы баш баҫып, әллә Башҡортостанға ҡайтып киттегеҙме? Тыуған ерҙә тормошоғоҙҙо ни рәүешле ҡорҙоғоҙ?..»
Кешенең был халәте минең үҙемә лә таныш. Мәктәптән һуң Силәбе өлкәһендә уҡыным, ике йыл армияла йөрөп ҡайттым һәм, диплом алған йәш белгес булараҡ, йүнәлтмә менән эшкә Чукоткаға киттем. Сит мөхиттә ете йылға яҡын йөрөп ташланым шулай. Ысынлап та, бер мәл башыма: «Ә мин бында нимә эшләп йөрөйөм ул?» – тигән уй һуҡты зыңҡылдатып. Тыуған ерҙе, туған-ырыуҙы, телде, моңдо һағыныу, юҡһыныу ебәрмәне башҡаса. Оҙаҡламай ҡайтып киттем. Совет осоро өсөн мул аҡса ла (ил буйынса уртаса эш хаҡы 150 – 200 һум булғанда, 500 – 600 һум инә ине кеҫәгә) тотҡарлыҡ булманы.
2021 йылда үткән халыҡ иҫәбен алыу һөҙөмтәләре буйынса Рәсәйҙә башҡорттар һаны 1 571 879 булған. Шуларҙың 1 268 806-һы Башҡортостанда йәшәй. Боронғо тарихи ерҙәребеҙҙә ятҡан Силәбе, Ырымбур, Свердловск, Ҡурған өлкәләрен, Пермь крайын иҫәпкә алмағанда, 100 меңгә яҡын ҡәрҙәшебеҙ башҡа тарафтарға һибелгән. Мәҫәлән, Төмән өлкәһен – 38 800, Ханты-Мансы автономиялы округты 29 717 башҡорт төйәк иткән. Ҡырыҫ был тарафтарға йәшләй китеп, балалары унда ҙурайған, хәҙер ейән-ейәнсәрҙәре лә буй еткергән туғандарым, таныш-белештәрем дә бар улар иҫәбендә. Ҡайһылары, олоғайып, хаҡлы ялға сыҡҡас та унда ҡалды. Үҙҙәре һайлаған яҙмыштары шулай. Ҡайтыр ҙа инеләр, нисек йән киҫәктәрен ташлап китһендәр. Фатирҙары ла унда, юғарыраҡ пенсия ла алалар бит, өҫтәүенә.
Тәрәнерәк төшөп уйлаһаң, был – айырым шәхес трагедияһы. Юҡҡамы ни халыҡ, ситтә йөрөгән тарығыр, тыуған илен һағыныр, тимәй.
Мәсьәләнең икенсе яғы милләт мәнфәғәттәренә, уның киләсәгенә ҡағыла. Үҙ мөхитенән айырылған кеше яйлап әсә теленән ваз кисә, башҡа мәҙәниәткә тартыла, бәләкәй ватанының бөгөнгөһө, ата-бабаларының үткәне менән ҡыҙыҡһынмай башлай. Нәҫеленең икенсе-өсөнсө быуыны иһә бөтөнләй тамырҙарын онота. Ғөмүмән алғанда, глобалләшеү быуып алып барған заманда ассимиляция процесына иң тос өлөш индерә улар – башҡа тарафтарға күсеп киткән ҡәрҙәштәребеҙ. Бер теленгән икмәкте кире йәбештереп булмай шул.
Материалды әҙерләгәндә ҡыҙыҡ (бәлки, аяныслы, тиһәк дөрөҫөрәк булыр) мәғлүмәткә юлыҡтым. Баҡһаң, үрҙә атап үтелгән ике төбәктә лә башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары ир-егеттәргә ҡарағанда күберәк. Төмәндә улар – 21 меңдән ашыу, ир-егеттәр – 17,7 мең, ХМАО-ла – 16 мең һәм 13,6 мең. Был һандарҙың артында ятҡан хикмәтте ике төрлө аңлатып булалыр: йә Себерҙә ҡыҙ балалар күберәк тыуа, йә беҙҙең гүзәлдәр башҡаларға кейәүгә сығып йәшәй унда. Күрәһең, икенсе осраҡ дөрөҫлөккә күберәк тап килә. Милләт атай яғынан алынғас, был күренеш хәлдең бигерәк тә аяныслы икәненә ишара – гүзәлдәребеҙ башҡа ҡәүем балаларын тәрбиәләй. Тыуған йортонан яңғыҙ үҙе ситкә сығып киткән ҡыҙ бала, ғәҙәттә, кире ҡайтмай, шунда килен булып тороп ҡала. Әгәр туғандарҙы барлап ҡараһаҡ, бындай миҫалды һәр кемебеҙ үҙ ырыуы араһында байтаҡ табыр.
Донъяға һибелгәндәрҙең барыһы ла нәҫел-нәсәбе менән шунда ҡала, тип әйтеү һәр саҡ раҫ килмәй, әлбиттә. Илһөйәрлекте, рухи ҡиммәттәрҙе ҙур аҡсанан юғары ҡуйған, бала-сағаһын туған телдән, милли мәҙәниәттән мәхрүм итеүҙе яҙыҡ күргән, быны гонаһ, хатта халҡы алдында енәйәт һанаған, нәҫеленең киләсәген, күңел бөтөнлөгөн уйлағандар ҙа байтаҡ.
Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 7-се (2024) һанында уҡығыҙ.