Ҡыш башы – һуғым мәле. Быйыл көҙ йылы килде, хатта декабрь ҙә «плюс» температураһы менән шаҡ ҡатырҙы. Шуға ҡаҙ өмөләре һуңға ҡалды, ә эре мал һуйыу әле лә дауам итә.
Боронғо заманға ҡағылмай, һуғыш йылы һәм унан һуңғы осорҙарҙы ғына алһаҡ та, күп ғаиләләрҙе аслыҡ тырнағынан һыйыр ҡотҡарып ҡалған. Был турала иҫтәлектәрҙә, әҙәби әҫәрҙәрҙә күп яҙылған, оло быуын туғандарыбыҙҙан да ишетеп беләбеҙ уны. Совет осороноң артабанғы йылдарында мал, иш янына ҡуш, тигәндәй, етеш тормош сығанағы булды. Күптәр, ике һыйыр аҫрап, йыл да башмаҡтарының берәүһен һатты, шул аҡсаға һыуытҡыс, телевизор, диван-шкаф кеүек ҡыйбатлы әйберҙәр алды, йыйып барып, хатта машиналы булды. Ауыл магазиндарына һөт, ит ризыҡтары килтермәнеләр, ҡалала аҡ май, колбаса дефицит ризыҡтар иҫәбендә йөрөнө, күп ерҙә уларҙы талон менән генә бирҙеләр. Бесән сабыу йәй миҙгеленең иң ҙур һәм төп эштәренең береһе һаналды, ә һуғым мәле байрамға әүерелер ине.
Хәҙер ауылдарҙа мал тотоусылар кәмей, хатта, бөтә бара, тип тә әйтергә мөмкин. Тыуған яҡҡа ҡайтҡанда күрә йөрөйбөҙ – ҡайҙа ла көтөү ун тапҡыр самаһы ҡыҫҡарған. Көтөүсенең юҡлығына әллә ҡасан күнгәндәр, уны эҙләмәйҙәр ҙә, 40-50 баш һыйырҙы сиратлап көтәләр. «Малдан файҙа юҡ»... «Өйрәнгәнбеҙ, шуға ғына бөтөрмәйбеҙ»... «Берәүгә ҡалдырҙыҡ, һыйырһыҙ ишек алды бигерәк толҡаһыҙланыр ул»... Сәбәптәре тураһында кемдән генә һораһаң да, шундайыраҡ яуап ишетәһең. Элек совет аҡсаһы менән баҙарҙа ит 5 һум торҙо. Бөгөн ул уртаса – 500 самаһы. Иҡтисадсылар иҫәпләүенсә, элекке бер һум яҡынса әлеге 250-300-гә торошло. Тимәк, ит 1250-нән дә төшмәҫкә тейеш. Тик был хаҡҡа уны кем алып ашар икән?
Баҙар ҡанундарына ҡаршы килеү мөмкин түгел. Шулай ҙа һөт ризыҡтарын, итте үҙҙәре тороп һатҡандар табышһыҙ ҡалмай. Малдың ишле булыуы ла шарт был осраҡта. Асылда бит, бер һыйыр өсөн дә, бишәүҙе ҡарарға ла таң менән торорға кәрәк.
Һүҙ юҡ, ауыр хеҙмәт ул. Бер башты һатып, кеҫәгә һалған аҡса күләменең бәләкәс өлөшө генә түккән хәләл көсөңдө ҡаплай. Ҡалғаны – бесән, ем, башҡа тотоноуҙарға киткән сығымдар. Шуға, көсәнеп тир түгеү табыш менән ҡайтарылмай, малды кәсеп итеүҙән фәтүә юҡ, тип һығымталай күптәр.
«Һыйлы көнөң – һыйырҙа», ти халыҡ аҡылы. Был раҫлау хәҙерге тормошҡа тап киләме һуң? Элек ауылда ғаиләләрҙең туҡланыуы, аш-һыуының муллығы туранан-тура шәхси хужалыҡтарға бәйле булһа, хәҙер магазиндарҙа бөтәһе лә бар. Сағыштырмаса арзан да, сифаты инде – икенсе мәсьәлә. Ғөмүмән, һыйырҙа йән аҫрар мохтажлыҡ юҡ бөгөн.
Йәштәр ситкә киткәс, ауыл ҡартая. Ололар иңенә мал бағыу ауыр йөк булып ята, күптәренең кәзә тоторлоҡ та хәле булмағас, ҡура бушап ҡала.
Тағы бер сәбәбе бар был күңелһеҙ күренештең – мал бит һине үҙенә бәйләй, эргәһенән ебәрмәй. Бер көнгә ҡунаҡҡа барып киләм тиһәң дә, кемдер йорт-ҡураңа күҙ-ҡолаҡ булып торорға тейеш, ә оҙайлы ялға, сәйәхәткә китеү тормошҡа ашмаҫлыҡ хыялың ғына булып ҡала. Хәҙерге заман кешеһе өсөн был – ҙур юғалтыу, тиң-тоштарың рәтенән төшөп ҡалыу. Хатта ауырырға ла форсатың юҡ һинең.
Шулай итеп, шәхси хужалыҡтарҙа малдың ныҡ ҡыҫҡарыуы – ауылдарҙың бөтә барыуының бер билгеһе генә түгел, ә уның социаль-иҡтисади йөҙөнөң бөгөнгө сағылышы ла.
Малсылыҡ, мал бағыу иҡтисади яҡтан әһәмиәтле булыуҙан тыш, мәҙәни, әхлаҡи, тәрбиәүи йөкмәткегә эйә икәнен дә онотмайыҡ. Улар менән бергә быуаттар һуҙымында нығынған ғөрөф-ғәҙәт, йолалар, халыҡ кәсептәре, милли ризыҡтар әҙерләү серҙәре юғала. Бала саҡта көтөүсенең быуын-быуын үрелгән оҙон ҡайыш сыбыртҡыһын күреп, быны нисек эшләйҙәр икән, тип аптырай инек. Хәҙер ул кәсеп өлгөһөн сувенир магазиндарында ғына табырға мөмкин. Эйәр-өпсән, сбруя яһау, сана табаны, дуға бөгөү ҙә онотолған инде. Башҡортостанда йөҙҙән ашыу милләт вәкиле йәшәй, шулар араһынан тик башҡорттар ғына ҡорот ҡайната, тултырма, ҡаҙы тултыра, ҡымыҙ бешә. Хәл былайға барһа, ул ризыҡтарҙың нимә икәнен дә оноторбоҙ. Йүрмәне бит хәҙер эшләмәйҙәр – шуның кеүек.
Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 1-се (2024) һанында уҡығыҙ.